Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайса пәйғәмбәр кеүек...

Ғайса пәйғәмбәр кеүек...

ҠЫҘҒАНЫУСАН БУЛЫҒЫҘ

Ғайса, камил булараҡ, кешеләргә хас булған күп кенә ҡайғы һәм борсолоуҙарҙы кисермәгән. Шулай ҙа ул кеше хәленә керә белгән. Кешеләргә ярҙам итер өсөн ул үҙен йәлләмәгән, хатта кәрәгенән күберәкте эшләргә әҙер булған. Быға уны ҡыҙғаныу хисе дәртләндергән.

АСЫҠ КҮҢЕЛЛЕ БУЛЫҒЫҘ

Бөтә кешеләр ҙә — йәштәр ҙә, ололар ҙа — Ғайсаға тартылған, сөнки ул үҙен эше күп булған мөһим кеше итеп күрһәтмәгән. Ғайсаның шәхси ҡыҙыҡһыныуын күреп, улар үҙҙәрен иркен хис иткән.

ҺӘР ВАҠЫТ ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ

Ғайса үҙенең Атаһына бик йыш эскерһеҙ доға ҡылған. Ул быны бер үҙе булғанда ла, Алланың бүтән хеҙмәтселәре менән булғанда ла эшләгән. Ашар алдынан ғына түгел, ә төрлө осраҡтарҙа доға ҡылған. Доға ҡылып, ул Атаһына рәхмәттәр әйткән, уны данлаған һәм етди ҡарарҙар ҡабул итер алдынан дөрөҫ йүнәлеш биреүен һораған.

ЭГОИСТ БУЛМАҒЫҘ

Ҡай саҡтарҙа Ғайса, бик ныҡ арыған булһа ла, ял итеү урынына башҡаларҙың ихтыяждары тураһында ҡайғыртҡан. Ул һәр ваҡыт тәү сиратта үҙе тураһында түгел, ә башҡалар хаҡында уйлаған. Был яҡтан да ул беҙгә яҡшы үрнәк ҡалдырған.

БАШҠАЛАРҘЫ КИСЕРЕГЕҘ

Ғайса, кисерергә кәрәк, тип өйрәтеп кенә ҡалмаған, ә үҙе лә шәкерттәрен һәм башҡа кешеләрҙе кисергән.

АШҠЫНЫП ТОРОҒОҘ

Күпселек йәһүдтәрҙең Мәсихте ҡабул итмәҫе һәм дошмандарының уны үлтерере алдан әйтелгән булған. Шуға күрә Ғайса үҙен йәлләп кенә әҙерәк эштәр эшләй алған. Шулай ҙа ул хаҡ ғибәҙәткә ашҡынып булышлыҡ иткән. Вайымһыҙлыҡ һәм хатта эҙәрләүҙәр менән осрашҡан шәкерттәренә ул тырышып хеҙмәт итеүҙә өлгө күрһәткән.

БАҪАЛҠЫ БУЛЫҒЫҘ

Ғайса күп яҡтан, мәҫәлән, белем һәм зирәклек яғынан, камил булмаған кешеләрҙән өҫтөн булған. Камил булғанға, уның, һис шикһеҙ, бүтән берәүҙә лә булмаған физик һәм аҡыл һәләттәре булған. Шулай ҙа ул баҫалҡылыҡ менән башҡаларға хеҙмәт иткән.

ТҮҘЕМЛЕ БУЛЫҒЫҘ

Ғайса, илселәр һәм башҡа кешеләр үҙенең үрнәге буйынса эш итмәгән йә кәңәштәрен тотмаған саҡта, уларға ҡарата һәр ваҡыт түҙемле булған. Ул ҙур түҙемлек менән Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам иткән фекерҙәрҙе кешеләргә ҡат-ҡат еткерергә тырышҡан.