Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ ДӘРЕС

Интонация

Интонация

Ғибрәтле һүҙҙәр 8:4, 7

МАҠСАТ Фекерҙәрҙе аңлайышлы еткерер өсөн һәм тойғоларға тәьҫир итер өсөн, һөйләү тиҙлеген, тауыш көсөн һәм тонды үҙгәрт.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Тауыш көсөн үҙгәрт. Төп фекерҙәргә баҫым яһарға һәм эш итергә дәртләндерергә кәрәк саҡта, ҡысҡырыбыраҡ һөйлә. Был ысулды Изге Яҙмалағы хөкөм ҡарарҙарын уҡығанда ҡуллан. Тыңлаусыларыңды ҡыҙыҡтырыр өсөн йәки борсолоу һәм ҡурҡыу хистәрен сағылдырыр өсөн, тауыш көсөн кәмет.

  • Тонды үҙгәрт. Илһамланыу сағылдырыр өсөн һәм ҙурлыҡҡа йәки алыҫлыҡҡа баҫым яһар өсөн, тауыш тонын көсәйт. Һағыш һәм өҙгөләнеү хистәрен күрһәтер өсөн, тонды кәмет.

  • Һөйләү тиҙлеген үҙгәрт. Шатлыҡ сағылдырырға кәрәк булғанда, тиҙерәк, ә мөһим фекерҙәрҙе аңлатҡанда, әкренерәк һөйлә.