УН ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК
Олоғайғанда ла бергә
1, 2. а) Олоғая барған һайын, кешенең тормошо нисек үҙгәрә? б) Боронғо замандағы Алла хеҙмәтселәренә олоғайған көндәрендә ҡәнәғәтлек табырға нимә ярҙам иткән?
ОЛОҒАЙҒАН һайын, тормош та үҙгәрә. Ҡасандыр көсө ташып торған кеше яйлап хәлһеҙләнә бара. Сәсе ағара, һирәгәйә башлай. Көҙгө лә йәлләмәй: ҡараған һайын күберәк йыйырсыҡтар күрһәтә. Хәтер ҙә насарлана. Балалар үҙ аллы тормош ҡорғанда, уларға ҡарата яңы мөнәсәбәт булдырырға тура килә, ә инде ейәндәр тыуғас, өҫтәмә үҙгәрештәр талап ителә. Пенсияға сығыу менән ҡайһы берәүҙәрҙең йәшәү рәүеше тулыһынса үҙгәрә.
2 Ысынында, олоғайыу кеше өсөн һынау булырға мөмкин (Вәғәзсе 12:1—8). Шулай ҙа, әйҙәгеҙ, боронғо заманда йәшәгән Алла хеҙмәтселәрен иҫкә төшөрәйек. Үлемдән ҡотола алмаһалар ҙа, үҙ ғүмере эсендә улар зирәклек һәм аңлау туплай алған, ә был уларға олоғайған көндәрендә ҡәнәғәтлек килтергән (Башланмыш 25:8; 35:29; Әйүп 12:12; 42:17). Нисек итеп һуң улар, оло йәшенә ҡарамаҫтан, бәхетле булып ҡала алған? Әлбиттә, уларға Алла принциптарына ярашлы йәшәү ярҙам иткән. Бөгөнгө көндә беҙ ул принциптарҙы Изге Яҙманан таба алабыҙ (Зәбур 119:105; 2 Тимофейға 3:16, 17).
3. Илсе Павел оло йәштәгеләргә ниндәй кәңәш биргән?
3 Илсе Павел хеҙмәттәше Титҡа яҙған хатында оло кешеләргә ҡағылышлы аҡыллы кәңәш биргән. Ул былай тип яҙған: «Оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иман тотоуҙа, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон; өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен» (Титҡа 2:2, 3). Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалыу ҡартлыҡ килтергән ауырлыҡтарҙы һис ҡурҡыуһыҙ ҡаршыларға ярҙам итер.
БАЛАЛАРҘЫҢ ҮҘ АЛЛЫЛЫҒЫНА КҮНЕГЕГЕҘ
4, 5. Балалары тыуған йортто ҡалдырғас, күп кенә ата-әсәләр үҙен нисек хис итә, һәм ҡайһы берәүҙәр яңы шарттарға нисек күнегә?
4 Тормоштағы яңы шарттарға һәр ваҡыт күнегергә кәрәк. Үҫеп еткән балалар никахҡа инеп атай йортонан киткәндә, был айырыуса мөһим. Күп ата-әсәләр быны ҡартлыҡтың тәүге билдәһе тип һанай. Ата-әсәләр балаларының үҫеп етеүенә ҡыуанһа ла, уларҙы үҙ аллы тормошҡа әҙерләр өсөн барыһын да эшләнекме, тип борсола. Уларға шулай уҡ балаларҙың өйҙә юҡлығына күнегеү ауыр.
5 Әлбиттә, атай-әсәй, балалары тыуған йорттан китһә лә, уларҙың именлеге менән ҡыҙыҡһыныуын дауам итә. «Балаларымдан, барыһы ла һәйбәт, тигән хәбәрҙе йышыраҡ алып торһам, бәхетле булыр инем», — тип әйтә бер әсәй. Ә бер атай: «Ҡыҙыбыҙ яныбыҙҙан киткәс, бик ауыр булды. Өй бушап ҡалғандай күренде, сөнки элек беҙ барыһын да бергә эшләй торғайныҡ», — тип хәтерләй. Был ата-әсәләр балаларының тыуған йорттан китеүенә нисек күнеккән? Улар башҡалар хаҡында ҡайғыртҡан һәм башҡаларға ярҙам иткән.
6. Ғаилә мөнәсәбәттәренә дөрөҫ ҡараш һаҡларға нимә ярҙам итә?
6 Балалары никахҡа ингәс, ата-әсәнең роле үҙгәрә. Тәүратта былай тиелә: «Кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр» (Башланмыш 2:24). Ғаиләлә һәр береһенең үҙ роле, үҙ яуаплылығы бар, һәм Йәһүә Изге Яҙмала шуға ҡағылышлы принциптар биргән. Әгәр ата-әсәләр ошоларҙы иҫәпкә алып, Алла урынлаштырған баш булыу принцибын таныһа, үҙ-үҙен аҡыллы тотор һәм дөрөҫ ҡараш һаҡлай алыр (1 Коринфтарға 11:3; 14:33, 40).
7. Бер атай кеше, ҡыҙҙары кейәүгә сыҡҡас, ниндәй яҡшы үрнәк күрһәткән?
7 Бер парҙың ике ҡыҙы кейәүгә сыҡҡас, улар үҙ тормошонда бушлыҡ тойған. Тәүҙә аталары кейәүҙәренә үпкәләп йөрөгән. Әммә ул, баш булыу принцибы хаҡында уйланғандан һуң, ғаиләләре өсөн кейәүҙәре үҙҙәре яуаплы икәнен аңлаған. Шуға күрә ҡыҙҙары унан кәңәш һорағанда, ул, ирҙәрегеҙ был хаҡта нимә уйлай, тип ҡыҙыҡһына торған булған. Шунан һуң ғына кейәүҙәренең фекерен мөмкин тиклем ҡеүәтләргә тырышҡан. Хәҙер инде кейәүҙәре уны дуҫ итеп күрә һәм уның кәңәштәрен шатланып ҡабул итә.
8, 9. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларының үҙ аллы йәшәй башлауына нисек күнеккән?
8 Әйтәйек, яңы өйләнешкән балалар, Изге Яҙма принциптарына ҡаршы килгәнде ҡылмаһа ла, ата-әсәһе ҡушҡанса эш итмәй, ти. Ул саҡта нимә эшләргә? «Беҙ һәр ваҡыт уларға Йәһүәнең ҡарашын аңларға ярҙам итәбеҙ, — тип һөйләй бер пар, — әммә ҡарарҙары менән риза булмаһаҡ, бәхәсләшмәйбеҙ, киреһенсә, уларҙы ҡеүәтләргә һәм дәртләндерергә тырышабыҙ».
9 Азиялағы ҡайһы бер илдәрҙә әсәләргә улдарының үҙ аллылығына күнегеү айырыуса ауыр. Әммә улар ғаиләләр өсөн Йәһүә урынлаштырған тәртипте таныһа һәм баш булыу принцибын хөрмәт итһә, килендәре менән мөнәсәбәттәре яҡшырғанын абайлар. Йәһүә шаһиты булған бер ҡатын, улдары үҙҙәренең яңы вазифаларын яҡшы башҡарғанын күреп, бик ҡыуанған. Ә был уларҙың оло ата-әсәһенең иңендә ятҡан физик һәм психик йөктө еңеләйткән.
МӨНӘСӘБӘТТӘРЕГЕҘҘЕ ЯҢЫРТЫҒЫҘ
10, 11. Изге Яҙмалағы ниндәй кәңәштәр урта йәштә осрай торған тоҙаҡтарҙан ҡасырға ярҙам итер?
10 Урта йәшкә етеүгә төрлө кеше төрлөсә ҡарай. Ҡайһы бер ирҙәр, йәшерәк күренергә маташып, икенсе төрлө кейенә башлай. Күп кенә ҡатындарҙы менопаузаға бәйле үҙгәрештәр борсой. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урта йәшкә еткәс, ҡайһы берәүҙәр, ҡаршы енестәге йәшерәк кеше менән мауығып, тормош иптәшен рәнйетә һәм көнләштерә. Йәш булмаған иманлы ирҙәр иһә, «айыҡ аҡыллы» булып, гонаһлы теләктәрен тыя (1 Петр 4:7). Шулай уҡ, инде йәш булмаған ҡатындар ҙа, Йәһүәгә һәм иренә тоғро булып, никахын һаҡларға тырыша.
11 Лемуил батша Алла тарафынан рухландырылып, «иренә ғүмере буйы насарлыҡ түгел, ә яҡшылыҡ» ҡылған «яҡшы ҡатын» тураһында маҡтау һүҙҙәре яҙған. Урта йәшкә еткәндә ҡатын-ҡыҙҙарҙың кәйефе йыш ҡына үҙгәреп тора, һәм уларға бының менән көрәшеү еңел түгел. Мәсихсе ир, һис шикһеҙ, быны аңлап, ҡатынының хәленә инер, һәм уның яратыуы ҡатынын маҡтарға дәртләндерер (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10, 12, 28).
12. Йылдар үтеү менән ир менән ҡатын бер-береһенә нисек яҡынлаша ала?
12 Балалар тәрбиәләгәндә, уларҙың ихтыяжын ҡайғыртып, һеҙ икегеҙ ҙә, моғайын, ризалыҡ менән үҙ теләктәрегеҙҙән баш тартҡанһығыҙҙыр. Хәҙер, балаларығыҙ айырым йәшәй башлағас, иғтибарҙы инде тормош иптәшенә тупларға ваҡыт. «Ҡыҙҙарыбыҙ үҫеп сығып киткәс, — тип һөйләй бер ир, — мин ҡатынымды йәш саҡтағы кеүек яңынан иғтибар менән солғаным». Икенсе ир былай тип һөйләй: «Беҙ бер-беребеҙҙең һаулығы хаҡында ҡайғыртабыҙ һәм физик күнегеүҙәр яһарға тип, бер-беребеҙҙе иҫкәртеп торабыҙ». Үҙҙәрен яңғыҙ хис итмәҫ өсөн, улар ҡәрҙәштәрҙе ҡунаҡҡа саҡыра. Башҡалар хаҡында ҡайғыртыу күп фатихалар килтерә. Ә был, бигерәк тә, Йәһүәне һөйөндөрә (Филиптарға 2:4; Еврейҙарға 13:2, 16).
13. Асыҡ һәм эскерһеҙ аралашыу олоғая барған ир менән ҡатын мөнәсәбәтендә ниндәй роль уйнай?
13 Аралашыу етмәгәнлектән арағыҙҙа упҡын барлыҡҡа килмәһен. Икәү-ара асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:27). «Бер-беребеҙ хаҡында ҡайғыртыу һәм иғтибарлы булыу беҙгә бер-беребеҙҙе аңларға ярҙам итә», — тип һөйләй бер ир. Ҡатыны: «Олоғая барған һайын бергәләп сәй эсеү, һөйләшеү һәм ниҙер эшләү күп шатлыҡ килтергәнен нығыраҡ аңлай башланыҡ», — тип, иренең һүҙҙәрен ҡеүәтләй. Асыҡ һәм эскерһеҙ аралашыу никахығыҙҙы нығытыр һәм ғаиләләрҙе тарҡатыусы Шайтандың һөжүмен кире ҡағырға ярҙам итер.
ЕЙӘНДӘРГӘ ҠЫУАНЫҒЫҘ
14. Тимофейҙың мәсихсе булып үҫеүендә өләсәһе ниндәй роль уйнаған?
14 Ейәндәр — «ҡарттарҙың тажы» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:6). Ейәндәр менән ваҡыт үткәреү ысындан да көс өҫтәргә һәм күңелде күтәрергә мөмкин. Инжилдә әйтелеүенсә, Тимофейға Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте өләсәһе Лоида һәм әсәһе Евника һөйләгән. Тимофей уларҙың хәҡиҡәтте ҡәҙерләүен белеп үҫкән (2 Тимофейға 1:5; 3:14, 15).
15. Олатай-өләсәйҙәр ейәндәрен тәрбиәләүгә ниндәй өлөш индерә ала, әммә улар нимәне эшләргә тейеш түгел?
15 Тап шул яҡтан олатай-өләсәйҙәр ҙур ярҙам күрһәтә ала. Олатайҙар һәм өләсәйҙәр, һеҙ балаларығыҙға Йәһүәнең ниәттәре тураһында инде һөйләгәнһегеҙ. Хәҙер шул белемде киләһе быуынға ла тапшыра алаһығыҙ! Йыш ҡына бәләкәй балалар олатай-өләсәйҙәре һөйләгән хикәйәләрҙе ауыҙ асып тыңлай. Әммә һеҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте бала йөрәгенә һеңдерергә тейешле атай ролен үҙ өҫтөгөҙгә алмаҫһығыҙ (Ҡанун 6:7). Һеҙ уның тырышлығын тулыландырырһығыҙ ғына. Мәҙхиә йырлаусының һүҙҙәре менән доға ҡылығыҙ: «Хатта, ҡартайып, сәсемә сал ингәс тә, эй Аллам, ҡалдырма мине. Һинең ҡөҙрәтең тураһында киләһе быуынға, бөйөклөгөң хаҡында киләсәк бар нәҫелдәргә һөйләгем килә» (Зәбур 71:18; 78:5, 6).
16. Ғаиләлә көсөргәнешле хәл килеп сыҡмаһын өсөн, олатай-өләсәйҙәр үҙен нисек тоторға тейеш?
16 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ олатай-өләсәйҙәр ейәндәрен артыҡ иркәләй, һәм шул арҡала ғаиләлә көсөргәнешле хәл килеп тыуыуы ихтимал. Шулай ҙа игелекле булыуығыҙ ейәндәрегеҙҙе ата-әсәһенә әйтергә ҡыймаған нәмәләрҙе һеҙгә һөйләргә дәртләндерергә мөмкин. Ҡайһы саҡта ейәндәр үҙҙәренә ҡарата артыҡ йомшаҡ булған олатай-өләсәйҙәре ата-әсәһе яҡлы түгел, ә улар яҡлы булыр, тип өмөтләнә. Шундай осраҡтарҙа нимә эшләргә? Зирәк булығыҙ, ейәндәрегеҙҙе ата-әсәһенән бер нимә лә йәшермәҫкә өйрәтегеҙ. Ундай тәртип Йәһүәне һөйөндөрә, тип аңлатығыҙ (Ефестарға 6:1—3). Кәрәк икән, һеҙ ейәндәрегеҙ өсөн, уларҙың ата-әсәһе менән алдан үҙегеҙ күрешеп, һөйләшеүгә нигеҙ әҙерләй алаһығыҙ. Тормош тәжрибәгеҙ менән бүлешегеҙ. Намыҫлы һәм эскерһеҙ булыуығыҙ уларға файҙа килтерер.
ЙӘШЕГЕҘГӘ ЯРАҠЛАШЫҒЫҘ
17. Оло йәштәге мәсихселәр нисек мәҙхиә йырлаусы кеүек тәүәккәл була ала?
17 Йылдар үтеү менән кеше элек ғәҙәти булған эштәрҙе йә хәҙер эшләргә теләгәндәрен инде башҡара алмай икәнен аңлай. Үҙенең олоғая барыуына кеше нисек ҡарарға тейеш һуң? Бәлки, һеҙ үҙегеҙҙе 30 йәштәге кеүек тояһығыҙҙыр, әммә көҙгө киреһен «һөйләй». Шулай ҙа бирешмәгеҙ. Мәҙхиә йырлаусы Йәһүәгә былай тип ялбарған: «Ҡартайған көнөмдә ташлама мине, көсөм бөткәндә, ҡалдырма мине». Һеҙ ҙә тәүәккәл булығыҙ. Ул былай тип йырлаған: «Һине көтөүҙән арымам, һиңә маҡтауымды арттырырмын» (Зәбур 71:9, 14).
18. Етлеккән мәсихсе пенсияла үҙ ваҡытын нисек яҡшыраҡ файҙалана ала?
18 Күптәр, пенсияға сығыу менән Йәһүәне күберәк маҡтармын тип, алдан планлаштыра. Пенсияға сыҡҡан бер атай былай тип һөйләй: «Ҡыҙым мәктәпте тамамлағас, нимә эшләйәсәгемде алдан уйланым. Мин, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн, бизнесымды һаттым һәм тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға булдым. Йәһүәнән етәкселек һорап доға ҡылдым». Әгәр пенсияға сығырға йыйынаһығыҙ икән, Бөйөк Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙең һүҙҙәре һеҙҙе йыуатыр: «Ҡартайған сағығыҙҙа ла мин шундай уҡ булырмын. Сәсегеҙ сал булғанда ла мин һеҙҙе күтәреп йөрөтөрмөн» (Ишағыя 46:4).
19. Оло йәштәгеләргә ниндәй кәңәш бирелә?
19 Эйе, пенсионер тормошона күнегеү, бәлки, еңел булмаҫ. Илсе Павел оло йәштәге ирҙәргә «айыҡ аҡыллы» булырға кәңәш иткән. Был мәшәҡәтһеҙ тормош эҙләмәҫкә һәм ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә тигәнде аңлата. Бының өсөн режим һаҡлау һәм үҙ-үҙеңде тота белеү элеккегә ҡарағанда ла мөһимерәк. Шуға күрә «Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышла[ғыҙ] һәм бар көсөгөҙҙө һалы[ғыҙ], ...Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит» (1 Коринфтарға 15:58). Башҡаларға күберәк ярҙам итегеҙ (2 Коринфтарға 6:13). Күп мәсихселәр, үҙ шарттарына ҡарап, һөйөнөслө хәбәрҙе мөмкин тиклем ашҡыныбыраҡ вәғәзләй. Олоғая барыуға ҡарамай «иман тотоуҙа, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ» тороғоҙ (Титҡа 2:2).
ТОРМОШ ИПТӘШЕН ЮҒАЛТЫУҘЫ НИСЕК КИСЕРЕП СЫҒЫРҒА?
20, 21. а) Был донъя төҙөлөшөндә ир менән ҡатынды иртәме, һуңмы нимә айыра? б) Анна тол ҡалған мәсихселәргә ниндәй үрнәк ҡалдырған?
20 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был донъя төҙөлөшөндә, иртәме, һуңмы, ир менән ҡатынды үлем айыра. Тол ҡалған мәсихсе үҙенең ғәзиз тормош иптәше хәҙер йоҡлай икәнен белә һәм тиҙҙән уның менән яңынан осрашасағына бер ҙә шикләнмәй (Яхъя 11:11, 25). Шулай ҙа юғалтыу күп ғазаптар килтерә. Быны нисек кисереп сығырға? *
21 Изге Яҙмала иҫкә алынған Алла хеҙмәтселәре тураһында уйланыу йыуаныс килтерә. Мәҫәлән, Анна, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп, тол ҡалған. Инжилдә иҫкә алынған ваҡиғалар ваҡытында, уға инде 84 йәш булған. Ул, һис шикһеҙ, ирен хәтерләп, уны юҡһынған. Ғибәҙәтханала Йәһүә Аллаға көнө-төнө хеҙмәт итеү уға көс өҫтәгән (Лука 2:36—38). Үҙ тормошон доға ҡылыуға һәм хеҙмәткә бағышлау Аннаға юҡһыныу һәм яңғыҙлыҡ хистәре менән көрәшергә ярҙам иткән.
22. Ҡайһы бер тол мәсихселәр яңғыҙлыҡты нисек кисереп сыға?
22 Бынан 10 йыл элек тол ҡалған 72 йәшлек ҡатын: «Эргәлә һөйләшерҙәй кеше юҡ. Шуныһы бигерәк ауыр, — тип бүлешә. — Ирем мине һәр ваҡыт тыңлай торғайны. Беҙ йыйылыш һәм хеҙмәт тураһында һөйләшә инек». Икенсе тол ҡатын былай ти: «Ваҡыт дауалай, тиҙәр. Минеңсә, ваҡыт түгел, ә уны нисек үткәреүең дауалай. Үҙ башыңдан үткәс, башҡаларҙы яҡшыраҡ аңлайһың һәм уларға күберәк ярҙам итә алаһың». 67 йәшлек тол ир уның һүҙен ҡеүәтләп, былай ти: «Башҡаларҙы йыуатыу үҙеңә лә юғалтыуҙы еңелерәк кисерергә ярҙам итә».
АЛЛА ОЛО ЙӘШТӘГЕ ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕН ҠӘҘЕРЛӘЙ
23, 24. Оло йәштәге тол мәсихселәр Изге Яҙманан ниндәй йыуаныс таба ала?
23 Кешеләр үлем арҡаһында үҙ тормош иптәшен юғалтһа ла, Йәһүә һәр ваҡыт ышаныслы һәм тоғро булып ҡала. Боронғо заманда йәшәгән Дауыт батша былай тип йырлаған: «Йәһүәнән мин бер генә нәмә һораным, шуны эҙләрмен дә: Йәһүәнең күркәмлеген күрер өсөн, уның ғибәҙәтханаһына һоҡланып ҡарап торор өсөн, ғүмеремдең бар көндәрендә Йәһүәнең йортонда булғым килә» (Зәбур 27:4).
24 «Ысын тол ҡатындар тураһында хәстәрлек күр», — тип өндәй илсе Павел (1 Тимофейға 5:3). Был шиғырҙан һуң килтерелгән кәңәш шуны күрһәтә: йыйылыш яҡын туғандары булмаған лайыҡлы тол ҡатындарға кәрәкле материаль ярҙам күрһәтә ала. «Хәстәрлек күреү» тигән һүҙҙәр ололау тигән фекерҙе лә үҙ эсенә ала. Эйе, Йәһүә тоғро тол мәсихселәрҙе ҡәҙерләй һәм яҡлай. Быны белеү уларҙы бик йыуата! (Яҡуб 1:27)
25. Оло йәштәгеләр өсөн ниндәй маҡсат иң мөһим булып ҡала?
25 «Ҡарттарҙың шөһрәте — уларҙың сал сәсе», — тиелә Алла Һүҙендә. Ул — «тәҡүәлек юлынан йөрөүсенең... матурлыҡ тажы» (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:31; 20:29). Шулай итеп, никахтамы һеҙ, әллә толмо, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе беренсе урынға ҡуйыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Шул саҡта һеҙ инде хәҙер Алланың хуплауын алырһығыҙ, ә киләсәктә олоғайыу менән бәйле ғазаптарҙан азат донъяла мәңге йәшәрһегеҙ (Зәбур 37:3—5; Ишағыя 65:20).
^ Күберәк белер өсөн, «Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда» тигән брошюраны ҡарағыҙ. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған.