Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ендәр, үлгәндәр йәшәүен дауам итә, тип ялғанлай

Ендәр, үлгәндәр йәшәүен дауам итә, тип ялғанлай

Изге Яҙмала Шайтан «бөтөн донъяны алдаусы» тип аталған (Асылыш 12:9). Шайтан һәм уның ендәре беҙҙең Алла Һүҙенә, Изге Яҙмаға, ышаныуыбыҙҙы теләмәй. Улар кешеләрҙе, үлгәндәр теге донъяла йәшәүен дауам итә, тип ышандырырға тырыша. Әйҙәгеҙ беләйек, улар быны нисек эшләй икән.

Ялған дин

Кешеләр, хайуандар, балыҡтар һәм ҡоштар — барыһы ла йәндәр

Күп диндәрҙә, һәр кемдең йәне бар һәм ул, физик тән үлгәс, рухи донъяға күсә, тип өйрәтәләр. Улар өйрәтеүенсә, тән үлһә лә, йән йәшәүен дауам итә. Улай ғына ла түгел, йәндең үлеүе мөмкин түгел, сөнки ул үлемһеҙ, тип әйтәләр.

Әммә Алла Һүҙе бөтөнләй башҡаса өйрәтә. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, йән — ул кеше үҙе, ә уның эсендәге берәй нәмә түгел. Мәҫәлән, Әҙәмде барлыҡҡа килтереү Изге Яҙмала былай һүрәтләнә: «Шунан һуң Йәһүә Алла ер тупрағынан кешене яратты һәм уның танау тишектәренә йәшәү һулышы өрҙө, һәм кеше тере йән булып китте» (Башланмыш 2:7, ЯДТ). Шулай итеп, Әҙәмдең йәне булмаған, ул үҙе йән булған.

Хайуандар ҙа — йәндәр (Башланмыш 1:20, 21, 24, 30).

Изге Яҙмалағы «йән» тигән һүҙ кешенең үҙен аңлатҡас, йәндәрҙең үлеүе һәм уларҙың үлемһеҙ түгеллеге беҙҙе ғәжәпләндерергә тейеш түгел. Изге Яҙмала былай тиелә:

  • «Гонаһ ҡылып йөрөгән йән үләсәк» (Йәзәкил 18:4).

  • «Самсон: „Йәнем пелештиҙәр менән бергә үлһен!“ — тип ҡысҡырҙы» (Хөкөмсөләр 16:30).

  • «Шәмбе көндө изгелек йәки яуызлыҡ эшләү дөрөҫмө? Йәнде ҡотҡарыумы йәки уны һәләк итеү дөрөҫмө?» (Марк 3:4, ЯДТ).

Изге Яҙманан белеүебеҙсә, йән үлемһеҙ түгел

Изге Яҙманың башҡа урындарында ла, йәнде юҡ итергә (Башланмыш 17:14, ЯДТ), ҡылыс менән сабып үлтерергә (Ешуа 10:37), быуып үлтерергә (Әйүп 7:15) һәм һыуға батырырға була, тип әйтелә (Юныс 2:5). Был аяттар йәндең үлемһеҙ түгел икәнен күрһәтә.

Изге Яҙманы башынан аҙағынаса уҡып, һин унда «үлемһеҙ йән» тигән һүҙҙәрҙе тапмаҫһың. Кешенең йәне рух түгел. Үлемһеҙ йән хаҡындағы тәғлимәт Изге Яҙма тәғлимәте түгел. Ул — Шайтан һәм уның ендәренең тәғлимәте. Йәһүә дини ялғанды нәфрәт итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19; 1 Тимофейға 4:1, 2).

Медиумдар

Ендәр үҙҙәрен үлгәндәрҙең рухтары (әруахтар) тип күрһәтә

Кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр өсөн, Шайтан шулай уҡ медиумдарҙы ҡуллана. Медиум — ул туранан-тура рухи донъянан хәбәр алыусы кеше. Күп кеше, шул иҫәптән медиумдар үҙҙәре лә, ул хәбәрҙәр әруахтарҙан (үлгәндәрҙең рухтары) килә, тип ышана. Әммә Изге Яҙманан белеүебеҙсә, был мөмкин түгел (Вәғәзсе 9:5, 6, 10).

Ул сағында шул хәбәрҙәр ҡайҙан килә һуң? Ендәрҙән! Улар кешене тере сағында күргән, шуға күрә уларға уның ҡиәфәте, нисек һөйләшкәне, нимә эшләгәне һәм ниҙәр белгәне билдәле. Шуның өсөн ендәргә шул кеше булып ҡыланыу ауыр түгел (1 Самуил 28:3—19).

Ялған хәбәрҙәр

Шайтан кешеләрҙе ялған хәбәрҙәр һөйләп ышандыра. Бындай хәбәрҙәр кешеләрҙе Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттән ситкә алып китә (2 Тимофейға 4:4).

Ҡайһы берәүҙәр үлеләр донъяһынан ҡайтҡан кешеләрҙе күргәненә ышана

Африкала кешеләрҙең үлгәндәрҙе тере килеш күреүҙәре хаҡында йыш ҡына ишетергә тура килә. Ғәҙәттә, уларҙы йәшәгән урындарынан алыҫ ерҙәрҙә күрәләр. Әммә үҙеңә бындай һорау бир: әгәр кеше үлеләр донъяһынан ҡайта ала икән, ғаиләһенән һәм дуҫтарынан йыраҡҡа китер инеме?

Бынан тыш, улар күргән кеше, бәлки, үлгән кешегә оҡшаған ғыналыр. Мәҫәлән, ике мәсихсе ауыл ерендә вәғәзләгәндә, уларҙың артынан бер оло кеше бер нисә сәғәт буйы эйәреп йөрөгән. Баҡһаң, ул вәғәзселәрҙең береһен үҙенең бынан бер нисә йыл элек үлгән ҡустыһы тип уйлаған икән. Әлбиттә, ул вәғәзсе уның ҡустыһы булмаған, әммә кеше быға ышанырға теләмәгән. Һуңынан үҙенең дуҫтарына һәм күршеләренә уның нимә һөйләгәнен күҙ алдына килтереп ҡара!

Күренештәр, төштәр һәм тауыштар

Ендәр төштәр, күренештәр һәм тауыштар ярҙамында кешеләрҙе юлдан яҙҙыра

Бәлки, ҡайһы бер кешеләрҙең, сәйер күренештәр һәм төштәр күрҙем, тауыштар ишеттем, тип һөйләгәндәрен ишеткәнең барҙыр. Ундай тәбиғи булмаған күренештәр, ғәҙәттә, күңелгә ҡурҡыу һала. Көнбайыш Африкала йәшәгән Марейн төндәрен үҙенең үлгән өләсәһе саҡырғанын ишеткән. Ул, ҡурҡыуынан ҡысҡырып, бөтә ғаиләне уята торған булған. Ахырҙа, Марейн аҡылдан яҙған.

Әгәр үлгәндәр ысынлап та йәшәүен дауам иткән булһа, улар яратҡан кешеләрен ҡурҡытыр инеме ни? Әлбиттә, юҡ. Был ҡурҡыныс тауыштар ендәрҙән килә.

Ә файҙалы булып күренгән һәм йыуаныс килтергән хәбәрҙәр тураһында нимә әйтергә була? Мәҫәлән, Сьерра-Леонела йәшәгән Гбассай ауырып киткәс, уның үлгән атаһы төшөнә кергән. Атаһы уға бер ағастың япраҡтарын алып, һыуҙа иҙергә һәм эсергә ҡушҡан. Шуға ҡәҙәр бер кем менән дә һөйләшмә, тигән. Гбассай шулай иткән һәм һауыҡҡан.

Икенсе бер ҡатын, ире үлгәс, киләһе төндә үк күренештә уны күрҙем, тип һөйләгән. Уның әйтеүенсә, иренең кейеме матур, ҡиәфәте күркәм булған.

Шуға оҡшаш хәбәрҙәр һәм күп күренештәр зыянһыҙ һәм хатта файҙалы булып күренә. Аллананмы һуң улар? Юҡ! Йәһүә — «хәҡиҡәт Аллаһы» (Зәбур 31:5). Ул беҙҙе бер ваҡытта ла алдамаясаҡ һәм юлдан яҙҙырмаясаҡ. Тик ендәр генә шулай эшләй.

Ә игелекле ендәр буламы һуң? Юҡ. Ҡайһы ваҡыт ярҙам иткән кеүек күренһә лә, улар барыһы ла яуыз. Һауа менән һөйләшкән саҡта Иблис бик яғымлы булған (Башланмыш 3:1). Әммә уны тыңлап, ул әйткәнде эшләгәс, Һауа менән ни булған? Ул үлгән.

Шайтан Һауаға, үлмәйһең, тигән. Һауа уға ышанған, һөҙөмтәлә, үлгән

Һин беләһең бит, насар кеше берәйһен алдарға йә яңылыштырырға теләһә, ул бик алсаҡ булып ҡылана. Африка мәҡәлендә: «Теше аҡ — йөрәге ҡара», — тиелә. Ә Алла Һүҙе: «Иблис үҙе яҡтылыҡ фәрештәһе ҡиәфәтенә инә», — тип киҫәтә (2 Коринфтарға 11:14).

Алла башҡаса инде кешеләргә төштәр, күренештәр, тауыштар аша рухи донъянан хәбәрҙәр тапшырмай. Ул, беҙҙе «бөтөн яҡшы эшкә лә» әҙерләр өсөн, Изге Яҙма аша нәсихәт бирә һәм йүнәлтә (2 Тимофейға 3:17).

Шуға күрә, Иблистең тоҙаҡтары хаҡында киҫәтеп, Йәһүә беҙҙе яратыуын күрһәтә. Ул белә: ендәр — ҡурҡыныс дошмандар.