Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ендәр Аллаға ҡаршы фетнәгә ҡоторта

Ендәр Аллаға ҡаршы фетнәгә ҡоторта

Ҡайһы бер йолалар, үлгәндәр беҙҙе күҙәтә, тигән ялған ҡарашҡа бәйле

Әммә ни өсөн Шайтан һәм уның ендәре кешеләрҙе алдарға тырыша? Сөнки улар беҙҙең дә фетнәгә ҡушылыуыбыҙҙы һәм үҙҙәренә табыныуыбыҙҙы теләй. Улар беҙҙе ялғанға ышанырға һәм Йәһүә ихтыярына ҡаршы булған эштәр ҡылырға ҡоторта. Йәһүә нәфрәт иткән күп йолалар тап үлгәндәр менән бәйле лә инде.

Яҡын кешеңдең үлеүе — оло ҡайғы, һәм шул арҡала ҡайғырыу тәбиғи хәл. Дуҫы Лазарь үлгәс, Ғайсаның «күҙҙәренән йәш» тәгәрәгән (Яхъя 11:35).

Үлем менән бәйле күп төрлө йолалар бөтә ер йөҙөнә таралған. Күп ғөрөф-ғәҙәттәр Изге Яҙма принциптарына ҡаршы килмәһә лә, уларҙың ҡайһы берҙәре, кеше үлгәс, йәшәүен дауам итә һәм беҙҙе күҙәтә, тигән фекергә нигеҙләнгән. Мәйет янында йоҡламай төн үткәреү, ҡысҡырып һамаҡлап илау һәм ерләү йолаларын ентекле рәүештә үтәү үлгәндәрҙең рухтарын асыуландырмаҫ өсөн башҡарыла. Әммә «үлеләр бер нәмә лә белмәй», шуға күрә ундай йолаларҙа ҡатнашҡан кешеләр Шайтандың ялғанын тарата (Вәғәзсе 9:5).

Башҡа бер йолалар, үлгәндәр беҙҙең ярҙамға мохтаж, тигән ялған фекергә нигеҙләнгән

Башҡа ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар, үлгәндәр ярҙамға мохтаж һәм, ярҙам итмәһәң, улар зыян килтерергә мөмкин, тигән ышаныуға нигеҙләнгән. Ҡайһы бер илдәрҙә мәжлес йыялар һәм билдәле бер йолалар башҡарып, үлгән кешенең 40-ын һәм йылын үткәрәләр. Кешеләр фекеренсә, быларҙың барыһы мәрхүмгә рухи донъяға инергә ярҙам итә. Башҡа бер киң таралған йола — үлгән кешегә ризыҡ һәм эсемлек ҡуйыу.

Был йолалар дөрөҫ түгел, сөнки улар Шайтандың үлгәндәр хаҡындағы ялған тәғлимәтен тарата. Ендәр тәғлимәтенә нигеҙләнгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙә ҡатнашыуыбыҙҙы Йәһүә хуплар инеме? Һис тә юҡ! (2 Коринфтарға 6:14—18).

Хаҡ Алла хеҙмәтселәре Шайтандың ялғанына нигеҙләнгән йолаларҙа ҡатнашмай. Бының урынына улар, иҫән кешеләрҙе йыуатып, улар хаҡында ҡайғыртып, ярҙам итә. Улар үлгәндәргә тик Йәһүә генә ярҙам итә алыуын яҡшы белә (Әйүп 14:14, 15).

Алла ендәр менән аралашыуҙы нәфрәт итә

Ҡайһы бер кешеләр ендәр менән туранан-тура йәиһә медиум аша бәйләнешкә инә. Имләү, сихырсылыҡ, магия, күрәҙәселек һәм әруахтар менән аралашыу — былар барыһы ла ендәр менән аралашыуҙың төрҙәре.

Йәһүә ошондай дөрөҫ булмаған эштәрҙе нәфрәт итә. Ул йән-тән менән бирелгәнлекте талап итә (Сығыш 20:5)

Изге Яҙма ундай эштәрҙе хөкөм итә: «Һинең араңда... күрәҙәлек итеүсе, сихырсылыҡ ҡылыусы, фал асыусы, башҡаларға әпсен менән тәьҫир итеүсе, рухтар саҡырыусыға йә бағымсыға барыусы йә үлгәндәр менән һөйләшеүсе булмаһын. Сөнки шулай эшләгән һәр кем Йәһүә өсөн ерәнес» (Ҡанун 18:10—12).

Ни өсөн Йәһүә беҙҙе ендәр менән бәйләнешкә инеүҙән шулай ҡәтғи рәүештә тыя?

Йәһүә беҙгә яҡшылыҡ теләп, ендәр менән бәйле бар нәмәнән дә киҫәтә. Ул кешеләрҙе ярата һәм улар хаҡында ҡайғырта. Ендәр менән бәйләнгән кешеләрҙең ниндәй ғазаптар кисергәнен ул яҡшы белә.

Бразилияла йәшәгән Нильда исемле ҡатын элек медиум булған һәм быны үҙ тәжрибәһендә татыған. Ендәр уның тормошон мәхшәргә әйләндергән. Ул былай тип хәтерләй: «Ендәр мине буйһондороп, нимә эшләргә кәрәклеген бойора торғайны. Ара-тирә аңымды юғалта инем, шуға мине ваҡытлыса психиатрия дауаханаһына һалдылар. Ендәр мине шул тиклем яфаланы, хатта нервыларым түҙмәй ине. Шул арҡала тынысландыра торған дарыуҙар, иҫерткес эсемлектәр эсә һәм тәмәке тарта башланым. Был хәл йылдар буйы дауам итте».

Ендәр менән бәйләнешкә ингән кешеләр унан ҙур зыян күрә. Улар йыш ҡына йортон, азатлығын һәм хатта ғүмерен юғалта

Ваҡыт уҙыу менән Нильда Йәһүә һәм уның шаһиттары ярҙамында ендәр тәьҫиренән ҡотолған, ул тыныс һәм бәхетле йәшәй башлаған. Ул былай ти: «Бер ҡасан да, хатта ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла, [яуыз] рухтар менән бәйләнешкә инмәгеҙ».