Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-СЕ ДӘРЕС

Төп фекерҙәргә баҫым яһа

Төп фекерҙәргә баҫым яһа

Еврейҙарға 8:1

МАҠСАТ Тыңлаусыларыңа фекерҙәреңдең ағышын күҙәтергә ярҙам ит һәм төп фекерҙәрҙең һәр береһе телмәрҙең маҡсаты һәм темаһы менән нисек бәйле икәнен асыҡ итеп күрһәт.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Маҡсатыңды билдәлә. Маҡсатың хаҡында уйланып ал: һиңә тыңлаусыларыңа берәй нәмә һөйләп бирергә, уларҙы нимәгәлер инандырырға йә дәртләндерергә кәрәкме? Телмәреңде шуға нигеҙләнеп төҙө. Төп фекерҙәрҙең һәр береһе ҡуйылған маҡсатыңа ирешергә ярҙам итһен.

  • Темаға баҫым яһа. Телмәр дауамында, төп һүҙҙәрҙе ҡабатлап йә синонимдар ҡулланып, теманы иҫкә төшөр.

  • Төп фекерҙәрҙе асыҡ һәм ябай итеп аңлат. Темаға ҡағылған һәм бирелгән ваҡыт эсендә асыҡлап өлгөрәсәк фекерҙәрҙе генә төп фекерҙәр итеп билдәлә. Төп фекерҙәр күп булырға тейеш түгел. Уларҙың һәр береһен асыҡ итеп күрһәт, бер-береһенән паузалар ярҙамында айыр, һәм улар араһындағы күсештәр шыма булһын.