Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ БҮЛЕК

Ерҙә ожмах ҡасан буласаҡ?

Ерҙә ожмах ҡасан буласаҡ?

Оҙаҡламай Алла Батшалығы үҙгәрештәр яһаясаҡ. Был донъя хәленән күренеп тора. (Лука 21:10, 11; 2 Тимутегә 3:1— 5)

Бөгөн булғандарҙың күбеһе Изге Яҙмаларҙа инде күптән яҙылған булған. Унда, кешеләр байлыҡ яратасаҡ, ата-әсәләрен тыңламаясаҡ, шәфҡәтһеҙ буласаҡ, күңел асыуҙар ғына яратып йәшәйәсәк, тип әйтелгән.

Унда, көслө ер тетрәүҙәр, һуғыштар, аслыҡ һәм эпидемиялар буласаҡ, тип яҙылған. Быларҙың барыһы беҙҙең көндәрҙә үтәлә.

Ғайса, Алла Батшалығы тураһындағы яҡшы хәбәр бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләнер, тип алдан әйткән булған (Маттай 24:14).

Алла Батшалығы бар яуызлыҡты юҡ итәсәк. (2 Петер 3:13)

Йәһүә тиҙҙән бар яуыздарҙы юҡ итәсәк.

Шайтан менән ендәргә яза биреләсәк.

Алланы тыңлаусылар яңы ғәҙел донъяла йәшәйәсәк. Унда кешеләр ҡурҡмаясаҡ, бер-береһенә ышанып һәм бер-береһен яратып йәшәйәсәктәр.