Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Никах тарҡалырға торғанда

Никах тарҡалырға торғанда

1, 2. Никахта көсөргәнеш кисергәндә, үҙ-үҙеңә ниндәй һорау бирергә кәрәк?

 ИТАЛИЯЛА йәшәгән Лючия исемле бер ҡатын депрессияға бирелгән булған *. Ире менән ун йыл йәшәгәндән һуң, уларҙың аралары һыуынған, һәм никахтары тарҡалырға торған. Лючия ире менән татыулашырға күпме генә тырышһа ла, бер ни ҙә килеп сыҡмаған. Үҙ-ара килешеп йәшәй алмағас, ул иренән китергә һәм ике ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләргә булған. Үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп, Лючия былай ти: «Мин ғаиләбеҙҙе инде һаҡлап булмай, тип уйланым».

2 Һеҙҙең ғаиләгеҙҙә лә проблемалар булһа, Лючияның хәлен, моғайын, аңлайһығыҙҙыр. Бәлки, никахығыҙ бәхетле түгелдер, һәм һеҙ, уны нисек тә булһа ҡотҡарып буламы икән, тип уйлайһығыҙҙыр. Ул саҡта үҙегеҙҙән: «Ә мин Изге Яҙмала Алла биргән һәм никахта бәхетле булырға ярҙам иткән кәңәштәрҙе ҡулланаммы?» — тип һорағыҙ (Зәбур 119:105).

3. Айырылышыу киң таралған булһа ла, айырылғандар һәм уларҙың туғандары нимә хис итә?

3 Ир менән ҡатын араһында етди көсөргәнеш тыуһа, айырылышыу проблеманы хәл итеүҙең иң еңел юлы булып күренергә мөмкин. Күп илдәрҙә айырылышыуҙарҙың һаны артҡандан-арта барһа ла, тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: күп кеше айырылыуына үкенә, уларҙың күбеһенең физик һәм психик һаулығы, никахта ҡалғандар менән сағыштырғанда, тиҙерәк ҡаҡшай. Ата-әсәһенең айырылышыуын кисергән балаларҙың ҡайғыһы һәм бойоғоу хисе йыш ҡына йылдар буйы үтмәй. Айырылғандарҙың ата-әсәһе лә, дуҫтары ла ҡайғыра. Ә Никахҡа нигеҙ һалыусы — Йәһүә Алла — айырылышыуға нисек ҡарай?

4. Никахтағы проблемаларҙы нисек хәл итергә?

4 Үткән бүлектәрҙә әйтелгәнсә, Алланың ниәтенә ярашлы никах ғүмерлек булырға тейеш (Башланмыш 2:24). Улайһа, ни өсөн шул тиклем күп никахтар тарҡала? Был ҡапыл ғына килеп сыҡмай. Ғәҙәттә, иҫкәртеүсе билдәләр була. Никахтағы бәләкәй генә ауырлыҡтар әкрен генә үҫә барып, ахыр сиктә йырып сыҡҡыһыҙ проблемаларға әйләнә. Әммә тыуған ауырлыҡтарҙы ир менән ҡатын Изге Яҙма ярҙамында үҙ ваҡытында сисә барһа, хәл айырылышыуға барып етмәҫ.

ЫСЫНБАРЛЫҠТЫ ТАНЫУ

5. Ир менән ҡатын никахтағы ниндәй хәлгә әҙер булырға тейеш?

5 Йыш ҡына ғаиләләге ауырлыҡтарға ирҙең йә ҡатындың, ә ҡайһы саҡта икеһенең дә, никахҡа ҡарата тормошҡа ашмай торған өмөттәр бағлауы сәбәпле. Мөхәббәт романдары, журналдар, телетапшырыуҙар һәм фильмдар кешеләрҙә ысын тормоштан алыҫ булған буш хыялдар тыуҙыра. Хыялдар тормошҡа ашмаһа, кеше үҙен алданған кеүек тоя, ҡәнәғәтһеҙлек һәм хатта асыу хисе кисерә. Улайһа, камил булмаған ике кеше никахта нисек бәхетле була ала һуң? Никахта яҡшы мөнәсәбәттәр үҫтерер өсөн, тырышлыҡ һалырға кәрәк.

6. а) Изге Яҙмала никах тураһында нимә әйтелә? б) Ғаиләлә низағ нимә арҡаһында тыуырға мөмкин?

6 Изге Яҙма — ғәмәли китап булараҡ, никах килтергән шатлыҡтарҙы таный, әммә шул уҡ ваҡытта, никахҡа инеүселәрҙең «тормошо мәшәҡәтле булыр», тип киҫәтә (1 Коринфтарға 7:28). Инде әйтеп кителгәнсә, ир ҙә, ҡатын да камил түгел һәм йыш ҡына хаталана. Улар аҡыл яғынан һәм эмоциональ яҡтан айырылып тора, шулай уҡ алған тәрбиәләре лә төрлө. Ҡайһы саҡта аҡса, балалар һәм туғандар арҡаһында ҡаршылыҡтар тыуа. Парҙың бер-береһенә етерлек ваҡыт бүлмәүе, шулай уҡ енси тормоштағы проблемалар низағҡа килтерергә мөмкин *. Быларҙы еңеп сығыр өсөн ваҡыт кәрәк, ләкин бирешмәгеҙ! Күптәрҙең бер-береһен аңлау һәм, уртаҡ фекергә килеп, бындай проблемаларҙы еңеү хәленән килә.

ФЕКЕР АЛЫШЫУ

7, 8. Ир менән ҡатын араһында тыуған ҡаршылыҡтарҙы хәл итер өсөн, Изге Яҙма нимә тәҡдим итә?

7 Күп кешеләргә рәнйеү, фекер ҡаршылыҡтары һәм хаталар хаҡында һөйләшкәндә, тыныс ҡалыу ауыр. «Һин мине аңламаның, буғай», — тиер урынына, кешенең, хистәргә бирелеп, төймәләйҙе дөйәләй итеүе ихтимал. Күптәр: «Һин үҙеңде генә уйлайһың» йә «һин мине яратмайһың», — тип әйтә. Ундайҙарҙың тормош иптәше, бәхәсләшергә теләмәйенсә, бер ни ҙә өндәшмәй ҡалырға мөмкин.

8 Әммә иң яҡшыһы Изге Яҙмалағы бындай кәңәш буйынса эш итеү: «Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын» (Ефестарға 4:26). Алтмыш йыл буйы татыу йәшәгән бер парҙан: «Бәхетегеҙҙең сере нимәлә?» — тип һорағандар. «Беҙ фекер ҡаршылыҡтарын, улар әллә ни етди булмаһа ла, яйға һалмайынса йоҡларға ятмайбыҙ», — тип яуап биргән ир.

9. а) Изге Яҙмаға ярашлы нимә аралашыуҙың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора? б) Баҫалҡылыҡ һәм батырлыҡ талап ителһә лә, ир менән ҡатынға йыш ҡына нимә эшләргә кәрәк?

9 Фекер ҡаршылыҡтары тыуһа, иргә лә, ҡатынға ла «тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын» булырға кәрәк (Яҡуб 1:19). Бер-береһен иғтибар менән тыңлағандан һуң, бәлки, улар икеһе лә ғәфү үтенергә кәрәк икәнен аңлар (Яҡуб 5:16). «Рәнйеткәнем өсөн ғәфү ит мине», — тип ысын күңелдән әйтер өсөн, баҫалҡылыҡ һәм батырлыҡ талап ителә. Фекер ҡаршылыҡтарын шулай итеп яйға һалыу икеһенә лә файҙа килтерә. Улар проблемаларҙы хәл итергә генә түгел, ә йылы һәм тығыҙ мөнәсәбәттәр булдырырға өйрәнә. Шул саҡта ир менән ҡатын аралашыуҙан ҡәнәғәтлек табыр.

ИР МЕНӘН ҠАТЫН БУРЫСЫН ҮТӘГЕҘ

10. Илсе Павелдың коринфтарға биргән кәңәше бөгөнгө мәсихселәргә аҙғынлыҡтан һаҡланырға нисек ярҙам итә ала?

10 Илсе Павел коринфтарға яҙған хатында мәсихселәргә никахҡа инергә кәңәш иткән, сөнки ул ваҡыттарҙа фәхешлек киң таралған булған (1 Коринфтарға 7:2). Бөгөн дә хәл яҡшынан түгел. Әхлаҡһыҙ темаларға һөйләшеүҙәр, сиктән тыш асыҡ кейем, енси дәрт уятҡан хикәйәләр менән тулы журналдар, китаптар, телетапшырыуҙар, фильмдар кешеләрҙә аҙғын теләктәр уята. Шундай шарттарҙа йәшәгән коринфтарға илсе Павел былай тигән: «Енси дәрт менән янып йөрөүгә ҡарағанда никахҡа инеү яҡшыраҡ» (1 Коринфтарға 7:9).

11, 12. а) Ир менән ҡатындың бер-береһе алдында ниндәй бурысы бар, һәм уларҙың быға ҡарашы ниндәй булырға тейеш? б) Иргә йә ҡатынға енси яҡынлыҡтан ваҡытлыса баш тартырға тура килгәндә, быны нисек эшләргә кәрәк?

11 Шуға күрә Изге Яҙмала никахтағы мәсихселәргә бындай әмер бирелә: «Ир — ҡатынына, ҡатын иренә ҡарата үҙ бурысын үтәһен» (1 Коринфтарға 7:3). Иғтибар итегеҙ, һүҙ алыу тураһында түгел, ә биреү хаҡында бара. Ир ҡатыны мәнфәғәтен, ә ҡатын ире мәнфәғәтен уйлағанда, енси яҡынлыҡ ысын ҡәнәғәтлек килтерер. Мәҫәлән, Инжил китабы ирҙәргә ҡатындарына «иғтибарлы булы[рға]» ҡуша (1 Петр 3:7). Был айырыуса никахтағы енси мөнәсәбәттәргә ҡағыла. Ҡатын иренең үҙе менән наҙлы мөғәмәлә итеүен тоймаһа, яҡынлыҡ уға рәхәтлек килтермәҫ.

12 Әммә ҡайһы саҡта иргә йә ҡатынға енси яҡынлыҡтан ваҡытлыса баш тартырға тура килә. Ҡатын айҙың ҡайһы бер көндәрендә йә ныҡ арыған сағында шулай эш итергә мөмкин. (Левиттар 18:19 менән сағыштырығыҙ.) Ирҙең дә эшендә етди проблемалар тыуғанда йә эмоциональ яҡтан ныҡ арығанда, шулай эшләүе ихтимал. Ундай ваҡыттарҙа иң яҡшыһы — асыҡтан-асыҡ һөйләшеү һәм икеһенең дә «ризалығы менән» эш итеү (1 Коринфтарға 7:5). Үҙ-ара аңлашыу уларҙы хаталы һөҙөмтә яһауҙан һаҡлар. Әммә, үҙһүҙләнеп, ҡатын үҙ бурысын үтәүҙән баш тартһа йә ир аңлы рәүештә яратыу сағылдырырға теләмәһә, ҡотҡоға ҡаршы тороу икеһенә лә ауыр булыр. Ә шул арҡала проблемалар тыуыу ихтимал.

13. Фекер йөрөтөүен таҙа килеш һаҡлар өсөн, мәсихселәр нимә эшләй ала?

13 Ирле-ҡатынлылар, Алланың бөтә хеҙмәтселәре кеүек үк, порнографиянан ситтә торорға тейеш, сөнки ул аҙғын теләктәр уята (Колосстарға 3:5). Шулай уҡ ҡаршы енестәге кешеләр менән аралашҡанда уйҙарҙы һәм ҡылыҡтарҙы контроль аҫтында тоторға кәрәк. Ғайса былай тип киҫәткән: «Ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була» (Матфей 5:28). Алланың енси мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы кәңәштәрен ҡулланыу ир менән ҡатынға зина ҡылыуҙан һаҡланырға ярҙам итә. Улар артабан да енси мөнәсәбәттәрҙән ҡәнәғәтлек табыр һәм Йәһүәнең — Никахҡа нигеҙ һалыусының — был бүләген ҡәҙерләр (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:15—19).

АЙЫРЫЛЫШЫУ ӨСӨН ИЗГЕ ЯҘМАҒА НИГЕҘЛӘНГӘН СӘБӘП

14. Ҡайһы саҡта ниндәй аяныслы хәл тыуа? Ни өсөн?

14 Бәхеткә ҡаршы, күпселек мәсихсе ғаиләләр, ниндәй генә проблема тыуһа ла, уны уңышлы хәл итә. Ләкин ҡайһы саҡта хәл башҡаса булырға мөмкин. Кешеләр камил булмағанға һәм Шайтан идара иткән гонаһлы донъяла йәшәгәнгә күрә, ҡайһы бер никахтар тарҡалыу сигенә етә (1 Яхъя 5:19). Шундай ябай булмаған хәл тыуһа, мәсихселәр нимә эшләргә тейеш?

15. а) Яңы никахҡа инергә рөхсәт иткән Изге Яҙмаға нигеҙләнгән берҙән-бер сәбәп ниндәй? б) Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр тормош иптәшенең зина ҡылыуына ҡарамаҫтан, никахын һаҡлап ҡалырға ҡарар итә?

15 Был китаптың икенсе бүлегендә әйтелгәнсә, яңы никахҡа инергә рөхсәт иткән Изге Яҙмаға нигеҙләнгән берҙән-бер сәбәп — «фәхешлек» * (Матфей 19:9, ЯДТ). Тормош иптәшеңдең зина ҡылыуына дәлилдәр булһа, етди һорау тыуа: никахты һаҡлап ҡалырғамы, әллә айырылырғамы? Быға ҡағылышлы ҡағиҙәләр юҡ. Ҡайһы бер мәсихселәр ысын күңелдән тәүбә иткән тормош иптәшен тулыһынса кисерергә ҡарар итә, һәм һаҡланып ҡалған никахта уңышҡа ирешә. Икенселәре иһә балалар хаҡына айырылышмаҫҡа хәл итә.

16. а) Ниндәй сәбәптәр арҡаһында ҡайһы бер мәсихселәр зина ҡылған тормош иптәше менән айырылышырға ҡарар итә? б) Ни өсөн мәсихсе, тормош иптәше менән айырылышырғамы, юҡмы икәнен хәл иткәндә, уны хөкөм итеү дөрөҫ булмаҫ ине?

16 Икенсе яҡтан, фәхешлек арҡаһында ауырға ҡалыу йә енси юл менән күсеүсе ауырыу йоҡтороу ихтимал. Ә, бәлки, балаларҙы ғаиләләге енси көсләүҙән яҡларға кәрәктер. Эйе, ҡарар ҡабул иткәндә, барыһын да иҫәпкә алырға кәрәк. Әммә, тормош иптәшеңдең зина ҡылғанын белә тороп, уның менән енси мөнәсәбәткә инһәң, һин уны кисереүеңде һәм никахты һаҡлап ҡалырға теләүеңде күрһәтәһең. Ул саҡта инде айырылышырға һәм яңы никахҡа инергә рөхсәт иткән Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәп ҡалмай. Ләкин ҡарар ҡабул иткәндә, бер кем дә ҡыҫылырға һәм нисектер һиңә тәьҫир итергә тейеш түгел. Шулай уҡ, ниндәй генә ҡарар ҡабул итһәң дә, һине хөкөм итергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Ҡабул иткән ҡарарың һөҙөмтәләре менән үҙеңә йәшәргә тура киләсәк. «Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш» (Галаттарға 6:5).

АЙЫРЫМ ЙӘШӘР ӨСӨН СӘБӘПТӘР

17. Әгәр тормош иптәше зина ҡылмаһа ла, кеше айырым йәшәргә йә айырылышырға ҡарар итһә, Изге Яҙмала нимә рөхсәт ителмәй?

17 Әммә, тормош иптәше зина ҡылмаһа ла, мәсихсенең унан айырым йәшәүен йә айырылыуын аҡларҙай башҡа сәбәптәр булырға мөмкинме? Эйе, әммә ул саҡта мәсихсе яңы тормош иптәше эҙләргә тейеш түгел (Матфей 5:32). Изге Яҙма айырым йәшәүгә юл ҡуйһа ла, айырым йәшәргә ҡарар иткән кешене бындай шарттар менән сикләй: ул йә яңғыҙ ҡалырға, йә тормош иптәше менән татыулашырға тейеш (1 Коринфтарға 7:11). Ниндәй ғәҙәттән тыш хәлдәр арҡаһында кеше айырым йәшәргә йә айырылышырға хәл итергә мөмкин?

18, 19. Ниндәй киҫкен шарттар арҡаһында ҡатын йә ир, икенсе никахҡа инеү тыйылһа ла, айырым йәшәргә йә айырылышырға хәл итергә мөмкин?

18 Ирҙең ҡара ялҡаулығы йә алама ғәҙәттәре арҡаһында ғаилә мохтажлыҡ кисерергә мөмкин *. Уның ҡомарлы уйындар уйнап йә наркотиктар, иҫерткес эсемлектәр һатып алып, ғаилә аҡсаһын туҙҙырыуы ихтимал. Инжилдә: «Берәйһе үҙенең... ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ», — тиелә (1 Тимофейға 5:8). Ундай кеше ҡатыны эшләгән аҡсаны үҙенең алама ғәҙәттәренә туҙҙырһа һәм үҙгәрергә теләмәһә, ҡатыны үҙенең һәм балаларының именлеген яҡлар өсөн, иренән айырым йәшәргәме йә (Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәп булмаһа ла) айырылырғамы икәнен үҙе хәл итер.

19 Ир йә ҡатын үҙен үтә мәрхәмәтһеҙ тотһа, мәҫәлән, тормош иптәшен йыш ҡына туҡмаһа, һөҙөмтәлә уның һаулығына йә хатта ғүмеренә ҡурҡыныс янаһа, айырым йәшәү йә айырылышыу тураһында уйланырға була. Өҫтәүенә, әгәр ир йә ҡатын тормош иптәшен Алла ҡанундарын боҙорға этәрһә һәм шул арҡала мәсихсенең бигерәк тә рухи һаулығы ҡурҡыныс аҫтында булһа, ундай саҡта ла зыян күреүсе айырым йәшәргә хәл итә ала. Ул, «кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонор» өсөн берҙән-бер мөмкинлек — айырым йәшәү йә (Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәп булмаһа ла) айырылышыу тигән һөҙөмтәгә килергә мөмкин (Ғәмәлдәр 5:29).

20. а) Ғаилә тарҡалырға торғанда, етлеккән дуҫтар һәм өлкәндәр нисек ярҙам итә ала, һәм улар нимә эшләргә тейеш түгел? б) Изге Яҙмалағы айырылышыу һәм айырым йәшәү хаҡындағы шиғырҙар нимәгә һылтау булырға тейеш түгел?

20 Тормош иптәше үҙен ни тиклем мәрхәмәтһеҙ тотһа ла, айырыл йәиһә бергә ҡал, тип ғәйепһеҙ мәсихсегә бер кем дә баҫым яһарға тейеш түгел. Рухи яҡтан етлеккән дуҫтар һәм өлкәндәр Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәр биреп, ярҙам итә ала, әммә улар ҙа ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙең нескәлектәрен белмәй. Быны Йәһүә генә белә. Әгәр ҡатын айырылышыр өсөн әллә ни мөһим булмаған сәбәптәр эҙләй башлай икән, Алла урынлаштырған никах ҡоролошон хөрмәт итмәүен күрһәтә. Әммә ғәҙәттән тыш ҡурҡыныс хәл тыуғанда, айырым йәшәргә йә (Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәп булмаһа ла) айырылышырға хәл иткәне өсөн, уны бер кем дә хөкөм итергә тейеш түгел. Был принциптар мәсихсе ирҙәр өсөн дә яраҡлы. «Беҙ бит бөтөнөбөҙ ҙә Аллабыҙ хөкөмө алдына баҫасаҡбыҙ» (Римдарға 14:10).

ТАРҠАЛЫРҒА ТОРҒАН НИКАХ НИСЕК ҺАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН

21. Ниндәй миҫал Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу никахта ярҙам итә икәнен күрһәтә?

21 Юғарыла телгә алынған Лючия, иренән китеп, өс ай үткәс, Йәһүә шаһиттарын осратҡан һәм Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. «Изге Яҙмала минең проблеманы хәл итеү юлы барлығын белгәс, мин бик ғәжәпләндем, — тип һөйләй ул. — Бер аҙна ғына өйрәнеүем булды, миндә ирем менән татыулашыу теләге тыуҙы. Көрсөккә килеп терәлгән ғаиләләрҙе нисек ҡотҡарырға икәнен Йәһүә белә, тип бөгөн ышаныс менән әйтә алам, сөнки ул ир менән ҡатынды бер-береһен хөрмәт итергә өйрәтә. Йәһүә шаһиттары ғаиләләрҙе тарҡата, тигән һүҙ һис тә дөрөҫ түгел. Минең осрағымда киреһенсә булды». Лючия Изге Яҙмалағы принциптарҙы тормошонда ҡулланырға өйрәнгән.

22. Ирле-ҡатынлылар нимәгә ныҡлы ышана ала?

22 Лючия миҫалы берҙән-бер генә түгел. Никах ауыр йөк түгел, ә фатиха булырға тейеш. Бының өсөн Йәһүә никахҡа ҡағылышлы иң яҡшы кәңәштәр сығанағы — үҙенең ҡиммәтле Һүҙен биргән. Изге Яҙма «тәжрибәһеҙҙе зирәк итә» (Зәбур 19:7—11). Ул тарҡалырға торған күп никахтарҙы һаҡлап ҡалған, ә етди проблемалары булған ғаиләләрҙе нығытҡан. Ғаиләләр Йәһүә Алла биргән кәңәштәргә тулыһынса таяна ала. Улар ысынлап та бәхет килтерә!

^ Исем үҙгәртелгән.

^ Был һорауҙарҙың ҡайһы берҙәрен үткән бүлектәрҙә инде ҡарап сыҡҡайныҡ.

^ «Фәхешлек» (Инжилдә Матфей 19:9-ҙа «зина ҡылыу») тип тәржемә ителгән порне́йа һүҙе зина ҡылыу, гомосексуализм, хайуандар менән енси мөнәсәбәткә инеү һәм енси ағзалар ҡатнашлығында башҡа төрлө тыйылған эштәрҙе аңлы рәүештә ҡылыуҙы үҙ эсенә ала.

^ Ҡайһы бер саҡта ир теләһә лә, мәҫәлән, ауырыу сәбәпле йә эш таба алмағанға, үҙ ғаиләһен тәьмин итә алмай. Һүҙ ундай осраҡ тураһында бармай.