Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ ДӘРЕС

Изге Яҙманы уҡыр алдынан инеш һүҙ

Изге Яҙманы уҡыр алдынан инеш һүҙ

Матфей 22:41—45

МАҠСАТ Изге Яҙманан берәй өҙөктө уҡыр алдынан тыңлаусыларыңды уны үҙләштерергә әҙерлә.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Изге Яҙмалағы өҙөктө нимә өсөн уҡығаныңды билдәлә. Изге Яҙманың аяттарына яһаған инеш һүҙең ниндәй фекергә иғтибар итергә теләгәнеңде күрһәтһен.

  • Изге Яҙманың ышаныслы сығанаҡ икәнен күрһәт. Иманлы кешеләр менән һөйләшкәндә Изге Яҙманы Алла Һүҙҙе тип ата. Шулай эшләп, һин шуны күрһәтерһең: Изге Яҙма — ул Алла зирәклегенең сығанағы.

  • Изге Яҙмаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уят. Изге Яҙма яуап биргән һорау бир; Изге Яҙмалағы аятта хәл итеү юлы бирелгән проблеманы иҫкә ал йәки аят ярҙамында аңлатып булған берәй принципты килтер.