УН БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Өйөгөҙҙә татыулыҡ һаҡлағыҙ
1. Ниндәй сәбәптәр ғаиләләрҙә бүленештәр тыуҙыра?
БӘХЕТЛЕ ғаиләләрҙә яратыу, бер-береһен аңлау һәм тыныслыҡ хөкөм һөрә. Һеҙҙең ғаиләгеҙ ҙә шундайҙыр тип ышанғы килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә ғаиләләр хаҡында шуны уҡ әйтеп булмай, сөнки улар төрлө сәбәптәр арҡаһында бүленештәр кисерә. Ошо бүлектә беҙ бүленештәр тыуҙырған өс сәбәпкә иғтибар итербеҙ. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ғаилә ағзалары төрлө дин тота. Икенсе осраҡтарҙа иһә балалар үгәй ата-әсәләр менән йәшәй. Бер ғаиләне мохтажлыҡ арҡаһында йәшәү өсөн көрәш тарҡатһа, икенсеһен байлыҡ артынан ҡыуыу тарҡата. Шулай ҙа бер ғаиләлә бүленештәр тыуҙырған сәбәптәр башҡа ғаиләгә тәьҫир итмәҫкә лә мөмкин. Ни өсөн?
2. Ҡайһы берәүҙәр ғаилә тормошо өсөн кәңәштәрҙе ҡайҙан эҙләй, әммә нимә кәңәштәрҙең иң яҡшы сығанағы булып тора?
2 Беренсенән, кешенең үҙ ҡарашы мөһим роль уйнай: кеше яҡынының ҡарашын ихлас күңелдән аңларға тырыша икән, ғаиләлә нисек тыныслыҡ һаҡлап булыуын күрер. Икенсенән, тормошта ниндәй кәңәштәргә таянып йәшәүең мөһим. Кешеләрҙең күбеһе хеҙмәттәштәренең, күршеләренең йә башҡаларҙың кәңәше буйынса йәшәй, гәзиттәрҙә яҙылғандарға ҡарап эш итеүселәр ҙә бар. Башҡалар иһә кәңәштәрҙе Алла Һүҙенән таба һәм белгәндәрен тормошонда ҡулланырға тырыша. Ғаиләлә тыныслыҡ һаҡларға был нисек ярҙам итә? (2 Тимофейға 3:16, 17)
ИРЕҢ БАШҠА ДИН ТОТҺА
3. а) Башҡа дин тотҡан кеше менән никахҡа инеүгә ҡағылышлы Изге Яҙмала ниндәй кәңәш бирелә? б) Һин Йәһүә шаһиты булһаң, ә тормош иптәшең башҡа дин тотһа, ниндәй принциптарҙы ҡулланып була?
3 Изге Яҙма, башҡа дин тотҡан кеше менән никахҡа инмәгеҙ, тип ҡәтғи кәңәш бирә (Ҡанун 7:3, 4; 1 Коринфтарға 7:39). Һин хәҡиҡәтте кейәүгә сыҡҡас ҡына белгән булһаң, ә ирең Изге Яҙманы өйрәнергә теләмәһә, нимә эшләргә? Әлбиттә, никах анты ғәмәлдә ҡала (1 Коринфтарға 7:10). Изге Яҙма никах бәйләнештәренең ныҡлығына баҫым яһай һәм никахта тороусыларҙы тыуған ауырлыҡтарҙан ҡасмаҫҡа, ә уларҙы хәл итергә саҡыра (Ефестарға 5:28—31; Титҡа 2:4, 5). Ә ирең Изге Яҙманы өйрәнеүеңә бик ныҡ ҡаршы килһә? Һине йыйылыш осрашыуҙарына ебәрмәһә, өйҙән-өйгә йөрөп, дин тураһында һөйләргә рөхсәт итмәһә, нимә эшләргә?
4. Ире ҡатынының диненә ҡаршы сыҡһа, ҡатын нисек уның хәленә инергә тырыша ала?
4 Ул саҡта үҙеңдән: «Ни өсөн ирем ҡаршы килә?» — тип һора (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:20, 23). Бәлки, ул һинең ни менән шөғөлләнеүеңде ысындан да аңламайҙыр, шуға күрә һинең өсөн борсолалыр. Ә, бәлки, уға туғандары баҫым яһайҙыр, сөнки һин хәҙер инде улар өсөн мөһим булған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәмәйһең. Бер ир: «Өйҙә бер үҙем генә ҡалғанда, ҡатыным мине ташлап киткән шикелле хис иттем», — тигән. Уға дин уның ҡатынын тартып алған һымаҡ тойолған. Әммә был хаҡта әйтер өсөн ул ғорурлығын еңә алмаған. Бәлки, ирең, Йәһүәне яратыуым, һиңә ҡарата мөхәббәтемдең һүрелеүен аңлатмай, тигән ышандырыу һүҙҙәренә мохтаждыр. Уның менән бергә ваҡыт үткәреү мотлаҡ.
5. Ире башҡа динде тотһа, ҡатын ниндәй өлкәлә дөрөҫ ҡараш һаҡларға тейеш?
5 Шулай ҙа, килеп сыҡҡан хәлдә аҡыллы эш итергә теләһәң, мөһим бер нәмәне иҫәпкә алырға кәрәк. Инжилдә ҡатындарға: «Раббыға инаныусыларҙа ҡабул ителгәнсә, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ», — тигән әмер бирелә (Колосстарға 3:18). Шулай итеп Изге Яҙма беҙҙе бойондороҡһоҙлоҡ рухынан киҫәтә. Ә «Раббыға инаныусыларҙа ҡабул ителгәнсә» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата? Ҡатын, иренә буйһонғанда, Аллаға буйһоноуҙы ла иҫәпкә алырға тейеш. Был өлкәлә дөрөҫ ҡараш һаҡларға кәрәк.
6. Мәсихсе ҡатынға ниндәй принциптарҙы иҫтә тоторға кәрәк?
6 Мәсихселәр өсөн йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү һәм башҡаларға иман хаҡында шаһитлыҡ биреү — хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙың айырылғыһыҙ өлөшө (Римдарға 10:9, 10, 14; Еврейҙарға 10:24, 25). Берәйһе һиңә Алланың ниндәйҙер әмеренә буйһонмаҫҡа ҡушһа, нимә эшләр инең? Ғайсаның илселәре былай тигән: «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк» (Ғәмәлдәр 5:29). Был принципты тормоштоң төрлө өлкәләрендә ҡулланып була. Йәһүәне яратыу һине уға тоғро ҡалырға дәртләндерерме? Ул шундай тоғролоҡҡа лайыҡ. Шул уҡ ваҡытта, иреңде яратып, хөрмәт итеп, уның күңелен ярһытмайынса, Аллаға тоғролоҡ һаҡларға тырышырһыңмы? (Матфей 4:10; 1 Яхъя 5:3)
7. Мәсихсе ҡатын ғаиләлә булған ҡаршылыҡтарға нисек ҡарарға тейеш?
7 Ғайса был еңел булыр тип әйтмәгән. Уның әйтеүенсә, хаҡ ғибәҙәткә ҡаршы килеүҙәр арҡаһында ҡайһы бер ғаиләләрҙә Алланың хеҙмәтселәре үҙҙәре менән туғандары араһынан ҡылыс үткәндәй тойор (Матфей 10:34—36). Японияла йәшәүсе бер ҡатын шундайыраҡ хәлгә эләккән. Ире 11 йыл дауамында уға ҡаршы килгән, ҡатыны менән үҙен тупаҫ тотҡан һәм йыш ҡына өйгә индермәгән. Әммә ҡатыны бирешмәгән. Йыйылыштағы дуҫтары уға ярҙам итеп торған. Ул өҙлөкһөҙ доға ҡылған һәм 1 Петр 2:20-лә яҙылған һүҙҙәрҙән йыуаныс тапҡан. Әгәр ныҡ булып ҡалһам, бер көндө ирем дә Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә миңә ҡушыласаҡ, тип ышанған ул. Һәм шундай көн килеп еткән.
8, 9. Иренә артыҡ ауырлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн, ҡатынға нисек эш итергә кәрәк?
8 Иреңдең мөнәсәбәтен үҙгәртер өсөн, күп ғәмәли кәңәштәр бар. Мәҫәлән, иреңә динең оҡшамаһа, тормоштоң башҡа өлкәләрендә үҙеңде ғәйепләрҙәй етди сәбәптәр ҡалдырма. Өйөгөҙҙә таҙалыҡ һаҡла. Үҙеңдең тышҡы ҡиәфәтеңде ҡарап йөрө. Яратыу һәм рәхмәт хистәрен белдереүҙә йомарт бул. Иреңде тәнҡитләү урынына, уға булышлыҡ күрһәт. Уны ғаилә башы булараҡ хөрмәт ит. Үпкә хисең булһа, үс алма (1 Петр 2:21, 23). Кешенең камил булмауын иҫәпкә ал, бәхәс ҡупһа, беренсе булып ғәфү үтенергә әҙер бул (Ефестарға 4:26).
9 Йыйылыш осрашыуҙары иреңә ашарға бешерергә өлгөрмәүеңә сәбәп булып тормаһын. Шулай уҡ вәғәз өсөн ирең өйҙә булмаған ваҡытты һайлау аҡыллы булыр. Зирәк ҡатын, ире тыңларға әҙер булмағанда, уға вәғәзләмәҫ. Ул илсе Павелдың кәңәшенә ҡолаҡ һала: «Ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер» (1 Петр 3:1, 2). Мәсихсе ҡатындар Алла рухының емешен тәшкил иткән сифаттарҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ сағылдырырға тырыша (Галаттарға 5:22, 23).
ҠАТЫН БАШҠА ДИН ТОТҺА
10. Мәсихсе ир, ҡатыны икенсе диндә булһа, үҙен нисек тоторға тейеш?
10 Ир — Йәһүә шаһиты, ә уның ҡатыны башҡа диндә булһа, уға нимә эшләргә? Изге Яҙмала бындай осраҡ өсөн дә күрһәтмәләр бирелә: «Әгәр берәй имандашыңдың ҡатыны иманһыҙ булып, ҡатын уның менән йәшәргә риза икән, иманлы ир уны ташламаҫҡа тейеш» (1 Коринфтарға 7:12). Изге Яҙма шулай уҡ ирҙәрҙе: «Ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ», — тип өгөтләй (Колосстарға 3:19).
11. Ҡатыны башҡа диндә булһа, ир нисек зирәклек сағылдырып, башлыҡ ролен ипле генә үтәй ала?
11 Ҡатының башҡа диндә булһа, уға айырыуса иғтибарлы бул һәм уның хистәрен иҫәпкә ал. Ул бала түгел, һәм һин уның дини ҡараштары менән риза булмаһаң да, был өлкәлә ул үҙе һайлау яһарға хаҡлы. Иманың хаҡында ҡатыныңа һөйләүең булыр, ул шунда уҡ һинән ишеткәндәр хаҡына бығаса ышанып йөрөгән нәмәләрҙән баш тартыр, тип көтмә. Ҡатының һәм уның ғаиләһе йылдар буйы тотҡан дини ғөрөф-ғәҙәттәр — ялған тип туранан-тура әйтеү урынына, уның менән Изге Яҙмаға нигеҙләнеп, сабырлыҡ менән фекер алышырға тырыш. Йыйылыш эштәренә күп ваҡыт бағышлаһаң, ҡатыныңа һин уны ташлап киткән һымаҡ тойолорға мөмкин. Ҡатының һиңә, Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасауларға тырышып, үҙе менән күберәк ваҡыт үткәреүеңде талап итергә мөмкин. Сабыр бул. Ваҡыт уҙыу менән һинең яратыуың һәм иғтибарың ҡатыныңа хәҡиҡәткә килергә ярҙам итергә мөмкин (Колосстарға 3:12—14; 1 Петр 3:8, 9).
БАЛАЛАРҘЫ ТӘРБИӘЛӘҮ
12. Ир менән ҡатын төрлө диндә булһа, балаларҙы тәрбиәләүҙә Изге Яҙмалағы принциптарҙы нисек ҡулланып була?
12 Ғаилә дини яҡтан бүленгән булһа, балаларҙы тәрбиәләгәндә, етди проблемалар тыуырға мөмкин. Шундай осраҡтарҙа Изге Яҙмалағы принциптарҙы нисек ҡулланырға? Изге Яҙма буйынса, балаларҙы тәрбиәләү өсөн атай яуаплы, әммә әсәйҙең дә роленә мөһим урын бирелә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8; Башланмыш 18:19; Ҡанун 11:18, 19 менән сағыштырығыҙ.) Атай кеше, үҙенең башы итеп Мәсихте танымаһа ла, ғаилә башы булып ҡала.
13, 14. Ирең балаларҙы йыйылыш осрашыуҙарына алып барырға йә улар менән даими рәүештә Изге Яҙманы өйрәнергә рөхсәт итмәһә, нимә эшләргә?
13 Йәһүә шаһиты булмаған ҡайһы бер атайҙар балаларына әсәйҙәренең дини тәрбиә биреүенә ҡаршы түгел. Башҡалары иһә ҡаршы. Ирең балаларығыҙҙы йыйылыш осрашыуҙарына алып барырға йә хатта улар менән өйҙә Изге Яҙманы өйрәнергә рөхсәт итмәһә, нимә эшләргә? Шундай осраҡта һиңә, аҡыллы ҡараш һаҡлап, Йәһүә Аллаға, иреңә һәм яратҡан балаларыңа ҡарата булған яуаплылыҡты иҫтә тотоп, үҙ вазифаларыңды үтәргә кәрәк. Быны нисек башҡарып була?
14 Әлбиттә, был турала һин доға ҡылырһың (Филиптарға 4:6, 7; 1 Яхъя 5:14). Әммә үҙеңде нисек тоторға икәнен һин үҙең хәл итәһең. Әгәр иреңдең баш икәнен таныуыңды ипле генә күрһәтеп торһаң, ваҡыт уҙыу менән баҫым кәмергә мөмкин. Ирең балаларҙы йыйылыш осрашыуҙарына алып барырға йә улар менән даими рәүештә Изге Яҙманы өйрәнергә рөхсәт итмәгән хәлдә лә, һин уларҙы барыбер өйрәтә алаһың. Балаларың менән көн һайын аралашып һәм яҡшы үрнәк күрһәтеп, уларҙа Йәһүәгә ҡарата яратыу, уның Һүҙенә ышаныу, атаһына ла, әсәһенә лә хөрмәт һәм башҡа кешеләргә эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу үҫтерергә тырыш. Шулай уҡ уларҙы башҡаларҙың намыҫлы хеҙмәтен ҡәҙерләргә өйрәт. Бәлки, ваҡыт уҙыу менән ирең ундай тәрбиәнең яҡшы һөҙөмтәләренә иғтибар итер һәм тырышлығыңды баһалар (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:24).
15. Балаларҙы тәрбиәләүҙә Йәһүә шаһиты булған атай өҫтөндә ниндәй яуаплылыҡ ята?
15 Һин Йәһүә шаһиты булһаң, ә ҡатының башҡа диндә булһа, балаларыңды, «Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп», тәрбиәләү өсөн һин яуаплы (Ефестарға 6:4). Шул уҡ ваҡытта, һиңә, әлбиттә, ҡатының менән мөғөмәлә иткәндә, игелек, яратыу һәм аҡыллылыҡ сағылдырырға кәрәк булыр.
АТАЙ-ӘСӘЙЕҢ БАШҠА ДИН ТОТҺА
16, 17. Бала ата-әсәһенең диненән айырылып торған динде һайлаһа, Изге Яҙмалағы ниндәй принциптарҙы иҫтә тоторға тейеш?
16 Бөгөнгө көндә балиғ булмаған балаларҙың да ата-әсәләренең диненән айырылып торған динде һайлауы ғәҙәти хәлгә әйләнгән. Һинең осрағыңда ла шулаймы? Улайһа, Изге Яҙмала һинең өсөн дә кәңәштәр бар.
17 Унда: «Балалар, атай-әсәйҙәрегеҙгә Раббы теләгәнсә итәғәтле булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә. „Атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт“», — тиелә (Ефестарға 6:1, 2). Был ата-әсәне хөрмәт итеүҙе лә үҙ эсенә ала. Бындай тәртип файҙа килтерә. Әммә ата-әсәне тыңлау мөһим булһа ла, хаҡ Алла хаҡында ла оноторға ярамай. Бала ҡарарҙар ҡабул итә алырҙай йәшкә етә барыуға уның үҙ эштәре өсөн яуаплылығы ла үҫә. Был принцип хөкүмәт ҡанундарын үтәүҙән тыш, Алла ҡанундарын үтәүгә лә ҡағыла. Изге Яҙмала: «Һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ», — тиелгән (Римдарға 14:12).
18, 19. Һайлаған динең атай-әсәйеңдекенән айырылып торһа, һин уларға үҙең тотҡан динде яҡшыраҡ аңларға нисек ярҙам итә алаһың?
18 Ышаныуҙарыңа нигеҙләнеп, тормошоңда ниндәйҙер үҙгәрештәр яһарға тура килһә, ата-әсәңдең хистәрен аңларға тырыш. Изге Яҙманы өйрәнеп һәм белгәндәреңде тормошоңда ҡулланып, һин ихтирамлыраҡ, тыңлаусаныраҡ булып китһәң һәм атай-әсәйең әйткәнде тырышыбыраҡ үтәһәң, улар, әлбиттә, шатланыр. Ләкин һин яңы динең арҡаһында ата-әсәңдең күңеленә яҡын булған ҡараштарҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе кире ҡаҡһаң, улар, үҙҙәре бирергә тырышҡан мираҫтан һин баш тартаһың, тип уйларға мөмкин. Һин шөғөлләнгән эш йәмғиәттә танылған булмаһа йә, атай-әсәйең уйлауынса, иғтибарыңды матди яҡтан уңышлы булырға ярҙам иткән маҡсаттарҙан ситкә йүнәлтһә, улар һинең киләсәгең хаҡында ла борсолорға мөмкин. Ғорурлыҡ та кәртә булырға мөмкин. Атай-әсәйеңә, шулай тойолорға мөмкин: һин үҙеңде хаҡ, ә улар хаталана, тип һанайһың.
19 Шуға күрә атай-әсәйеңде мөмкин тиклем тиҙерәк йыйылыштағы өлкәндәр йә башҡа етлеккән мәсихселәр менән таныштырырға тырыш. Атай-әсәйеңде Батшалыҡ залына саҡыр. Улар йыйылышта нимәгә өйрәтәләр икәнен ишетә һәм Йәһүә шаһиттары ниндәй кешеләр икәнен үҙ күҙҙәре менән күрә алыр. Ваҡыт уҙыу менән атай-әсәйеңдең ҡарашы ыңғай яҡҡа үҙгәреүе ихтимал. Әммә атай-әсәйең артабан да баҫым яһауын дауам итһә, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәтте юҡ итһә һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә рөхсәт итмәһә, һин башҡа урында уҡыу һәм имандаштар менән аралашыу, осраҡлы вәғәздә ҡатнашыу һәм башҡаларға ярҙам итеү өсөн бүтән мөмкинлектәр эҙләй алаһың. Һин шулай уҡ Йәһүә Аллаға доға ҡыла алаһың. Ҡайһы бер үҫмерҙәргә, хеҙмәттә күберәк ҡатнашыр өсөн, үҫеп етеп, туғандарынан айырым йәшәүҙе көтөргә тура килә. Нисек кенә булмаһын, «атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт[ергә]» тейешлегеңде онотма. Өйҙә татыулыҡ һаҡлар өсөн, көсөңдән килгәндең барыһын да эшлә (Римдарға 12:17, 18). Ә иң мөһиме, Алла менән татыулыҡ һаҡла.
ҮГӘЙ АТА-ӘСӘ БУЛЫУ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ
20. Атаһы йә әсәһе үгәй булһа, бала нимә хис итергә мөмкин?
20 Йыш ҡына ғаиләләрҙә тыуған иң етди проблемалар дини ҡаршылыҡтарға түгел, ә туғандар араһындағы мөнәсәбәттәргә бәйле. Бөгөнгө көндәрҙә күп кенә ғаиләләрҙә ирҙең йә ҡатындың, йә икеһенең дә элекке никахынан булған балалары тәрбиәләнә. Ундай ғаиләләрҙә балаларҙың көнләшеүе, үпкәләүе ихтимал йә, бәлки, уларға үҙ атаһына йә әсәһенә хыянат иткән кеүек тойолорға мөмкин. Һөҙөмтәлә, улар үгәй атай йә әсәйҙең яҡшы ата-әсә булыр өсөн һалған эскерһеҙ тырышлыҡтарына ҙур ҡаршылыҡ күрһәтеүе мөмкин. Үгәй балалар менән нисек яҡшы мөнәсәбәттәр булдырырға?
21. Ни өсөн үгәй ата-әсәләргә, ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, Изге Яҙмалағы принциптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк?
21 Күп ғаиләләргә бәхеткә ирешергә ярҙам иткән Изге Яҙмалағы принциптар ябай булмаған ошо шарттарҙа ла ҡулланырлыҡ. Был принциптарҙы иҫәпкә алмаһаҡ та, бәлки, ниндәйҙер ваҡытҡа проблемалар кәмер ҙә, әммә һуңыраҡ был йән әрнеүенә килтерергә мөмкин (Зәбур 127:1; Ғибрәтле һүҙҙәр 29:15). Зирәк һәм һиҙгер булырға тырышығыҙ. Зирәклек һеҙгә Изге Яҙмалағы принциптарҙың оҙайлы файҙа килтереүен иҫтә тотоп, уларҙы ҡулланырға, ә һиҙгерлек яҡындарығыҙҙың ни өсөн теге йәки был һүҙ әйткәнен йәиһә ниндәйҙер эш эшләгәнен аңларға ярҙам итер. Кеше хәленә инә белеү ҙә кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:21; 24:3; 1 Петр 3:8).
22. Ни өсөн балаларға үгәй атайҙы йә үгәй әсәйҙе ҡабул итеү ауыр?
22 Һин үгәй атай йә әсәй булһаң, бәлки, балаларҙың һиңә ҡарата әле ғаилә дуҫы булған сағыңдағы яҡшы мөнөсәбәтен хәтерләйһеңдер. Әммә һин ғаилә ағзаһы булып киткәс, хәл үҙгәргәндер. Балалар үҙҙәре менән йәшәмәгән атаһын йә әсәһен ярата һәм, һин шул яратыуға дәғүә итәһең, тип уйлап, уларға хыянат итәм тигән хистәр менән көрәшергә мөмкин. Ҡайһы саҡта уларҙың, һин беҙгә әсәй (атай) түгел, тип туранан-тура иҫкәртеүҙәре лә бар. Ундай һүҙҙәр рәнйетә. Шулай ҙа «үпкәләргә ашыҡма» (Вәғәзсе 7:9). Балаларға яҡынайыу юлын табыр өсөн, уларҙың хәленә инә белергә һәм һиҙгер булырға кәрәк.
23. Үгәй балаларҙы нисек төҙәтергә?
23 Баланы төҙәткәндә, шул сифаттарҙы сағылдырыу үтә мөһим. Тәрбиә эҙмә-эҙлекле булырға тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:20; 13:1). Һәр бала үҙенсәлекле булғанға күрә, һәр осраҡ өсөн тәрбиә сараһы ла төрлө булырға мөмкин. Ҡайһы бер үгәй ата-әсәләр тәрбиә менән бәйле вазифаларҙы тәүге мәлдә баланың атаһы йә әсәһе үҙ өҫтөнә алһа, яҡшыраҡ булыр, тип уйлай. Нисек кенә булмаһын, яза тураһында һүҙ барғанда, ата-әсәләр бер үк фекерҙә булырға тейеш һәм үҙ балаһына, үгәй балаға ҡарағанда, йомшағыраҡ яза биреп, уны өҫтөнөрәк күрергә тейеш түгел (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:23). Тыңлаусанлыҡ мөһим, әммә камил булмауыбыҙҙы ла иҫтә тоторға кәрәк. Сиктән тыш ҡаты булмағыҙ. Балаларығыҙҙы яратыу менән төҙәтегеҙ (Колосстарға 3:21).
24. Төрлө енестәге үгәй туғандар араһындағы әхлаҡи проблемаларға нисек юл ҡуймаҫҡа?
24 Ғаилә менән фекер алышһаҡ, күп кенә ауырлыҡтарҙан ҡаса алырбыҙ. Ундай һөйләшеүҙәр ғаиләгә иғтибарын тормоштағы иң мөһим нәмәләргә тупларға ярҙам итер. (Филиптарға 1:9—11 менән сағыштырығыҙ.) Һөҙөмтәлә һәр береһе, ғаилә маҡсаттары тормошҡа ашһын өсөн, үҙе нимә эшләй ала икәнен күрер. Бынан тыш, асыҡ аралашыу әхлаҡи проблемаларҙы булдырмаҫҡа ярҙам итер. Ҡыҙҙарға үгәй атаһы һәм туған булмаған ағай-энеләре алдында нисек кейенергә, үҙен нисек тоторға кәрәклеген, ә малайҙарға үгәй әсәһе һәм туған булмаған апай-һеңлеләре менән нисек дөрөҫ мөғәмәлә итергә кәрәклеген аңлатыу зарур (1 Фессалоникаларға 4:3—8).
25. Ниндәй сифаттар үгәй балалар тәрбиәләнгән ғаиләлә тыныслыҡ булдырырға ярҙам итер?
25 Үгәй балаларҙы тәрбиәләүҙә төрлө ауырлыҡтар менән осрашҡанда сабыр бул. Яңы мөнәсәбәттәр булдырыу ваҡыт талап итә. Үгәй балаларҙың яратыуын һәм ихтирамын яулап алыу бик ауыр. Әммә был мөмкин. Йәһүәгә ысын күңелдән ярарға теләк, шулай уҡ зирәк һәм һиҙгер йөрәк — ул үгәй балалар тәрбиәләнгән ғаиләлә татыулыҡ булдырыу асҡысы (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:20). Бындай сифаттар һиңә башҡа проблемаларҙы ла хәл итергә ярҙам итер.
БАЙЛЫҠ АРТЫНАН ҠЫУЫУ ҒАИЛӘГЕҘҘӘ БҮЛЕНЕШТӘР ТЫУҘЫРМАЙМЫ?
26. Матди ауырлыҡтар һәм матди әйберҙәргә дөрөҫ булмаған ҡараш ғаиләне нисек тарҡата ала?
26 Матди ауырлыҡтар һәм матди әйберҙәргә дөрөҫ булмаған ҡараш та ғаиләне бүлергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ғаиләләрҙе аҡса тураһындағы бәхәстәр, байыу йә, юҡ тигәндә әҙерәк кенә булһа ла, байыраҡ йәшәү теләге тарҡата. Ир менән ҡатын икеһе лә аҡса эшләһә, «минең аҡсам, һинең аҡсаң», тип фекер йөрөтөү ғаиләлә бүленештәр тыуҙырырға мөмкин. Бәхәстәр тыумаған хәлдә лә, эш графиктары арҡаһында ир менән ҡатындың бер-береһе өсөн бөтөнләй ваҡыты ҡалмаҫҡа мөмкин. Ҡайһы бер атайҙар, күберәк аҡса эшләр өсөн, айҙар йә хатта йылдар буйына ғаиләһен ҡалдырып ситкә сығып китә. Һәм йылдан-йыл бөтә донъя буйынса шундай ғаиләләрҙең һаны арта бара. Был етди проблемаларға килтерергә мөмкин.
27. Матди ауырлыҡтар кисергән ғаиләләргә Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар ярҙам итә ала?
27 Шундай осраҡтарҙа эш итеү тәртибен билдәләгән теүәл ҡағиҙәләр юҡ, сөнки һәр ғаиләнең үҙ ауырлыҡтары һәм ихтыяждары бар. Шулай ҙа Изге Яҙмалағы кәңәштәр ярҙам итә. Мәҫәлән, унда «кәңәш эҙләүселәр» йыш ҡына буш бәхәстәрҙән ҡаса ала, тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:10). Кәңәш эҙләү — ул ниндәйҙер һорауға ҡарата үҙ фекереңде генә белдереү түгел, ә шулай уҡ башҡа кеше менән кәңәшләшеп, уның ҡарашын да белергә тырышыу. Бынан тыш, реаль бюджет планлаштырыу ғаилә ағзаларына һалған тырышлыҡтарын берләштерергә ярҙам итер. Ҡайһы саҡта, өҫтәмә сығымдарҙы ҡаплар өсөн, айырыуса ғаиләлә балалар булһа йә ир менән ҡатындың ҡарамағында тағы кемдер берәйһе булһа, ваҡытлыса ғына, бәлки, уларҙың икеһенә лә эшләргә тура килер. Ундай осраҡтарҙа ла, ир ҡатыны өсөн ваҡыт табырға тейеш. Элек ҡатын ниндәйҙер эштәрҙе үҙе генә эшләгәндер. Әммә хәҙер атай, яратыу сағылдырып, балалары менән бергә уға шул эштәрҙе башҡарырға ярҙам итә ала (Филиптарға 2:1— 4).
28. Ниндәй иҫкә төшөрөү ғаиләгә татыулыҡҡа ынтылырға ярҙам итә?
28 Иҫтә тотоғоҙ, был донъя төҙөлөшөндә аҡсаһыҙ йәшәп булмай, әммә аҡса бәхет килтермәй. Аҡса, әлбиттә, ғүмерҙе лә һаҡлай алмай (Вәғәзсе 7:12). Ысындан да, матди әйберҙәр хаҡында сиктән тыш борсолоу рухи һәм әхлаҡи тарҡалыуға килтерергә мөмкин (1 Тимофейға 6:9—12). Шуға күрә, Алланың ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртыу өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалаясағын иҫтә тотоп, иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләү үтә мөһим! (Матфей 6:25—33; Еврейҙарға 13:5) Рухи нәмәләрҙе беренсе урынға ҡуйһағыҙ һәм иң тәүҙә Алла менән татыулыҡҡа ынтылһағыҙ, ғаиләгеҙ, ниндәйҙер яҡтан бүленгән булһа ла, тормоштоң иң мөһим өлкәләрендә берҙәм булыр.