Инеш һүҙ
«Иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ» (ЕВРЕЙҘАРҒА 6:12).
1, 2. Күсеп йөрөүсе бер күҙәтсе Алланың Изге Яҙмаларҙа телгә алынған тоғро хеҙмәтселәре тураһында нисек һөйләгән, һәм ни өсөн уларҙы яҡшы дуҫтар тип атап була?
ОЛО ЙӘШТӘГЕ күсеп йөрөүсе күҙәтсенең телмәрен тыңлағандан һуң, бер мәсихсе ҡатын: «Ул Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған кешеләр хаҡында үҙенең яҡын дуҫтары тураһында һөйләгәндәй һөйләй», — тип әйткән. Һәм ул хаҡ, сөнки был ағай-ҡәрҙәш Алла Һүҙен тиҫтәләгән йылдар дауамында өйрәнә һәм уның нигеҙендә башҡаларҙы өйрәтә. Шуға күрә Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған иманлы ир һәм ҡатындар уның ғүмер буйы белгән яҡын дуҫтары һымаҡ булып киткән.
2 Шундай дуҫтарың булһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине! Ә һин уларҙың ысындан да йәшәгәненә ышанаһыңмы? Күҙ алдына килтер, һин Алланың тоғро хеҙмәтселәренең береһе менән, мәҫәлән, Нух, Ибраһим, Рут, Ильяс йәки Әсфирә менән бергә һөйләшеп бараһың. Улар менән бергә ваҡыт үткәргәнгә, һин уларҙы яҡшыраҡ белә башлайһың. Уларҙың һинең тормошоңа ниндәй йоғонто яһай алғандары, һиңә ниндәй ҡиммәтле кәңәштәр һәм дәрт бирә алғандары тураһында уйлап ҡына ҡара! (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-не уҡы.)
3. а) Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған тоғро кешеләрҙең үрнәктәре беҙгә ниндәй файҙа килтерә? б) Беҙ ниндәй һорауҙар ҡарап сығырбыҙ?
3 Әлбиттә, «тәҡүә кешеләр» терелтелгән ваҡытта бындай һоҡланғыс дуҫлыҡ һис шикһеҙ мөмкин буласаҡ (Ғәм. 24:15). Ләкин инде хәҙер беҙ Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған тоғро ир һәм ҡатындарҙан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Нисек итеп? Илсе Паул бындай кәңәш биргән: «Иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ» (Евр. 6:12). Әйҙә, көслө иман күрһәткән кешеләр менән яҡынданыраҡ танышайыҡ. Ләкин тәүҙә Паулдың һүҙҙәрен уҡығандан һуң тыуған бер нисә һорауҙы ҡарап сығайыҡ: нимә ул иман, һәм ни өсөн уға эйә булыу мөһим? Беҙ Алланың боронғо хеҙмәтселәренән нисек өлгө ала алабыҙ?
Нимә ул иман, һәм ни өсөн уға эйә булыу мөһим?
4. Күптәр иман тураһында нимә уйлай, һәм ни өсөн улар яңылыша?
4 Иман — күркәм сифат. Был китапта яҙылған кешеләр ул сифатты юғары баһалаған. Бөгөн күптәр имандың ҡәҙерен белеп еткермәй. Улар уйлауынса, иман — ышаныслы дәлилдәр булмай тороп нимәнелер таныу. Ысынында иһә улай түгел. Ысын иман тиҙ ышанып барыуҙан айырылып тора. Ул хис кенә лә түгел, Алланың барлығына ышаныу ғына ла түгел. Тиҙ ышанып барыу ҡурҡыныс, ә хис иһә килә лә китә. Алланың барлығына ышаныу Яҡ. 2:19).
ғына бик аҙ, сөнки хатта «ендәр ҙә быға ышана һәм ҡалтырашып тора» (5, 6. а) Иман күҙгә күренмәгән ниндәй ике нәмәгә нигеҙләнә? б) Иманыбыҙҙың нигеҙе ни тиклем ныҡлы булырға тейеш? Миҫал килтер.
5 Ысын иман үҙ эсенә күберәкте ала. Изге Яҙмаларҙа иманға ниндәй аңлатма бирелеүен иҫкә төшөрәйек. (Еврейҙарға 11:1-ҙе уҡы.) Паул әйткәнсә, иман күҙгә күренмәгән ике нәмәгә нигеҙләнә. Беренсеһе — «күренмәгән нәмәләрҙең барлығына» ышаныу. Беҙҙең күҙҙәребеҙ күктәгене, мәҫәлән, Йәһүә Алланы, уның Улын йәки әлеге ваҡытта идара иткән Батшалыҡты күрә алмай. Икенсеһе — «өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына», йәғни әле булмаған ваҡиғаларҙың буласағына ышаныу. Мәҫәлән, беҙ Алла Батшалығы тиҙҙән урынлаштырасаҡ яңы донъяны күрә алмайбыҙ. Быларҙың барыһы күренмәгән һәм өмөтләнеп көткән нәмәләргә ышаныуыбыҙ нигеҙһеҙ тигәнде аңлатамы?
6 Һис тә юҡ! Паул әйткәнсә, ысын имандың ныҡлы нигеҙе бар. Иманды «ышаныс» тип атап, ул милеккә хоҡуҡты раҫлаусы документ тип тәржемә итеп булған һүҙбәйләнеште ҡулланған. Күҙ алдыңа килтер, бер кеше һиңә йорт бүләк итергә булды, ти. Ул һиңә, документ биреп: «Бына һинең яңы йортоң», — тип әйтә. Әлбиттә, ул һинең ҡағыҙ киҫәгендә йәшәйәсәгеңде күҙ уңында тотмай. Ләкин был юридик документ һинең йорт хужаһы булыуыңа шул хәтлем көслө дәлил булып тора, хатта бындай документың булыу йортҡа эйә булыуға тиң. Шуның шикелле, иманыбыҙ нигеҙләнгән дәлилдәр шул тиклем көслө һәм ышаныслы, хатта уларҙы имандың үҙенә тиңләп була.
7. Ысын иман нимәне үҙ эсенә ала?
7 Шулай итеп, ысын иман нигеҙле ышаныс һәм ҡаҡшамаҫ инанғанлыҡты үҙ эсенә ала, ә улар Йәһүә Алла тураһында белгәндәребеҙгә ҡоролған. Иман беҙҙе Аллаға яратҡан Атабыҙға ҡараған кеүек ҡарарға һәм уның бөтә вәғәҙәләренең мотлаҡ үтәләсәгенә ышанырға дәртләндерә. Әммә ысын иман үҙ эсенә тағы ла күберәкте ала. Бөтә тереклек һымаҡ, ул үҙен туҡландырыуға мохтаж. Иман эштәрҙә сағылырға тейеш, юғиһә ул үләсәк (Яҡ. 2:26).
8. Ни өсөн иман шул тиклем мөһим?
8 Ни өсөн иманға эйә булыу шул тиклем мөһим? Паул был һорауға ышандырырлыҡ яуап биргән. (Еврейҙарға 11:6-ны уҡы.) Иманыбыҙ булмаһа, беҙ Йәһүәгә яҡынлаша ла, уның хуплауына эйә була ла алмайбыҙ. Шуға күрә, кешенең төп тәғәйенләнешенә тап килергә — Аллаға яҡынлашып, уны данларға теләһәк, иман мотлаҡ кәрәк.
9. Йәһүә иманға мохтаж булыуыбыҙҙы белгәнен нисек күрһәткән?
9 Йәһүә беҙҙең иманға ни тиклем мохтаж булыуыбыҙҙы белә. Шуға күрә ул беҙгә иман үҫтерергә һәм уны сағылдырырға ярҙам иткән миҫалдар бирә. Йәһүә мәсихсе йыйылышҡа үҙ өҫтәренә етәкселек алған һәм иман өлгөһө күрһәткән ир-аттар биргән. Улар хаҡында Алла Һүҙендә: «Имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ», — тип әйтелә Евр. 13:7). Бынан тыш, илсе Паул, «шаһиттар шул тиклем күп» тиеп, көслө иман өлгөһө ҡалдырған боронғо ир һәм ҡатындар тураһында яҙған (Евр. 12:1). Ул үҙенең еврейҙарға яҙған хатының 11-се бүлегендә Аллаға тоғро хеҙмәт иткән кешеләрҙең ҡайһы берҙәрен генә иҫкә ала. Изге Яҙмаларҙа сығыштары һәм йәшәү шарттары төрлө булған, ысынбарлыҡта йәшәгән төрлө йәштәге ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар тураһында бик күп хикәйәләр бар. Улар иман үрнәктәре булып киткән, һәм беҙ, иманһыҙлыҡ хөкөм һөргән заманда йәшәүселәр, уларҙан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ.
(Башҡаларҙың имандарын нисек өлгө итеп алырға?
10. Шәхси өйрәнеү Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған тоғро кешеләрҙән өлгө алырға нисек ярҙам итә ала?
10 Берәй кешенән өлгө алыр өсөн тәүҙә уны иғтибар менән күҙәтергә кәрәк. Был китапты уҡыған саҡта шуны күрерһең: һиңә Алланың тоғро хеҙмәтселәре менән яҡынданыраҡ танышырға ярҙам итер өсөн бик тәрән тикшеренеүҙәр үткәрелде. Һин дә, ошо үрнәк буйынса эш итеп, өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәрә алаһың. Шәхси өйрәнеү ваҡытында ҡул аҫтында булған баҫмалар һәм башҡа ҡоралдар ярҙамында Изге Яҙмаларҙы тәрәнерәк тикшер. Уҡығандарың тураһында уйланып, тасуирланған мөхитте һәм тарихи ерлекте күҙ алдыңа килтер. Үҙең шунда булғандай, һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы күрергә, тауыштарҙы ишетергә, еҫтәрҙе һиҙергә тырыш. Ә иң мөһиме, иҫкә алынған кешеләрҙең хис-тойғоларын аңларға тырыш. Әгәр тоғро ир һәм ҡатындарҙың хәлдәренә инһәң, улар һинең өсөн тағы ла яҡыныраҡ һәм реаль, ә ҡайһы берҙәре хатта күптәнге дуҫтарың кеүек яҡын булып китер.
11, 12. а) Һин нисек Ибрам һәм Сарай менән тағы ла яҡшыраҡ таныша алаһың? б) Һанна, Ильяс һәм Ишмуилдың миҫалдары һиңә ҡайһы яҡтарҙан файҙа килтерә ала?
11 Уларҙы яҡшы белеп алғас, һин уларҙан өлгө алырға теләрһең. Мәҫәлән, һин яңы билдәләнеү тураһында уйланаһың, ти. Йәһүәнең ойошмаһы һиңә хеҙмәтеңде киңәйтергә тәҡдим итә. Бәлки, һине күберәк вәғәзселәр кәрәк булған ергә күсергә саҡыраларҙыр йәки һиңә таныш булмаған йә ауыр булып күренгән хеҙмәттең берәй төрөндә ҡатнашырға тәҡдим итәләрҙер. Ундай билдәләнеү тураһында доға ҡылып уйланған ваҡытта Ибрамдың миҫалы һиңә нисек ярҙам итә ала? Ибрам ҡатыны Сарай менән Ур ҡалаһындағы уңайлыҡтарҙы һис икеләнмәйенсә ҡалдырған һәм һөҙөмтәлә мул фатихалар алған. Ибрам менән Сарайҙың үрнәгенә эйәрһәң, уларҙы күпкә яҡшыраҡ белә башлағаныңды һиҙерһең.
12 Ә берәй яҡын кешең һинең менән үҙен насар тотһа? Бәлки, һин, бойоғоп, хатта йыйылыш осрашыуына бармайынса өйҙә ҡалырға теләрһең. Был осраҡта Һаннаның үрнәге, Фәнинәнең уҫал бәйләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, уның Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙан туҡтамауы тураһында уйланыу һиңә дөрөҫ
ҡарарға килергә ярҙам итер. Шул саҡта Һанна ла һинең ҡәҙерле, тоғро дуҫыңа әйләнәсәк. Ә инде үҙеңде кәрәкһеҙ итеп тойғанға күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәнһең икән, ул саҡта Ильястың ниндәй хәлдә булғанын һәм Йәһүәнең уны нисек йыуатҡанын иҫеңә төшөр, һәм ул һиңә тағы ла яҡыныраҡ булып китер. Әхлаҡһыҙ синыфташтарының баҫымы менән даими осрашып торған йәштәр иһә, Ишмуилдың үрнәге тураһында уйланып, уны яҡшыраҡ аңлаясаҡ, сөнки Ишмуилға Илийҙың сатырҙа хеҙмәт иткән улдарының насар йоғонтоһона ҡаршы торорға тура килгән.13. Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған тоғро кешеләрҙең имандарын өлгө итеп алыу һине үҙ йөҙөңдө юғалтыуға килтермәҫме? Аңлат.
13 Әммә Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған тоғро кешеләрҙең имандарын өлгө итеп алыу һине, үҙ йөҙөңдө юғалтып, уларҙың сағылышы ғына булып китеүгә килтермәҫме? Һис тә юҡ! Хәтерләйһеңме, Йәһүә беҙҙе үҙенең Һүҙе аша көслө иман күрһәткән кешеләрҙән үрнәк алырға дәртләндерә (1 Кор. 4:16; 11:1; 2 Фес. 3:7, 9). Унан да бигерәк, ошо китапта әйтелгән ҡайһы бер кешеләр үҙҙәре лә Алланың элегерәк йәшәгән тоғро хеҙмәтселәренән өлгө алған. Мәҫәлән, был китаптың 17-се бүлегендә Мәрйәмдең, күрәһең, Һаннанан үрнәк алып, уның һүҙҙәрен ҡабатлағаны иҫкә алына. Был Мәрйәмдең иманы бик үк ныҡ булмаған тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ! Киреһенсә, Һаннаның үрнәге Мәрйәмгә, үҙ иманын нығытып, Йәһүә Алла алдында яҡшы исемгә эйә булырға ярҙам иткән.
14, 15. Был китаптың ниндәй үҙенсәлектәре бар, һәм беҙ унан нисек күберәк файҙа ала алабыҙ?
14 Был китаптың маҡсаты — һиңә иманыңды нығытырға ярҙам итеү. Ҡайһы бер мәғлүмәт «Күҙәтеү манараһы»ндағы (тат.) «Имандарын үрнәк итеп тотоғоҙ» тигән рубриканан алынған. Һәр бүлектә фекер алышыу үткәрер өсөн һәм белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланырға ярҙам итер өсөн һорауҙар килтерелгән. Махсус рәүештә был баҫма өсөн төрлө ентеклектәрҙе һүрәтләгән төҫлө рәсемдәр төшөрөлдө, ә инде булған рәсемдәр ҙурайтылды һәм эшкәртелде. Китапҡа ваҡыт шкалаһы һәм карталар кеүек башҡа файҙалы үҙенсәлектәр ҙә индерелде. «Имандарын өлгө итеп алығыҙ» тигән китап шәхси рәүештә, шулай уҡ ғаилә һәм йыйылыш менән бергә өйрәнер өсөн тәғәйенләнгән. Күп ғаиләләргә уны бергәләп ҡысҡырып уҡыу ҙа оҡшар.
15 Был китап һиңә Йәһүәнең боронғо тоғро хеҙмәтселәренең имандарын өлгө итеп алырға ярҙам итһен. Уның ярҙамында иманыңды үҫтер һәм күктәге Атабыҙ Йәһүәгә яҡынлаш!