«Мин быға ышанмайым!»
ҠУШМА ШТАТТАРҘА йәшәүсе бер ир былай тип һөйләй: «Ул көндө улым Джонатан беҙҙән бер нисә миль генә алыҫлыҡта йәшәгән дуҫтарына ҡунаҡҡа киткәйне. Ҡатынымдың уны һис тә ебәргеһе килмәгәйне, сөнки ул һәр ваҡыт юлда берәй хәл булып ҡуйыр тип ҡурҡа ине. Улым электроника менән мауыға ине, шуға ул күберәк өйрәнеп тәжрибә туплар өсөн дуҫтарына китте. Мин өйҙә үҙем генә ҡалғайным, ҡатыным туғандарында ҡунаҡта ине. Улым тиҙҙән ҡайтыр инде тип уйлап ултырған саҡта, ишек шаҡынылар. „Бына ҡайтып та етте!“ Ләкин ишек төбөндә улым түгел, ә полиция һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре тора ине. Полицейский минән: „Был праваны таныйһығыҙмы?“ — тип һораны. „Эйе, әлбиттә. Был улым Джонатандың праваһы“, — тинем. „Беҙ һеҙгә ҡайғылы хәбәр килтерҙек. Юлда авария булған һәм... улығыҙ... улығыҙ һәләк булды“, — тине полицейский. „Юҡ, мин быға ышанмайым!“ — тинем мин тәрән тетрәнеп. Был хәбәр беҙгә аяҙ көндәге йәшен кеүек тәьҫир итте һәм йөрәгебеҙҙә йылдар үтһә лә төҙәлмәй торған тәрән яра ҡалдырҙы».
Испанияла йәшәүсе бер атай кеше былай тип яҙа: «1960-сы йылдарҙа беҙ бик бәхетле бер ғаилә инек. Ҡатыным Мария менән өс балабыҙ бар ине. Ул ваҡытта Дауытҡа — 13, Пакитоға — 11, Изабелға 9 йәш ине.
Ләкин 1963 йылдың март айында Пакито, мәктәптән ҡайтҡас, башым бик ныҡ ауырта, тип зарлана башланы. Тәүҙә беҙ бының сәбәбен бер нисек тә аңлай алманыҡ, әммә өс сәғәттән һуң балабыҙ үлгәс, уның баш мейеһенә ҡан һауғаны асыҡланды.
Пакито үлгәндән һуң инде 30-ҙан ашыу йыл үтте. Ләкин беҙ һаман да, уны юҡһынып, бик ҡайғырабыҙ. Күпме ваҡыт уҙыуға йәки башҡа балалары булыуына ҡарамаҫтан, балаларын юғалтҡан ата-әсәләр үҙ йәндәренең бер өлөшөн юғалтҡандай ҡайғыра».
Ике осраҡта ла баланың үлеме ата-әсә күңеленә тәрән һәм төҙәлмәҫлек яра һала икәнлеге күренә. «Йыш ҡына бала үлеме өлкән йәштәге кешенең үлеменә ҡарағанда ҙурыраҡ фажиғә итеп ҡабул ителә һәм тәрәнерәк яра ҡалдыра, сөнки ғаилә уның үлемен бер ҙә көтмәй. [...] Бала үлеме менән уға бәйле өмөттәр, мөнәсәбәттәр һәм киләсәккә ҡоролған ниәттәр селпәрәмә килә», — тип бер табип бик дөрөҫ яҙған. Шуның шикелле, балаһы төшкән һәр ҡатын да шундай уҡ тәрән ҡайғы кисерә.
Бер тол ҡатын былай тип һөйләй: «Минең ирем Расселл Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Тымыҡ океанда үткән бер хәрби операцияла табип булараҡ ҡатнашты. Бер нисә һуғышты ул үҙ күҙҙәре менән күргән. АҠШ-ҡа ҡайтҡас, ирем күпкә тынысыраҡ тормош алып бара башланы, ә һуңыраҡ Алла хеҙмәтсеһе булып китте. 60 йәше тулғандан һуң, ул йөрәге ауыртыуына зарлана башланы һәм күберәк физик күнегеүҙәр яһарға тырышты. Шулай ҙа 1988 йылдың июлендә ирем инфаркт арҡаһында вафат булды. Был ҡайғы мине аяҡтан йыҡты. Мин хатта уның менән хушлашып та өлгөрмәнем. Ул ирем генә түгел, ә иң яҡшы дуҫым да ине. Беҙ 40 йыл буйы бергә татыу ғүмер иттек. Шул саҡта миңә әлегә тиклем таныш булмаған яңғыҙлыҡта йәшәрмен кеүек тойолдо».
Бындай ҡайғыға бөтә донъяла меңләгән ғаилә юлыға. Балаһын, ирен, ҡатынын, атаһын йә әсәһен, дуҫын юғалтҡан кешеләрҙең күбеһе илсе Паулдың һүҙҙәре менән ризалашыр. Ул үлемде «һуңғы дошман» тип атаған. Ғәҙәттә, кешеләр был ҡурҡыныс хәбәрҙе ишеткәс: «Мин быға ышанмайым! Һеҙ яңылышаһығыҙ!» — ти. Әммә шунан һуң башҡа хистәр ҙә тыуырға мөмкин (1 Коринфтарға 15:25, 26).
Ләкин был хистәрҙе ҡарап сығыр алдынан, әйҙәгеҙ, ҡайһы бер мөһим һорауҙарға яуап алайыҡ. Кеше өсөн үлем менән барыһы ла бөтәме? Яҡындарыбыҙҙы ҡабат күрергә берәй өмөт бармы?
Ышаныслы өмөт бар
Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан Паул, үлемдән ҡотолоуға өмөт бар икәнен күрһәтеп, былай тип яҙған: «Иң һуңғы дошман булып үлем юҡҡа сығарыласаҡ» (1 Коринфтарға 15:26). Ни өсөн Паул быға ныҡ ышанған? Сөнки уны терелтелгән Ғайса Мәсих үҙе өйрәткән (Ғәмәлдәр 9:3—19). Шуға күрә Паул: «Үлем донъяға берәү [Әҙәм] аша килгән кеүек, үленән терелеү ҙә бер Кеше [Ғайса Мәсих] аша килде. Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үлгән кеүек, Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ», — тип яҙған (1 Коринфтарға 15:21, 22).
Бер ваҡыт Ғайса пәйғәмбәр Наин ҡалаһында улы үлгән тол ҡатынды күргән һәм бик ныҡ көйөнгән. Инжилдә былай тиелә: «Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып килгәндәр. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып килгән. Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: „Илама“, — тигән. Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылған. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаған. „Егет! Һиңә әйтәм, тор!“ — тип бойорған Ғайса. Үлгән егет тороп ултырған һәм һөйләшә башлаған. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып биргән. Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм: „Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына Лука 7:12—16)
ярҙамға килде“, — тип Алланы данлаған». Иғтибар итегеҙ: Ғайса тол ҡатынды шул тиклем ныҡ йәлләгән, хатта улын терелтергә булған. Был осраҡ киләсәктәге ғәжәйеп ваҡиғаларға иҫ киткес өмөт бирә! (Ғайса был онотолмаҫлыҡ мөғжизәне күп кеше алдында ҡылған. Элегерәк ул, күктәге яңы хөкүмәт идараһы аҫтында ерҙә кешеләр терелтеләсәк, тип пәйғәмбәрлек иткән булған, һәм был мөғжизә ул әйткән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлаған. Ғайса: «Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки ваҡыт яҡынлашып килә, һәм шул ваҡытта, уның тауышын ишетеп, ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһе сығасаҡ», — тип әйткән (Яхъя 5:28, 29, ЯД; 2 Петр 3:13; Асылыш 21:1, 3, 4).
Ундай мөғжизәләрҙең береһен Ғайса менән бергә йөрөгән Петр һәм башҡа ҡайһы бер илселәр ҙә үҙ күҙҙәре менән күргән. Галилея диңгеҙе янында улар хатта терелтелгән Ғайсаның тауышын ишеткән. Инжилдә былай тип әйтелә: «Ғайса шәкерттәренә: „Ашарға ултырығыҙ“, — тине. Уларҙың береһе лә Унан: „Һин кем?“ — тип һорарға баҙнат итмәне, сөнки Уның Раббы Ғайса икәнен аңлағайнылар инде. Ғайса, яҡыныраҡ килеп, икмәкте ҡулына алды һәм уларға өләшеп сыҡты, шулай уҡ балыҡты ла таратып бирҙе. Был инде Ғайсаның үлеп терелгәндән һуң шәкерттәренә өсөнсө тапҡыр күренеүе ине» (Яхъя 21:12—14).
Бына ни өсөн илсе Петр тулы ышаныс менән былай тип яҙа алған: «Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә... тере өмөт бирҙе» (1 Петр 1:3, 4).
Ә илсе Паул терелеүгә ныҡлы өмөтөн шундай һүҙҙәр менән белдергән: «Ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам. Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, улар кеүек үк мин дә Аллаға өмөт бағлайым» (Ғәмәлдәр 24:14, 15).
Шулай итеп, миллионлаған кеше яҡындарын ҡабат күрергә өмөтләнә ала. Терелтелгән кешеләр ерҙә күпкә яҡшыраҡ шарттарҙа йәшәйәсәк. Быға бер ҙә шикләнмәҫкә була! Шарттар ниндәй буласаҡ? Был һорауға яуап брошюраның «Үлгән кешеләр терелтеләсәк!» тигән бүлегендә бирелә.
Әгәр һеҙ ғәзиз кешегеҙҙе юғалтып хәсрәт кисерәһегеҙ икән, түбәндәге һорауҙарға яуап табыу файҙалы булыр. Хистәргә бирелеү дөрөҫмө? Артабан нисек йәшәргә? Яҡындарым миңә ҡайғымды кисерергә нисек ярҙам итә ала? Мин үҙем ҡайғырған кешеләргә нисек ярҙам итә алам? Ә иң мөһиме, Изге Яҙмала үлгәндәр өсөн ышаныслы өмөт тураһында нимә әйтелә? Мин мәрхүм булған яҡындарымды ҡабат күрерменме? Әгәр күрәсәкмен икән, ҡайҙа?