Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ ДӘРЕС

Теүәл һәм ышаныслы мәғлүмәт

Теүәл һәм ышаныслы мәғлүмәт

Лука 1:3

МАҠСАТ Тыңлаусыларыңа дөрөҫ һығымта яһарға ярҙам иткән ышаныслы мәғлүмәт килтер.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Ышаныслы сығанаҡтарҙы тап һәм ҡуллан. Әйткәндәреңде Алла Һүҙенә нигеҙлә һәм мөмкин булғанда уның үҙенән уҡы. Әгәр ҙә һин дәлил итеп берәй ғилми факт, яңылыҡ, ваҡиға йә тағы берәй нәмә килтерәһең икән, сығанаҡ ышанысҡа лайыҡмы, юҡмы һәм мәғлүмәт ни тиклем актуаль икәнен алдан уҡ тикшереп сыҡ.

  • Сығанаҡты дөрөҫ ҡуллан. Изге Яҙманың аяттарын аңлатҡанда контексты, Изге Яҙманың төп темаһын, «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсенең» баҫмаларын иҫәпкә ал (Матф. 24:45). Донъяүи сығанаҡтарҙы ҡулланғанда, авторҙың фекерен үҙгәртмә.

  • Тыңлаусыларың менән әңгәмәләш. Изге Яҙманан аят уҡығас йә берәй сығанаҡтан өҙөмтә килтергәс, тыңлаусыларыңа үҙҙәренә һығымта яһарға ярҙам ит. Бының өсөн әҙәпле һорауҙар бир йә асыҡ миҫал килтер.