3-СӨ БҮЛЕК
Кеше тормошон яҡшырта торған ғәмәли кәңәштәр
КҮҘ алдығыҙға килтерегеҙ, һеҙ йәшәгән ергә яңы табип күсеп килгән. Тәүҙә, бәлки, һеҙ уның яҡшы табип булыуына ышанмайһығыҙҙыр. Әммә һеҙҙең ҡайһы бер дуҫтарығыҙ уға мөрәжәғәт итә һәм үҙ һаулыҡтарын күпкә яҡшырта. Һеҙ ҙә был табипҡа барырға теләмәҫ инегеҙме?
Изге Яҙмалар ҙа ниндәйҙер мәғәнәлә шундай табипҡа оҡшаш. Ҡайһы бер кешеләр уның файҙа килтереүенә ышанмайҙар. Әммә Изге Яҙмаларҙағы кәңәштәрҙе ҡуллана башлағас, уларҙың тормоштары күпкә яҡшыра. Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер миҫалдарҙы ҡарап сығайыҡ.
Ғаиләләге ауырлыҡтарҙы хәл итә
«Өйләнешкәндән бирле ирем Дүмәс мине иҫәпкә алмай ине, — тип иҫенә төшөрә Сүмйәтүн. — Асыуым сыҡҡанда, мин йыш ҡына ҡысҡырып әрләп уны кәмһетә инем, уға төрлө әйберҙәр ташлай инем һәм хатта һуға инем. Ҡайһы саҡта мин ярһыуымдан иҫ юғалтып йығыла инем».
«Дүмәс Изге Яҙмаларҙы өйрәнә башлағас, мин унан мыҫҡыллап көлдөм. Әммә өйрәнеү ваҡытында күрше бүлмәлә йәшерен генә тыңлап ултырҙым. Бер тапҡыр мин Изге Яҙмаларҙан бындай өҙөк уҡығандарын ишеттем: „Ҡатындар үҙ ирҙәренә Хужабыҙға буйһонғандай буйһонһондар... ҡатын үҙ ирен тәрән хөрмәт итһен“ (Эфестарға 5:22, 33). Был һүҙҙәр минең йөрәгемә үтеп керҙе. Мин Аллаға доға ҡылып, иремде кәмһеткәнем өсөн ғәфү үтендем һәм яҡшы ҡатын булырға ярҙам һораным. Тиҙҙән беҙ Дүмәс менән Изге Яҙмаларҙы бергә өйрәнә инек».
Изге Яҙмаларҙа шулай уҡ: «Ирҙәр ҙә ҡатындарын үҙ тәндәрен яратҡан кеүек яратырға тейеш», — тип әйтелә (Эфестарға 5:28). Сүмйәтүн былай тип һөйләй: «Был белемдәр икебеҙгә лә тәьҫир итте. Мин, Дүмәс эштән өйгә ҡайтҡан саҡта, уға сәй килтереп, уның менән яғымлы итеп һөйләшә башланым. Ирем иһә мине нығыраҡ ярата һәм өй эштәрен башҡарырға ярҙам итә башланы. Беҙ икебеҙ ҙә „бер-берегеҙгә ҡарата игелекле, ҡыҙғаныусан булырға... бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән кисерегеҙ“ тигән ҡәңәш буйынса эш итергә тырыштыҡ (Эфестарға 4:32). Шуға күрә ғаиләбеҙҙә яратыу һәм хөрмәт үҫә барҙы. Беҙ инде 40 йылдан артыҡ ваҡыт дауамында бәхетле никахта йәшәйбеҙ. Алла Һүҙендәге аҡыллы кәңәштәр никахыбыҙҙы һаҡлап ҡалды!»
Асыуҙы баҫа
«Мин тиҙ ҡыҙып барыусан кеше инем, — тип һөйләй Таиб. — Мин йыш һуғыша
инем һәм кешеләргә пистолет менән янай инем. Мин шулай уҡ ҡатынымды, Кустрияны, ергә ауҙарып туҡмай инем. Күп кеше минән ҡурҡа ине.Бер тапҡыр мин Ғайсаның: „Һеҙгә яңы әмер бирәм... Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ“, — тигән һүҙҙәрен уҡыным (Яхъя 13:34). Был һүҙҙәр миңә бик ныҡ тәьҫир итте, һәм мин үҙгәрергә ҡарар иттем. Асыуым килгән ваҡыттарҙа, мин тыныс ҡалырға ярҙам һорап Аллаға доға ҡыла инем. Шунан һуң асыуым баҫыла ине. Беҙ ҡатыным менән Эфестарға 4:26, 27-ге: „Ярһыһағыҙ ҙа, гонаһ ҡылмағыҙ; асыуығыҙ ҡояш байығансы баҫылһын, Иблискә мөмкинлек ҡалдырмағыҙ“, — тигән кәңәште ҡулландыҡ. Беҙ һәр кис бергә Изге Яҙмаларҙы уҡыныҡ һәм доға ҡылдыҡ. Көн дауамында йыйылған көсөргәнешлек үтә ине, һәм беҙ бер-беребеҙгә тағы ла яҡыныраҡ булып киткәнебеҙҙе һиҙә инек.
Хәҙер мине тыныс кеше булараҡ беләләр. Ҡатыным һәм балаларым мине ярата һәм хөрмәт итә. Минең күп дуҫтарым бар, һәм мин Аллаға яҡынлаштым. Мин ысындан да бәхетле кеше!»
Насар ғәҙәттәрҙе еңергә ярҙам итә
«Мин бер йәштәр бандаһы менән бәйләнештә тора инем, күп тәмәке тарта инем һәм йыш ҡына төндәрҙе иҫерек килеш урамда аунап ятып уҙҙыра инем, — тип әйтә Гоин. — Мин шулай уҡ марихуана һәм экстази кеүек наркотиктарҙы үҙем ҡуллана инем һәм башҡаларға ла һата инем. Мин уларҙы пуля үткәрмәй торған жилет аҫтында йәшереп йөрөтә инем. Үҙемде тупаҫ тотһам да, мин гел ҡурҡып йәшәй инем.
Бер тапҡыр кемдер миңә Изге Яҙмаларҙан бындай һүҙҙәр күрһәтте: „Улым! Өгөт-нәсихәтте онотма... Шул саҡ һинең ғүмерең оҙон булыр, һәм һин тыныс, имен йәшәрһең“ (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:1, 2). Мин имен һәм оҙаҡ йәшәргә бик ныҡ теләй инем! Мин шулай уҡ бындай һүҙҙәр уҡыным: „Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, шундай вәғәҙәләргә эйә булғанбыҙ икән, әйҙәгеҙ, тән менән рухты бысрата торған һәр нәмәнән үҙебеҙҙе сафландырайыҡ һәм Алланан ҡурҡыуыбыҙҙы күрһәтеп, изгелегебеҙҙе камиллаштырайыҡ“ (2 Көринттәргә 7:1). Һөҙөмтәлә, мин наркотиктарҙы ташланым, банданы ҡалдырҙым һәм Аллаға хеҙмәт итә башланым.
Наркотиктарҙы ташлағанға инде 17 йылдан артығыраҡ ваҡыт үтеп китте. Хәҙер минең һаулығым яҡшы, ғаиләм бәхетле, дуҫтарым ышаныслы, ә выжданым саф. Һәм урамда аунап ятыр урынына, мин һәр төн карауатымда тыныс йоҡлайым».
Милли хөрәфәттәрҙе еңә
«Йәш үҫмер сағымда мин енәйәтсе тормошон алып барҙым», — тип иҫенә төшөрә Бамбанг исемле бер ир-ат. — Ҡорбандарымдың күпселеге мин нәфрәт иткән милли төркөмдәрҙең кешеләре ине.
Ваҡыт уҙыу менән мин Алланы эҙләй башланым. Эҙләнеүҙәрем мине Изге Яҙмаларҙы өйрәнер өсөн йыйылған кешеләргә килтерҙе. Унда нәҡ мин нәфрәт иткән милли төркөм кешеләре лә бар ине! Улар мине йылы итеп ҡаршы алдылар. Был кешеләр, төрлө милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер-береһе менән асыҡ һәм шатланып аралаша ине. Быны күреү мине хайран ҡалдырҙы! Шунда мин Изге Яҙмаларҙағы бындай һүҙҙәрҙе аңланым: „Алла кешеләрҙе айырмай, ләкин үҙенән ҡурҡыусыны һәм тәҡүәлек ҡылыусыны, ул ҡайһы ғына халыҡтан булмаһын, хуп күрә“ (Илселәр 10:34, 35).
Бөгөн минең йөрәгемдә кешеләргә ҡарата бер ниндәй ҙә хөрәфәт тойғоһо юҡ. Хәҙер иң яҡын дуҫтарымдың ҡайһы берҙәре — элек мин нәфрәт иткән милли төркөм кешеләре. Алла Изге Яҙмалар ярҙамында мине яратырға өйрәтте».
Кеше үлтереүсене үҙгәртә
«Йәш үҫмер сағымда мин ике тапҡыр уғрылыҡ өсөн һәм бер тапҡыр кешене сәнсеп яралағаным өсөн төрмәлә ултырып сыҡтым, — тип һөйләй Гарога. — Һуңыраҡ мин сыуалыш күтәргән бер төркөмгә ҡушылдым һәм күп кешене үлтерҙем.
Сыуалыш баҫылғас, мин енәйәтселәр төркөмөнөң башлығы булып киттем. Беҙ кешеләрҙән янап аҡса һәм мәғлүмәт талап итә инек. Шәхси һаҡсыларым һәр ваҡыт миңә эйәреп йөрөйҙәр ине. Мин аяуһыҙ һәм ҡурҡыныс кеше инем.Бер ваҡыт мин Изге Яҙмаларҙан бындай һүҙҙәр уҡыным: „Мөхәббәт түҙемле һәм игелекле. Мөхәббәт көнсөл түгел, ул маҡтанмай, маһайып йөрөмәй, үҙен әҙәпһеҙ тотмай, үҙ файҙаһын эҙләмәй, ярһымай, яман эштәрҙе һанап бармай“ (1 Көринттәргә 13:4, 5). Был һүҙҙәр минең йөрәгемә тәьҫир итте. Мин башҡа ергә күсендем һәм Изге Яҙмаларҙы өйрәнеп, ундағы кәңәштәрҙе тормошомда ҡуллана башланым.
Элек аяуһыҙ кеше булһам да, мин үҙгәрҙем. Хәҙер кешеләр мине Алла Һүҙенә өйрәтеүсе булараҡ беләләр. Мин маҡсатлы һәм мәғәнәле тормош алып барам».
Алла Һүҙе ҡөҙрәтле
Был һәм башҡа күп осраҡтар «Алланың һүҙе тере һәм ҡөҙрәтле» булыуын иҫбатлай (Еврейҙарға 4:12). Ундағы кәңәштәр ябай, ғәмәли һәм файҙалы.
Изге Яҙмалар һеҙгә лә ярҙам итә аламы? Эйе, теләһә ҡайһы ауырлыҡ менән осрашҡанда ла, ул һеҙгә ярҙам итә ала. «Бар Яҙма Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фаш итеү, төҙәтеү һәм тәҡүәлек тәрбиәләү өсөн файҙалы. Нәтижәлә, Алла кешеһе бар нәмәгә һәләтле һәм һәр ҡайһы игелекле эшкә әҙер буласаҡ» (2 Тимутегә 3:16, 17).
Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Изге Яҙмаларҙың ҡайһы бер төп тәғлимәттәрен ҡарап сығайыҡ.