Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Бәхетле ғаилә ҡорорға әҙерләнеү

Бәхетле ғаилә ҡорорға әҙерләнеү

1, 2. а) Ғайса барыһын да алдан уҡ планлаштырыуҙың мөһимлегенә нисек баҫым яһаған? б) Тормоштоң ниндәй өлкәһендә планлаштырыу айырыуса мөһим?

 ЙОРТ төҙөр өсөн, барыһын да ентекләп әҙерләргә кәрәк. Нигеҙ һала башлар алдынан, ер һатып алырға һәм йорттоң планын төҙөргә кәрәк. Әммә тағы бер мөһим талап бар. Ғайса былай тигән: «Әйтәйек, арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй ти. Ул иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни?» (Лука 14:28)

2 Бәхетле ғаилә ҡороуҙы йорт төҙөү менән сағыштырып була. Күптәр: «Мин өйләнергә теләйем», — ти. Әммә никах менән бәйле ауырлыҡтар тураһында уларҙың барыһы ла уйланамы? Изге Яҙмала никах тураһында хуплап әйтелһә лә, унда никах менән бәйле ауырлыҡтарға ла иғтибар ителә (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:22; 1 Коринфтарға 7:28). Шуға күрә ғаилә ҡорорға теләүселәр никах килтергән фатихаларға һәм ауырлыҡтарға айыҡ ҡарашлы булырға тейеш.

3. Ни өсөн Изге Яҙма ғаилә ҡорорға теләүселәр өсөн яҡшы ярҙам булып тора, һәм ул ниндәй өс һорауға яуап алырға ярҙам итә?

3 Был йәһәттән Изге Яҙма ярҙам итә. Ундағы кәңәштәр Никахҡа нигеҙ һалыусы — Йәһүә Алла тарафынан яҙҙырылған (Ефестарға 3:14, 15; 2 Тимофейға 3:16). Әйҙәгеҙ, ошо боронғо, әммә шул уҡ ваҡытта заманса белешмәләге принциптарға иғтибар итеп, шуны асыҡлайыҡ: 1) кеше үҙенең ғаилә ҡорорға әҙерме, юҡмы икәнен нисек билдәләй ала? 2) Тормош иптәшен һайлағанда, ниндәй сифаттарға иғтибар итергә кәрәк? 3) Осрашып йөрөгәндә нисек әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалырға?

ҺИН ҒАИЛӘ ҠОРОРҒА ӘҘЕРМЕ?

4. Никахты бәхетле килеш һаҡлар өсөн нимә мөһим һәм ни өсөн?

4 Йорт төҙөү өсөн күп аҡса кәрәк, ләкин уны йылдар дауамында тейешле хәлдә һаҡлар өсөн күпкә күберәк сығымдар талап ителә. Ғаилә тормошо менән дә шулай: никахҡа инеү күп көс талап итә һымаҡ тойолорға мөмкин, әммә йылдан-йыл никах мөнәсәбәттәрен нығытып тороуҙың мөһимлеген дә иҫәпкә алырға кәрәк. Был нимәне үҙ эсенә ала? Саф күңелдән бирелгән тоғролоҡ антын үтәү бик мөһим. Никахтағы мөнәсәбәттәр Изге Яҙмала бына нисек тасуирлана: «Шуға күрә кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр» (Башланмыш 2:24). Ғайса Мәсих айырылышырға һәм яңы никахҡа инергә рөхсәт иткән Изге Яҙмаға нигеҙләнгән берҙән-бер сәбәп тураһында әйткән. Был сәбәп — зина ҡылыу, йәғни никахтан тыш енси мөнәсәбәткә инеү (Матфей 19:9). Никахҡа инергә теләһәң, Изге Яҙмалағы ошо нормаларҙы иҫтә тоторға кәрәк. Ә инде был мөһим антты бирергә әҙер түгелһең икән, тимәк, никахҡа инергә лә әҙер түгелһең (Ҡанун 23:21; Вәғәзсе 5:4, 5).

5. Тоғролоҡ антын үтәү күптәрҙе ҡурҡытһа ла, ни өсөн ғаилә ҡорорға теләүселәр уны юғары баһаларға тейеш?

5 Тоғролоҡ анты тураһындағы фекер күптәрҙе ҡурҡыта. Бер йәш кеше: «Мин, ҡатыным менән ғүмергә бәйләнгәнемде аңлағас, үҙемде, ҡулдарын һәм аяҡтарын бығаулап, бикләп ҡуйылған тотҡон кеүек хис иттем», — тип әйткән. Әммә буласаҡ тормош иптәшеңде ысындан да яратһаң, тоғролоҡ анты һиңә йөк булып күренмәҫ. Киреһенсә, һин был антҡа хәүефһеҙлек сығанағына ҡараған кеүек ҡарарһың. Тоғролоҡ анты һалған яуаплылыҡ ир менән ҡатынды шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә ҡалырға һәм бер-береһенә терәк булырға дәртләндерә. Илсе Павел, ысын мөхәббәт «бөтөнөһөнә лә түҙә» һәм «һәр саҡ сабыр итә», тип яҙған (1 Коринфтарға 13:4, 7). Бер ҡатын былай ти: «Никах анты ярҙамында мин үҙемде күпкә хәүефһеҙерәк хис итәм. Ғүмер буйы бергә булырға тип, кешеләр алдында бер-беребеҙгә ант биргәндән һуң, мин тыныслыҡ тойҙом» (Вәғәзсе 4:9—12).

6. Ни өсөн йәш саҡта никахҡа инмәй тороу яҡшыраҡ булыр?

6 Был антҡа ярашлы йәшәр өсөн етлеккән кеше булырға кәрәк. Йәш саҡта, енси теләктәр әле бик көслө була, һәм был аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ҡамасауларға мөмкин. Ундай саҡта никахҡа инмәй тороу яҡшыраҡ булыр. Өлгөрә бара йәш кеше бик тиҙ үҙгәрә. Бик йәш саҡта өйләнешкәндәрҙең күбеһе бер нисә йылдан һуң үҙенең дә, тормош иптәшенең дә ихтыяждары һәм теләктәре үҙгәргәнен аңлаған. Статистика буйынса, көтә биреп өйләнеүселәргә ҡарағанда, йәшләй никахҡа инеүселәр йышыраҡ үҙҙәрен бәхетһеҙ тоя һәм йышыраҡ айырылыша. Шуға күрә ғаилә ҡорорға ашыҡма. Бер нисә йыл ғаилә ҡормайынса йәшәп алыу йәш кешегә етлеккән булып китергә, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә тупларға ярҙам итер. Бының ярҙамында һин тағы ла етлеккәнерәк булып китерһең һәм яҡшы тормош иптәше булырға әҙерләнерһең.

БАШТА ҮҘЕҢДЕ ТИКШЕР

7. Ни өсөн никахҡа инергә теләгәндәргә иң тәүҙә үҙ-үҙен тикшерергә кәрәк?

7 Тормош иптәшеңдә күрергә теләгән сифаттарҙы һанап бирә алаһыңмы? Күп кешеләр өсөн быны эшләү ауыр түгел. Ә үҙеңдең сифаттарың тураһында нимә әйтеп була? Холҡоңдоң ҡайһы һыҙаттары ғаиләңде бәхетле итергә ярҙам итер? Һин ниндәй ир йә ҡатын булырһың? Мәҫәлән, һиңә, үҙ хаталарыңды танып, кәңәш ҡабул итеү еңелме? Әллә башҡалар һине төҙәткәндә, һәр ваҡыт аҡланырға тырышаһыңмы? Һин, ғәҙәттә, ыңғай ҡарашлы, шат күңеллеме йә йышыраҡ кәйефһеҙ, ҡәнәғәтһеҙ булып йөрөйһөңмө? (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:33; 15:15) Иҫеңдә тот: никах холҡоңдо үҙгәртмәйәсәк. Әгәр һин ғорур, үпкәләүсән һәм бөтә нәмәгә ҡара күҙлек аша ҡараусан икәнһең, никахҡа ингәс тә шундай уҡ булып ҡаласаҡһың. Йыш ҡына беҙгә үҙ-үҙебеҙгә баһа биреү ауыр булырға мөмкин, шунлыҡтан атай-әсәйеңдән йә яҡын дуҫыңдан тәртибеңдә абайлап ҡалған етешһеҙлектәр хаҡында асыҡ итеп әйтеүен һәм кәңәш биреүен һорарға була. Үҙеңдә ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәклеге тураһында белгәс, етешһеҙлектәрең өҫтөндә эшләргә тырыш.

Әле никахҡа инмәҫ борон, ғаилә тормошо өсөн мөһим булған ғәҙәттәр, сифаттар һәм һәләттәр үҫтер

8—10. Изге Яҙмала кешегә никахҡа әҙерләнергә ярҙам иткән ниндәй кәңәштәр бирелә?

8 Алланың изге рухы беҙҙә «мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ, баҫалҡылыҡ, тотанаҡлыҡ» һымаҡ сифаттарҙы булдыра ала. Беҙгә Алланың рухына үҙебеҙҙә эш итергә рөхсәт итергә генә кәрәк. Изге Яҙма беҙҙе шуға дәртләндерә. Унда шулай уҡ, фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы яңыртырға, һәм «Алла сүрәтендә яратылған, дөрөҫлөктә ғәҙел һәм изгелекле яңы кешегә» әйләнергә кәрәк, тип әйтелә (Галаттарға 5:22, 23; Ефестарға 4:23, 24). Был кәңәште әле яңғыҙ саҡта ҡулланыуҙы банкка аҡса һалыу менән сағыштырып була: киләсәктә ғаилә ҡорғас, был һиңә файҙа килтерәсәк.

9 Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙға үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә түгел, ә «эске матурлығын[а]» иғтибар тупларға өйрәнергә кәрәк (1 Петр 3:3, 4). Тыйнаҡлыҡ һәм айыҡ фекерле булыу уға ысындан да «гүзәллек тажына» — зирәклеккә эйә булырға ярҙам итер (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:9; 31:10, 30; 1 Тимофейға 2:9, 10). Ир кеше, ҡатындар менән мөғәмәлә иткәндә, игелек һәм ихтирам сағылдырырға өйрәнергә тейеш (1 Тимофейға 5:1, 2). Ҡарарҙар ҡабул итергә һәм үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға өйрәнгәндә, уға шулай уҡ тыйнаҡ һәм баҫалҡы булырға ла өйрәнергә кәрәк. Залимлыҡ никахта проблемаларға килтерәсәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:23; Миҡай 6:8; Ефестарға 5:28, 29).

10 Үҙ-үҙеңде үҙгәртеү еңел булмаһа ла, бөтә мәсихселәргә үҙ өҫтөндә эшләргә кәрәк. Был һиңә яҡшы тормош иптәше булып китергә ярҙам итер.

ТОРМОШ ИПТӘШЕН ҺАЙЛАҒАНДА, НИМӘГӘ ИҒТИБАР ИТЕРГӘ КӘРӘК?

11, 12. Ике кеше бер-береһенә тура киләме, юҡмы икәнен нисек белә ала?

11 Һин йәшәгән ерҙә кеше тормош иптәшен үҙе һайлаймы? Шулай булһа, берәйһен оҡшатһаң, нимә эшләргә? Иң тәүҙә, үҙ-үҙеңдән былай тип һора: «Мин никахҡа ысындан да инергә теләйемме?» Кешелә буш өмөттәр уятып, уның хистәре менән уйнау мәрхәмәтһеҙлек булыр ине (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:12). Шунан һуң, үҙеңдән: «Мин никахҡа инә аламмы?» — тип һора. Әгәр ҙә ике һорауға ла «эйе» тип яуап бирһәң, артабанғы аҙымдарың үҙең йәшәгән ерҙәге ғөрөф-ғәҙәттәргә бәйле буласаҡ. Ҡайһы бер илдәрҙә күпмелер ваҡыт дауамында кешене күҙәтеп йөрөгәндән һуң, уға яҡынданыраҡ танышырға тәҡдим итергә була. Һиңә «юҡ» тип яуап бирһәләр, ныҡышмал булма. Иҫтә тот, башҡа кешенең дә был һорауҙа ҡарар ҡабул итергә хоҡуғы бар. Әммә кеше риза булһа, һеҙгә, ниндәйҙер файҙалы эштәр менән шөғөлләнеп, ваҡытты бергә үткәреү яҡшы булыр. Был һиңә шул кеше менән никахҡа инергәме, юҡмы икәнен билдәләргә мөмкинлек бирер *. Шул ваҡытта һиңә нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

12 Был һорауға яуап бирер өсөн, ике музыка ҡоралын, мәҫәлән, пианино менән гитараны күҙ алдыңа килтер. Яҡшы көйләнгән булһа, уларҙың һәр береһендә матур көй уйнарға була. Ә уларҙың икеһендә бер юлы уйнарға кәрәк булһа? Ул саҡта көй килеп сыҡһын өсөн, улар бер үк яңғырашта булырға тейеш. Һеҙҙең турала ла шуны уҡ әйтеп була. Һәр берегеҙ, бәлки, үҙ холҡоноң сифаттарын «көйләп», күп тырышлыҡтар һалғандыр. Әммә хәҙер бындай һорау тыуа: һеҙ «бер үк яңғыраштаһығыҙмы»? Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, һеҙ бер-берегеҙгә тура киләһегеҙме?

13. Ни өсөн ҡараштарыңды уртаҡлашмаған кеше менән осрашып йөрөү аҡыллы булмаҫ ине?

13 Икеһенең дә уртаҡ ышаныуҙары һәм принциптары булырға тейеш. «Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ», — тип яҙған илсе Павел (2 Коринфтарға 6:14; 1 Коринфтарға 7:39). Дини ҡараштарыңды уртаҡлашмаған кеше менән никахҡа инеү етди ҡаршылыҡтарға килтерәсәк. Әммә икегеҙҙең дә Йәһүә Аллаға тоғро булыуығыҙ татыулыҡ өсөн иң ныҡлы нигеҙ булып торасаҡ. Йәһүә һеҙҙең бәхетле һәм бер-берегеҙгә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булыуығыҙҙы теләй. Ул һеҙҙең үҙе менән «өс ҡатлы» мөхәббәт бауҙары ярҙамында бәйле булыуығыҙҙы теләй (Вәғәзсе 4:12).

14, 15. Никахта татыу йәшәр өсөн, Аллаға ышаныу ғына етәме? Аңлатығыҙ.

14 Ғаиләлә татыулыҡ булһын өсөн, Аллаға бергә ғибәҙәт ҡылыу үтә мөһим. Әммә был ғына етмәй. Үҙ-ара килешеп йәшәр өсөн, буласаҡ тормош иптәшең менән һинең оҡшаш маҡсаттарығыҙ булырға тейеш. Ниндәй маҡсаттар? Мәҫәлән, бала табыуға һәр берегеҙ нисек ҡарай? Тормошоғоҙҙа беренсе урында нимә тора? * (Матфей 6:33) Бәхетле ғаиләлә ир менән ҡатын — ысын дуҫтар, һәм уларға бергә ваҡыт үткәреү оҡшай (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17). Шуның өсөн, уларҙы бер үк нәмәләр ҡыҙыҡһындырырға тейеш. Шулай булмаһа, яҡын дуҫлыҡты, ә инде никах мөнәсәбәттәрен бигерәк тә, һаҡлап ҡалыу ауыр булыр. Әйтәйек, һинең буласаҡ тормош иптәшең берәй нәмә менән шөғөлләнергә, мәҫәлән, йәйәү сәйәхәт итергә ярата, ә һин яратмайһың, ти. Был һеҙҙең бер-берегеҙгә тура килмәүегеҙҙе аңлатамы? Һис тә юҡ. Бәлки, һеҙҙең икегеҙҙе лә бүтән мөһимерәк нәмә ҡыҙыҡһындыралыр. Бынан тыш, буласаҡ тормош иптәшеңә оҡшаған эштәрҙә ҡатнашып, һин уны шатландыра алаһың (Ғәмәлдәр 20:35).

15 Ысынбарлыҡта, һеҙҙең бер-берегеҙгә тура килеүегеҙ уртаҡ яҡтар менән генә билдәләнмәй. Күберәк ул һеҙҙең бер-берегеҙгә яраҡлашырға әҙер булыуығыҙға бәйле. «Беҙ бөтә нәмәлә килешәбеҙме?» — тип һорау урынына, бындай һорауҙар биреү яҡшыраҡ булыр ине: «Ҡаршылыҡтар тыуғанда беҙ үҙебеҙҙе нисек тотабыҙ? Проблемалар тураһында фекер алышҡанда, беҙ бер-беребеҙҙең абруйын төшөрмәйенсә һәм хөрмәт күрһәтеп, тыныс ҡына һөйләшә алабыҙмы? Йә беҙҙең һөйләшеүҙәребеҙ йыш ҡына ҡыҙыу бәхәстәргә әйләнеп китәме?» (Ефестарға 4:29, 31) Әгәр һин никахҡа инергә теләйһең икән, тиҫкәре һәм ғорур, бер ҡасан да юл ҡуймаған, талапсан һәм һәр ваҡыт үҙенсә генә эшләй торған кешенән һаҡлан.

АЛДАН БЕЛЕРГӘ ТЫРЫШ

16, 17. Ҡатын-ҡыҙ йә ир кеше, тормош иптәшен һайлағанда, нимәгә иғтибар итергә тейеш?

16 Мәсихселәр йыйылышында үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға теләгән ҡәрҙәштәрҙе «башта һынап ҡара[йҙар]» (1 Тимофейға 3:10). Һин дә ошо принцип буйынса эш итә алаһың. Мәҫәлән, кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙ үҙенә шундай һорауҙар бирә ала: «Башҡалар уны ниндәй кеше булараҡ белә? Дуҫтары кем? Ул үҙ-үҙен ҡулда тота аламы? Уның оло кешеләргә мөнәсәбәте ниндәй? Ул ниндәй ғаиләнән? Туғандары менән үҙен нисек тота? Аҡсаға нисек ҡарай? Иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡмаймы? Ул тиҙ ҡыҙып китеүсән, хатта мәрхәмәтһеҙ түгелме? Йыйылышта уға ниндәй вазифалар тапшырылған, ул уларҙы нисек үтәй? Мин уны ысын күңелдән хөрмәт итә алырмынмы?» (Левиттар 19:32; Ғибрәтле һүҙҙәр 22:29; 31:23; Ефестарға 5:3—5, 33; 1 Тимофейға 5:8; 6:10; Титҡа 2:6, 7)

17 Өйләнмәгән ир бындай һорауҙар бирә ала: «Был ҡатын Алланы яратамы, хөрмәт итәме? Ул өй эштәрен алып бара аламы? Уның туғандары беҙҙән нимә көтөр? Ул аҡыллы, эшсән, һаҡсылмы? Ул, ғәҙәттә, нимә тураһында һөйләшә? Башҡалар тураһында ихлас күңелдән ҡайғыртамы йә иғтибарын тик үҙенә генә туплаймы? Ә, бәлки, ул башҡаларҙың эшенә ҡыҫылалыр? Ул ышанысҡа лайыҡмы? Ғаилә башлығына буйһонорға әҙерме, әллә үҙ һүҙле, хатта тиҫкәреме?» (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10—31; Лука 6:45; Ефестарға 5:22, 23; 1 Тимофейға 5:13; 1 Петр 4:15)

18. Осрашып йөрөгән саҡта ниндәйҙер етешһеҙлектәр асыҡланһа, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

18 Иҫтә тот: һин һайлаған кеше ысынбарлыҡтан ситтә торған романтик әҫәрҙең геройы түгел, ул — Әҙәмдең камил булмаған тоҡомо. Һәр кешенең, шул иҫәптән һинең дә, буласаҡ тормош иптәшеңдең дә, етешһеҙлектәре бар, уларҙың ҡайһы берҙәренә артыҡ иғтибар бирмәҫкә лә була (Римдарға 3:23; Яҡуб 3:2). Унан да бигерәк, үҙ етешһеҙлектәрен таныған кеше рухи яҡтан артабан да үҫә ала. Әйтәйек, осрашып йөрөгән саҡта һеҙ бәхәсләшеп киттегеҙ, ти. Әммә уйлап ҡара: бер-береһен яратҡан һәм хөрмәт иткән кешеләр ҙә ҡайһы саҡта үҙ-ара килешмәҫкә мөмкин. (Башланмыш 30:2; Ғәмәлдәр 15:39 менән сағыштырығыҙ.) Бәлки, һеҙҙең икегеҙгә лә үҙ-үҙегеҙҙе ҡулда тоторға һәм тыуған ҡаршылыҡтарҙы тыныс ҡына хәл итергә өйрәнергә кәрәктер? (Ғибрәтле һүҙҙәр 25:28) Һинең буласаҡ тормош иптәшең үҙгәрергә теләйме? Ә һин? Һин һәр нәмәне күңелгә яҡын алмаҫҡа, тиҙ үпкәләп барыусан булмаҫҡа өйрәнә алыр инеңме? (Вәғәзсе 7:9) Проблемаларҙы хәл итергә өйрәнеп, һеҙ асыҡ итеп аралашырға ла өйрәнерһегеҙ. Ә ундай аралашыу никахта бик мөһим (Колосстарға 3:13).

19. Осрашып йөрөгән саҡта етди етешһеҙлектәр асыҡланһа, нисек эш итеү аҡыллы булыр ине?

19 Әгәр осрашып йөрөгән саҡта етди етешһеҙлек күреп ҡалһаң, нимә эшләргә? Быны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Романтик хистәргә һәм никахҡа инеү теләгенә ҡарамаҫтан, етди шикләнеүҙәргә күҙ йомма (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3; Вәғәзсе 2:14). Ул саҡта осрашып йөрөүҙе туҡтатыу һәм ул кеше менән үҙеңде никах анты менән бәйләмәү аҡыллы булыр ине.

ОСРАШЫП ЙӨРӨГӘН САҠТА ӘХЛАҠИ САФЛЫҠ ҺАҠЛАҒЫҘ

20. Осрашып йөрөгән пар нисек әхлаҡи тәртибен саф килеш һаҡлай ала?

20 Һеҙ осрашып йөрөгән саҡта нисек мөнәсәбәттәрегеҙҙе саф килеш нисек һаҡлай алаһығыҙ? Беренсенән, әхлаҡи тәртибегеҙ тел тейҙермәҫлек булһын. Һеҙ йәшәгән ерҙә никахта булмаған кешеләр өсөн етәкләшеп йөрөү, үбешеү йә ҡосаҡлашыу урынлымы? Мөхәббәттең ундай сағылыштары хупланһа ла, быларҙың барыһы никах инде планлаштырылғандан һуң ғына рөхсәт ителә. Һаҡ булығыҙ: мөхәббәттең ундай сағылыштары боҙоҡ тәртипкә йә хатта фәхешлеккә килтермәһен. (Ефестарға 4:18, 19; Йырҙарҙың йыры 1:2; 2:6; 8:5, 9, 10 менән сағыштырығыҙ.) Кеше йөрәге дыуамал, шуға күрә өйҙә, фатирҙа, туҡтап торған машинала йә дөрөҫ булмаған тәртип өсөн шарттар булдырған башҡа урында икәүҙән-икәү генә ҡалмағыҙ (Иремия 17:9). Осрашып йөрөгәндә әхлаҡи сафлыҡ һаҡлап, һеҙ тотанаҡлы булыуығыҙҙы һәм башҡа кешенең именлеген үҙ теләктәрегеҙҙән өҫтөнөрәк ҡуйыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ. Әммә иң мөһиме, саф мөнәсәбәттәр Йәһүә Алланы шатландыра, сөнки ул хеҙмәтселәренә һәр аҙғынлыҡтан һәм фәхешлектән ҡасырға ҡуша (Галаттарға 5:19—21).

21. Осрашып йөрөгән саҡта мөнәсәбәттәрҙе саф килеш һаҡлар өсөн, нимә тураһында асыҡ аралашырға кәрәк?

21 Икенсенән, әхлаҡи сафлыҡ шулай уҡ үҙ эсенә асыҡ аралашыуҙы ла ала. Әгәр һеҙ никахҡа инергә хәл иткәнһегеҙ икән, ҡайһы бер һорауҙар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәрәк булыр. Һеҙ ҡайҙа йәшәрһегеҙ? Икегеҙ ҙә эшләрһегеҙме? Бала табыуға ҡарашығыҙ ниндәй? Шулай уҡ, элек булған һәм никахығыҙға тәьҫир итә алырҙай ваҡиғалар тураһында һөйләп биреү намыҫлы булыр ине. Шул иҫәптән, ҙур бурыстар, ниндәйҙер вазифалар йә сәләмәтлек менән бәйле һорауҙар, мәҫәлән, берәй етди ауырыу хаҡында алдан уҡ фекер алышырға кәрәк. Йыш ҡына ВИЧ (СПИД ауырыуына килтергән вирус) инфекцияланған күп кешеләрҙә ауырыуҙың симптомдары шунда уҡ күренмәй. Шуға күрә кеше үҙе йә уның ҡайғыртыусан ата-әсәһе элек әхлаҡһыҙ тормош алып барған буласаҡ тормош иптәшен СПИД ауырыуына ҡан анализы бирергә һораһа, яҡшы булыр ине. Анализ кешенең ауырығанын күрһәтһә һәм осрашып йөрөгән кеше мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә теләһә, ауырыған кеше уға баҫым яһарға тейеш түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, элек әхлаҡһыҙ тормош алып барған һәр бер кеше осраша башлар алдынан СПИД-ҡа анализ бирһә, яҡшы булыр ине.

ТУЙҘАН ҺУҢҒЫ ТОРМОШ ХАҠЫНДА УЙЛА

22, 23. а) Туйға әҙерләнгәндә, нисек айыҡ ҡарашты юғалтмаҫҡа? б) Туй һәм никахҡа ниндәй ҡараш менән ҡарау аҡыллы булыр?

22 Туй алдынан һеҙ, бәлки, бер нисә ай дауамында төрлө әҙерләнеүҙәр менән мәшғүл булырһығыҙ. Тыйнаҡ булһағыҙ, тыуған көсөргәнеште кәметеп була. Үтә ҡупшы туй, моғайын, туғандарҙы һәм дуҫтарҙы ҡыуандырыр, әммә кейәү-кәләште һәм уларҙың ғаиләләрен йонсоторға һәм аҡсаһыҙ ҡалдырырға мөмкин. Ҡайһы саҡта ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәү аҡыллы, әммә уларҙы тайпылышһыҙ үтәргә тырышыу, хатта ярышыу рухын сағылдырыу, ваҡиғаның мөһимлеген томаларға һәм туй көнө килтергән шатлыҡтан мәхрүм итергә мөмкин. Башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алыу мөһим булһа ла, туй мәжлесе өсөн тәү сиратта кейәү яуаплы (Яхъя 2:9).

23 Иҫтә тотоғоҙ, туй — бер көнлөк ваҡиға ғына, ә никахығыҙ мәңгегә һуҙыласаҡ. Туй көнөнә сиктән тыш иғтибар бирергә тырышмағыҙ. Бының урынына Йәһүә Алланың күрһәтмәләре буйынса эш итергә тырышығыҙ һәм киләсәк ғаилә тормошо тураһында уйланығыҙ. Шул саҡта һеҙ бәхетле ғаилә ҡорорға әҙер булырһығыҙ.

^ Был кәңәштәр мәсихселәр өсөн осрашып йөрөү яраҡлы тип һаналған илдәрҙә генә ҡулланырлыҡ.

^ Хатта мәсихселәр араһында ла йыйылыш эштәрендә әҙ-мәҙ генә ҡатнашҡандары булырға мөмкин. Аллаға бөтә йөрәктән хеҙмәт итеү урынына, улар был донъяла таралған фекер йөрөтөүгә һәм тәртипкә бирелә (Яхъя 17:16; Яҡуб 4:4).