Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-СЕ ДӘРЕС

Миҫалдар ярҙамында өйрәт

Миҫалдар ярҙамында өйрәт

Матфей 13:34, 35

МАҠСАТ Йөрәккә тәьҫир иткән һәм мөһим хәҡиҡәттәргә өйрәткән ябай ғына миҫалдар килтер.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Ябай миҫалдар һайла. Ғайсанан үрнәк алып, ҙур нәмәне бәләкәс нәмә ярҙамында, ә ҡатмарлы нәмәне ябай нәмә ярҙамында аңлат. Миҫалға кәрәк булмаған нескәлектәрҙе индермә. Миҫалдың бөтә өлөштәре һин аңлатҡан фекергә тура килһен, юғиһә тыңлаусыларың аптырашта ҡалыр һәм миҫал иғтибарҙарын икенсе яҡҡа йүнәлтер.

  • Тыңлаусыларың тураһында уйла. Тыңлаусыларыңа таныш булған, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм көндәлек тормошона бәйле, миҫалдар килтер. Берәйһен рәнйетә һәм уңайһыҙландыра алған миҫалдар һайлама.

  • Төп фекерҙәргә баҫым яһа. Нескәлектәрҙе түгел, ә төп фекерҙәрҙе аңлатыр өсөн миҫалдар килтер. Тыңлаусыларың миҫалды ғына түгел, ә уның нимәгә өйрәткәнен дә хәтерҙә ҡалдырһын.