Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ БҮЛЕК

Алланың ергә ҡарата ниәте ниндәй?

Алланың ергә ҡарата ниәте ниндәй?

АЛЛА ерҙе кешелек өсөн һоҡландырғыс йорт итеп яратҡан. Үның Һүҙендә: «Күк Хоҙайҙыҡы, ә ерҙе Ул әҙәм улдарына биргән», — тип әйтелә (Мәҙхиә 113:24).

Беренсе кешене, Әҙәмде, барлыҡҡа килтерер алдынан Алла ерҙең бәләкәй бер биләмәһен һайлап алып, унда матур баҡса ултыртҡан. Ул Эден баҡсаһы тип аталған. Изге Яҙмаларҙа Евфрат һәм Тигр тигән йылғалар Эдендан ағып сыҡҡандар тип әйтелә a. Эден баҡсаһы, күрәһең, хәҙерге Төркиәнең көнсығыш яғында урынлашҡан булған. Эйе, Эден баҡсаһы ер йөҙөндә ысындан да булған!

Алла Әҙәмде барлыҡҡа килтергәс, уны Эден баҡсаһына урынлаштырған һәм уға «йәннәтте эшкәртергә һәм һаҡларға» ҡушҡан (Башланмыш 2:15). Һуңыраҡ Алла Әҙәм өсөн Һауа исемле ҡатын яратҡан. Алла был парға бындай әмер биргән: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ» (Башланмыш 1:28). Эйе, Алла ерҙе «юҡҡа ғына» түгел, ә кешеләр менән «тултырыр өсөн барлыҡҡа килтергән» (Ишағия 45:18).

Әммә Әҙәм менән Һауа Алланың әмерен аңлы рәүештә боҙоп, уға ҡаршы сыҡҡандар. Шуға күрә Алла уларҙы Эден баҡсаһынан ҡыуған. Ожмах юғалтылған булған. Әҙәмдең гонаһы башҡа ҡайғылы эҙемтәләргә лә килтергән. «Шуға күрә донъяға бер кеше арҡылы гонаһ, ә гонаһ аша үлем үтеп кергән кеүек һәм шулай итеп, һәр кеше гонаһ ҡылғанға, үлем барлыҡ кешеләргә күскән», — тип әйтелә Изге Яҙмаларҙа (Римлыларға 5:12).

Йәһүә үҙенең башланғыс ниәтенән — ерҙе ожмахҡа әйләндереп, уны бәхетле кешеләр менән тултырыу теләгенән баш тартҡанмы? Юҡ! Алла: «Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ миңә үтәлмәйенсә кире ҡайтмаясаҡ, ләкин мин теләгәнде эшләйәсәк, һәм мин уны нимә өсөн ебәрһәм, шуны башҡарасаҡ», — тип әйтә (Ишағия 55:11). Ерҙә яңынан Ожмах буласаҡ!

Ожмахта тормош ниндәй буласаҡ? Сираттағы ике биттә килтерелгән Изге Яҙмаларҙағы вәғәҙәләрҙе ҡарап сығайыҡ.

a Башланмыш 2:10—14-тә: «Эдендан йылға ағып сығып, йәннәт баҡсаһын һуғара һәм артабан дүрт тармаҡҡа айырыла ине. Уларҙың береһе Пишон тип атала... Икенсе йылға Гихон тип атала... Өсөнсө йылғаның исеме Тигр, ул Ашшурҙан көнсығышҡа табан аға. Дүртенсе йылға — Евфрат», — тип әйтелә. Беренсе ике йылға тураһында мәғлүмәт юҡ.