Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ЕГЕРМЕНСЕ БҮЛЕК

«Ышанам»

«Ышанам»

1. Марта кисергән ҡайғыны тасуирлап бир.

МАРТАНЫҢ йөрәге түҙә алмаҫлыҡ булып әрнеүҙән ғазаплана. Ошо ҡурҡыныс ваҡиғалар һаман да уның күҙ алдында: туғанын ҡәбер мәмерйәгә һалалар һәм ҙур таш менән мәмерйә ауыҙын ҡаплап ҡуялар. Ул яратҡан туғанының башҡа үҙҙәре менән булмауына бер ҙә ышана алмай. Лазарҙың үлеменән һуңғы дүрт көн Марта өсөн ҡурҡыныс төш һымаҡ үтә: күҙ йәштәре, кешеләр, йыуатыуҙар...

2, 3. а) Ғайсаны күргәс, Марта ниндәй тойғолар кисергәндер? б) Мартаның әйткән һүҙҙәре уның хаҡында нимә асыҡлай?

2 Хәҙер Марта янында Лазарь өсөн бик ҡәҙерле булған кеше баҫып тора. Мартаны яңы көс менән ауыр тойғолар ғазаплай башлай, сөнки Ғайса — уның туғанын ҡотҡара алған берҙән-бер кеше. Шулай ҙа Ғайса янында Марта үҙен тыныс хис итә. Ғайсаның мәрхәмәтле ҡарашы Мартаның күңелен йылытып ебәрә, уның тәрән ҡыҙғаныуы уға көс өҫтәй. Ул Мартаға һорауҙар биреп, терелтеүгә ышаныуын тупларға ярҙам итә. Шул ваҡытта Марта үҙ ғүмерендәге иң мөһим һүҙҙәрҙе әйтә: «Мин Һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнлегеңә ышанам» (Яхъя 11:27).

3 Ошо һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Мартаның иманы ныҡ булған. Эйе, Изге Яҙмаларҙа Марта тураһында әллә ни күп әйтелмәй. Шулай ҙа уның тураһында яҙылғандарҙан беҙ иманыбыҙҙы нығытырлыҡ күп һабаҡтар ала алабыҙ. Әйҙә, ошо тоғро ҡатын менән яҡыныраҡ танышайыҡ.

Ул күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөгән

4. Марта кем менән йәшәгән, һәм уның ғаиләһе Ғайса менән ниндәй мөнәсәбәттәрҙә булған?

4 Бер нисә ай алдараҡ, әле иҫән-һау булғанда, Лазарь үҙ өйөндә, Битания ҡалаһында, иң ҡәҙерле ҡунаҡты — Ғайса Мәсихте көтә. Лазарь, Марта һәм Мәрйәм — бер туғандар, улар бер йортта йәшәй. Ҡайһы бер белгестәр, уларҙың иң олоһо Марта булғандыр, тип иҫәпләй, сөнки Марта үҙен хужабикә итеп тота, һәм ҡайһы ваҡыт ул беренсе булып иҫкә алына (Яхъя 11:5). Уларҙың берәйһе ҡасан да булһа никахта торғанмы? Беҙ быны теүәл белмәйбеҙ, әммә шуныһы билдәле: улар Ғайсаның яҡын дуҫтары булып киткән. Йәһүҙиәлә вәғәзләгәндә, Ғайса йыш ҡына ҡаршылыҡтар менән осрашҡан, хатта ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен уның менән дошмандарса тотҡан, әммә тап Лазарҙың йортонда ул тыныслыҡ тапҡан һәм көс йыйған.

5, 6. а) Ни өсөн Марта Ғайсаның килеүенә айырыуса тырышып әҙерләнгән? б) Ғайса ҡунаҡҡа килгәс, Мәрйәм ниндәй мөмкинлектән файҙаланған?

5 Өйҙә йәм булдырыр өсөн һәм ҡунаҡтарға уңайлы булһын өсөн, Марта күп көс һала. Ул бик эшсән, тиктормаҫ ҡатын, һәр саҡ нәмә менәндер мәшәҡәтләнеп йөрөй. Хәҙер ҙә Ғайсаның килеүе тураһында белгәс, Марта, күрәһең, шундай ҡәҙерле ҡунаҡты һәм уның юлдаштарын һыйлар өсөн, ҙур табын әҙерләргә була. Ул ваҡыттарҙа ҡунаҡсыллыҡ мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшө булған. Өйгә ингән ҡунаҡты үбеп ҡаршы алғандар, сандалыйын сисеп, аяғын йыуғандар, ә башына хуш еҫле май һөрткәндәр. (Лука 7:44—47-не уҡы.) Бынан тыш, уға ял итер өсөн уңайлы урын әҙерләгәндәр һәм тәмле ризыҡ менән һыйлағандар.

6 Марта менән Мәрйәм йүгереп йөрөп Ғайсаның килеүенә әҙерләнә. Ҡайһы берәүҙәр иҫәпләүенсә, Мәрйәм белемгә ынтылыусан ҡатын булған. Тәүҙә ул апаһына ярҙам итеп йөрөй, әммә Ғайса килгәс, хәл үҙгәрә. Ул ваҡыттағы дин етәкселәренән айырмалы рәүештә, Ғайса ҡатындарға хөрмәт менән ҡараған һәм уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән. Шуға күрә Мәрйәм, Ғайса ҡунаҡҡа килгән ваҡытты, башҡаларҙы өйрәтер өсөн, уңайлы ваҡыт, тип һанай. Шуға ла ул, Ғайсаны тыңлау мөмкинлегенә ҡыуанып, уның аяҡ осона барып ултыра ла мөкиббән китеп тыңлай башлай.

7, 8. Ни өсөн Мартаның асыуы килгән һәм ахыр сиктә ул нимә эшләгән?

7 Мартаның йәне көйә башлай. Уға әле күп төрлө һый әҙерләргә һәм ҡунаҡтар тураһында ҡайғыртырға кәрәк, шуға күрә уның борсолоуы арта төшә. Күҙ алдыңа килтер: ул, ығы-зығы килеп, төрлө эштәр башҡара. Ярҙам итергә йыйынмаған Мәрйәм эргәһенән үткәндә, Марта, ҡаштарын емереп, һеңлеһенә ҡарай ҙа ауыр итеп һулап ҡуя. Эйе, Мартаны ла аңлап була: нисек инде ул бер үҙе генә барыһын башҡарып өлгөрһөн?

8 Ахыр сиктә Мартаның түҙемлеге бөтә. Ул Ғайсаның һүҙен бүлә лә: «Хужам! Һеңлемдең бөтөн эште миңә генә ҡалдырып ҡуйыуына бошонмайһыңмы? Уға әйт әле, миңә ярҙам итһен», — тип үтенә (Лука 10:40). Был ҡаты ғына һүҙҙәр булған. Изге Яҙмаларҙың ҡайһы бер тәржемәләрендә уның һорауы ошолай яңғырай: «Хужам, ...әллә һиңә барыберме?» Ул хатта Ғайсанан Мәрйәмде ярҙам итергә ебәреүен үтенә.

9, 10. а) Ғайса Мартаға нимә тигән? б) Ғайсаның, Марта юҡҡа ғына борсолоп табын әҙерләп йөрөй, тип әйткеһе килмәгәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

9 Ғайсаның яуабы, моғайын, Мартаны бик ғәжәпләндергәндер. Изге Яҙмаларҙың шул өҙөгөн уҡыған кешеләрҙең дә күбеһе шундай уҡ тойғолар кисерә. Ғайса йомшаҡ ҡына: «Эй Марфа, Марфа! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, ...ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ», — ти (Лука 10:41, 42). Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Ғайсаның, Мартаны рухи нәмәләр ҡыҙыҡһындырмай һәм уның тәмле аштар әҙерләргә эскерһеҙ тырышлыҡтары бушҡа ғына булған, тип әйткеһе килгәнме?

Марта, «күп нәмә тураһында борсолған булһа ла, баҫалҡылыҡ күрһәтеп, төҙәтеүҙе ҡабул иткән»

10 Әлбиттә, юҡ. Ғайса шуны аңлаған: Мартаны табын хәстәрләп йөрөргә яратыу дәртләндергән һәм ул барыһын да саф теләктәрҙән сығып эшләгән. Шулай уҡ ул йомарт һыйҙар әҙерләп ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүҙе ниндәйҙер насар нәмә тип иҫәпләмәгән. Мәҫәлән, Ғайса бер ваҡыт Маттай әҙерләгән «оло табында» булған (Лука 5:29). Шуға күрә эш Мартаның һый әҙерләүендә түгел, ә уның үҙе өсөн нимәне мөһим тип һанауында булған. Ул, мул табын әҙерләйем, тип, иң мөһимен күҙ уңынан ысҡындырған. Нимәне?

Ғайса Мартаның ҡунаҡсыллығын ҡәҙерләгән һәм уның барыһын да саф теләктәрҙән сығып эшләгәнен аңлаған

11, 12. Ғайса Мартаны нисек төҙәткән?

11 Мартаның йортона Ғайса — Йәһүә Алланың берҙән-бер Улы килгән һәм Алла тураһында хәҡиҡәттәргә өйрәткән. Әллә тәмле һыйҙар йә башҡа әҙерләнеүҙәр бынан мөһимерәк була алғанмы? Мартаның, үҙ иманын нығытыр өсөн, иҫ киткес мөмкинлеге булһа ла, ул уны ҡулланмаған. Ғайсаны был һис шикһеҙ борсоған, шулай ҙа ул Мартаға үҙенә һайлау яһарға мөмкинлек биргән *. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Марта Мәрйәмде лә шундай ғәжәп мөмкинлектән мәхрүм итмәксе булған.

12 Ғайса Мартаны тынысландырырға теләп, ике тапҡыр уның исемен ҡабатлай һәм, бик күп нәмә тураһында хәстәрләп йөрөргә кәрәкмәй, тип йомшаҡ ҡына уны төҙәтә. Бер-ике генә ябай ашамлыҡ етер ине, сөнки ҡунаҡтар өсөн рухи табын әҙерләнгән булған. Ғайса Мәрйәмде «һәйбәт өләштән», йәғни уны тыңлап өйрәнеүҙән мәхрүм итергә теләмәгән.

13. Ғайсаның Мартаға әйткән һүҙҙәренән беҙ үҙебеҙ өсөн ниндәй һабаҡтар алабыҙ?

13 Бөгөн беҙ ошо осраҡтан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Бер нәмәгә лә рухи ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерергә ҡамасауларға рөхсәт итмәйек (Мат. 5:3). Мартаның йомартлығы һәм эшсәнлеге өлгө итеп алырлыҡ булһа ла, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткәндә беҙгә әллә ни мөһим булмаған нәмәләр тураһында сиктән тыш борсолорға кәрәкмәй. Шул саҡта беҙ мөһимерәк булғанды онотмаҫбыҙ. Ҡәрҙәштәребеҙ менән осрашыуыбыҙҙың төп маҡсаты мул табын әҙерләү һәм ашап-эсеү түгел, ә рухи фекерҙәр менән уртаҡлашып, бер-беребеҙҙе дәртләндереү булһын. (Римдарға 1:11, 12-не уҡы.) Ә был маҡсатҡа, беҙ табыныбыҙ мул булмаһа ла, ирешә алабыҙ.

Яратҡан туғандары үлә һәм терелтелә

14. Ни өсөн беҙ, Марта кәңәштәрҙе ҡабул итеүҙә яҡшы үрнәк ҡалдырған, тип әйтә алабыҙ?

14 Марта Ғайсаның йомшаҡ шелтәһенә ҡолаҡ һалғанмы? Һис шикһеҙ. Илсе Яхъя Мартаның ҡустыһы тураһындағы хәбәрен ошондай һүҙҙәр менән башлай: «Ғайса Марфаны ла, уның һеңлеһе менән Лазарҙы ла ярата ине» (Яхъя 11:5). Ғайсаның Мартаның өйөндә ҡунаҡ булып китеүенән һуң бер нисә ай үтә. Марта Ғайсаға үпкә тотоп йөрөмәй һәм уның яратыу менән бирелгән нәсихәтенә асыуланмай. Киреһенсә, ул уның кәңәшен ихлас күңелдән ҡабул итә. Был йәһәттән дә ул беҙгә яҡшы үрнәк ҡалдырған, сөнки һәр беребеҙ ваҡыт-ваҡыт төҙәтеүгә мохтаж.

15, 16. а) Лазарь ауырып киткәс, Марта, күрәһең, нимә эшләгән? б) Ни өсөн Марта менән Мәрйәмдең өмөттәре аҡланмаған?

15 Лазарь ауырып киткәс, Марта уны ҡарай. Туғанының ғазаптарын нисек тә булһа еңеләйтер өсөн һәм уға һауығырға ярҙам итер өсөн, ул ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Әммә Лазарҙың хәле көндән-көн хөртәйә бара. Марта менән Мәрйәм көнө-төнө туғандары эргәһенән китмәй уның хаҡында хәстәрлек күрә. Ҡустыһының йонсоу йөҙөнә ҡарап, Марта, күрәһең, уның менән бергә йәшәгән йылдарҙы, бергә кисереп сыҡҡан ҡайғылы һәм шатлыҡлы ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрә.

16 Лазарҙың хәле бик тә насарланғас, Марта менән Мәрйәм Ғайсаға хәбәрселәр ебәрә. Ғайса вәғәзләп йөрөгән ергә барып етер өсөн, ике көнлөк юл үтергә кәрәк. Уларҙың хәбәре ябай: «Хужам, Һин яратҡан Лазарь ауырып китте» (Яхъя 11:1, 3). Улар Ғайсаның Лазарҙы яратҡанын белә һәм үҙ дуҫына һис шикһеҙ ярҙам итәсәгенә ышана. Ләкин Ғайса Лазарь үлмәҫ борон килеп өлгөрөрмө һуң? Әгәр ҙә Марта менән Мәрйәм быға өмөтләнгән булһа, уларҙың өмөттәре аҡланмаған. Лазарь үлгән.

17. Марта нимәгә аптыраған һәм, Ғайсаның Битанияға етеп килеүе хаҡында ишеткәс, ул нимә эшләгән?

17 Марта менән Мәрйәм илай-илай Лазарҙы ерләргә әҙерләнә. Улар Битаниянан һәм тирә-яҡтан килгән кешеләрҙе ҡабул итә. Ҡайғы-хәсрәтле мәшәҡәттәр менән ваҡыт үтә тора, ә Ғайсанан һаман да хәбәр юҡ. Марта: «Ни өсөн Ғайса килмәй икән?» — тип аптырайҙыр, моғайын. Лазарь үлгәндән һуң дүрт көн үткәс, Марта Ғайсаның Битанияға етеп килеүе хаҡында ишетә. Етеҙ Марта ошо ҡайғылы осраҡта ла тороп, Мәрйәмгә бер нәмә лә әйтмәйенсә, Ғайсаға ҡаршы барырға ашыға. (Яхъя 11:18—20-не уҡы.)

18, 19. Марта ниндәй өмөт тураһында әйткән, һәм ни өсөн уның иманы айырыуса иғтибарыбыҙға лайыҡ?

18 Марта Хужаһын күргәс, үҙен дә, Мәрйәмде лә һуңғы көндәрҙә борсоған уйын белдерә: «Хужам, Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине». Әммә Марта иманын һәм өмөтөн юғалтмай. «Мин хәҙер ҙә беләм: Алланан ни генә һораһаң да, Ул Һиңә бирәсәк», — ти ул. Яуап итеп Ғайса Мартаның өмөтөн нығытырлыҡ һүҙҙәр әйтә: «Ҡустығыҙ тереләсәк» (Яхъя 11:21—23).

19 Һүҙ киләсәктәге терелтеү тураһында бара тип уйлап, Марта: «Беләм, ул ҡиәмәт көнөндәге терелеү ваҡытында тереләсәк» — ти (Яхъя 11:24). Уның терелтеүгә иманы айырыуса иғтибарыбыҙға лайыҡ. Йәһүдтәрҙең саддукейҙар тип аталған ҡайһы бер дин әһелдәре был тәғлимәтте, хатта уның тураһында Изге Яҙмаларҙа асыҡтан-асыҡ яҙылған булһа ла, кире ҡаҡҡан (Дан. 12:13; Марк 12:18). Марта Ғайсаның терелтеү тураһында һөйләгәне һәм хатта бер нисә кешене терелткәне хаҡында белә. Ләкин ул кешеләрҙең береһе лә Лазарь һымаҡ үлгән хәлдә дүрт көн ятмаған. Шуға ла тиҙҙән буласаҡ мөғжизәне Марта хатта уйына ла килтерә алмай.

20. Ғайсаның Яхъя 11:25—27-лә яҙылған онотолмаҫлыҡ һүҙҙәре һәм Мартаның яуабы нимә аңлата?

20 Шул ваҡыт Ғайса хәтерҙә мәңгегә уйылып ҡалырлыҡ һүҙҙәр әйтә: «Мин — терелеү һәм тормош». Ысынлап та, Йәһүә Алла үҙ Улына киләсәктә бөтә ер йөҙө буйынса бихисап күп кешене терелтергә вәкәләт биргән. Ғайса Мартанан: «Һин быға ышанаһыңмы?» — тип һорай. Мартаның яуабы бүлектең башында килтерелә. Эйе, Марта Ғайсаның Мәсих булыуына, уның Йәһүә Алланың Улы икәнлегенә ышанған. Ул шулай уҡ Ғайсаның килеүе хаҡында алдан пәйғәмбәрҙәр әйткәндәргә лә ышанған (Яхъя 5:28, 29; 11:25—27-не уҡы).

21, 22. а) Ғайса ҡайғырыуын нисек күрһәткән? б) Лазарҙың терелеүен тасуирлап бир.

21 Йәһүә Алла һәм уның Улы Ғайса Мәсих ундай иманды ҡәҙерләйме? Был һорауға яуап алыр өсөн, артабан нимә булғанын ҡарап сығайыҡ. Марта шунда уҡ үҙенең һеңлеһен саҡырып ала. Шунда ул Ғайсаның, Мәрйәм һәм башҡа кешеләр менән һөйләшеп торғанда, бик ныҡ ҡайғырғанын күрә. Үлемдең кешеләргә ниндәй хәсрәт килтергәнен күреп, Ғайса көйөнә. Ул ҡайғыһын белдерергә оялмай, уның күҙҙәренән йәш тәгәрәй. Ҡапыл Марта Ғайсаның, мәмерйә ауыҙынан ташты ситкә шылдырығыҙ, тигән бойороғон ишетә (Яхъя 11:28—39).

22 Донъяға һәр ваҡыт айыҡ ҡараш менән ҡараған Марта, Лазарь еҫләнгәндер, үлгәненә дүрт көн уҙҙы бит инде, тип ҡаршы төшә. Шунда Ғайса былай ти: «Мин һиңә: „Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең“, — тимәгәйнемме ни?». Эйе, Марта ышанған, шуға ул Алланың данын күргән. Тап ошо ваҡытта Алла үҙ Улына Лазарҙы терелтергә көс бирә! Ғайсаның «Лазарь, сыҡ!» тигән һүҙҙәре Мартаның күңелендә мәңгегә уйылып ҡалғандыр. Күҙ алдыңа килтер: мәмерйәнән ҡыштырлаған тауыш ишетелә; Лазарь тора ла туҡымаға уралған килеш мәмерйәнең ауыҙына табан йүнәлә. Ғайса: «Тағатығыҙ уны, атлап китһен!» — ти. Марта менән Мәрйәм шатлыҡтарынан Лазарҙың ҡосағына ташлана! (Яхъя 11:40—44-те уҡы.) Мартаның ҡайғыһы шатлыҡҡа әйләнә!

Мартаның Ғайсаға иман итеүе бүләкләнгән: ул үҙе лә, Мәрйәм дә терелтелгән туғанын күргән

23. Йәһүә менән Ғайса һинең өсөн нимә эшләргә теләй, һәм һинең үҙеңә нимә эшләргә кәрәк?

23 Ошо осраҡтан күренеүенсә, үлгәндәрҙе терелтеү хыял ғына түгел, ә Изге Яҙмаларҙағы өмөт биреүсе тәғлимәт. Был тәғлимәттең дөрөҫлөгөн тарихтағы ваҡиғалар ҙа раҫлай (Әйүп 14:14, 15). Йәһүә һәм уның Улы иманы ныҡ булған кешеләрҙе шатланып бүләкләй. Марта, Мәрйәм һәм Лазарь менән булған ваҡиға быға асыҡ дәлил булып тора. Иманың көслө булһа, һин дә Йәһүә әҙерләгән фатихаларҙы күрерһең.

Марта «хеҙмәт күрһәтеп йөрөнө»

24. Изге Яҙмаларҙа Марта һуңғы тапҡыр иҫкә алынғанда, уның тураһында нимә әйтелә?

24 Ошо ваҡиғаларҙан һуң Марта Изге Яҙмаларҙа тағы бер тапҡыр иҫкә алына. Ғайсаның ерҙә йәшәүенең һуңғы аҙнаһы үтеп бара. Үҙен киләсәктә ниндәй һынауҙар көткәнен аңлап, ул яңынан Битаниялағы дуҫтарына бара. Ошо ерҙән ул өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Иерусалимға китәсәк. Битанияла Ғайса менән Лазарь махаулы Симондың өйөндә киске аш ашай, ә «Марта хеҙмәт күрһәтеп йөрөй» (Яхъя 12:2).

25. Ни өсөн бөгөнгө мәсихсе йыйылыштар өсөн Марта кеүек ҡатын-ҡыҙҙар — ысын фатиха?

25 Был эшсән ҡатындың хеҙмәт күрһәтеп йөрөүе аптырарлыҡ түгел! Изге Яҙмаларҙа Марта беренсе тапҡыр иҫкә алынғанда тырышып эшләй; һуңғы тапҡыр иҫкә алынғанда ла, ул янындағылар тураһында ҡайғыртып эшләп йөрөй. Бөгөн дә мәсихсе йыйылыштарҙа Марта һымаҡ хәҡиҡәттә ныҡ торған, йомартлыҡ күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙар күп. Улар Йәһүәгә тырышып хеҙмәт итә һәм башҡаларға ярҙам итергә лә һәр ваҡыт әҙер. Марта һуңынан да был сифаттарҙы сағылдырғанмы? Сағылдырған булһа, ул аҡыллылыҡ менән эш иткән, сөнки алда уны ауырлыҡтар көткән.

26. Мартаның иманы уға нисек ярҙам иткән?

26 Бер нисә көндән һуң Марта Хужаһының, Ғайсаның, ғазапланып үлеүен күрәсәк. Бынан тыш, Ғайса Мәсихте үлтергән ике йөҙлө аяуһыҙ кешеләр Лазарҙы ла үлтерергә йыйына, сөнки уның терелеүе арҡаһында күптәр иманға килә. (Яхъя 12:9—11-ҙе уҡы.) Ахыр сиктә, үлем Мартаны туғандарынан айыра. Бының нисек һәм ҡасан булғаны беҙгә теүәл билдәле булмаһа ла, беҙ һис шикләнмәйенсә шуны әйтә алабыҙ: иманы ҡаҡшамаҫ булғанға, ул ахырға тиклем ныҡ булып ҡалған. Бына ни өсөн Мартаның иманы үрнәк алыуға лайыҡ.

^ 11 абз. Беренсе быуатта йәһүд йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙға белем алырға мөмкинлек бирелмәгән. Уларҙы, ғәҙәттә, йорт хужалығын алып барырға өйрәткәндәр. Шуға күрә ҡатындың, уҡытыусының аяҡ осона ултырып, берәй нәмәгә өйрәнергә теләүе Марта өсөн сәйер булып тойолғандыр.