Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ДӘРЕС

Һөйләм телен ҡуллан

Һөйләм телен ҡуллан

2 Коринфтарға 2:17

МАҠСАТ Тыңлаусыларыңа һәм темаға ҡарата мөнәсәбәтеңде күрһәтер өсөн, тәбиғи һәм эскерһеҙ һөйлә.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Доға ҡыл һәм ентекләп әҙерлән. Үҙең турала түгел, ә әйтәсәк һүҙҙәрең тураһында уйланыр өсөн, Йәһүәнән ярҙам һорап, доға ҡыл. Тыңлаусыларыңа ниндәй фекерҙәр еткерергә теләгәнеңде иҫтә тот. Уларҙы үҙ һүҙҙәрең менән әйт. Баҫтырылған тексты һүҙмә-һүҙ ҡабатлама.

  • Ысын күңелдән һөйлә. Шул хаҡта уйлан: ни өсөн кешеләргә һин әҙерләгән мәғлүмәтте ишетергә кәрәк. Шул саҡта торошоң, ишаралар һәм сырайың тәбиғи булыр, йылылыҡ һәм дуҫлыҡ хистәрен сағылдырыр.

  • Күҙгә ҡарап һөйлә. Тыңлаусыларыңа ҡарап һөйлә. Телмәр һөйләгәндә, бөтәһенә лә ҡарарға тырышыу урынына, айырым кешеләргә ҡарап һөйлә.