Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ БҮЛЕК

Алланы тыңлап йәшәүселәрҙе ниндәй фатихалар көтә?

Алланы тыңлап йәшәүселәрҙе ниндәй фатихалар көтә?

Үлгәндәрҙең күпселеге ерҙә йәшәр өсөн терелтеләсәк. (Илселәр 24:15)

Йәһүәне тыңлап йәшәһәң, һин киләсәктә мул фатихалар аласаҡһың! Ауырыу, аҡһаҡ кешеләр булмаясаҡ, сөнки барыһының да, һәм шул иҫәптән һинең дә, сәләмәтлегең камил буласаҡ. Яуыз кешеләр булмаясаҡ, һәм һин кешеләргә ышанып йәшәй аласаҡһың.

Ауыртыу, ҡайғы, күҙ йәштәре булмаясаҡ. Беркем дә ҡартаймаясаҡ һәм үлмәйәсәк.

Һин дуҫтарың, туғандарың менән бергә йәшәйәсәкһең. Ожмахтағы тормош шатлыҡлы буласаҡ.

Ҡурҡыу юҡҡа сығасаҡ. Кешеләр ысынлап та бәхетле буласаҡ.

Алла Батшалығы бар ғазаптарҙы юҡ итәсәк. (Асылыш 21:3, 4)