Ер ожмахҡа әйләнәсәк!
Йәһүә Шайтан килтергән зыянды тулыһынса бөтөрәсәк. Ул Ғайсаны ер өҫтөнән Батша итеп ҡуйған. Ғайса идараһы аҫтында ер ожмахҡа әйләнәсәк (Данил 7:13, 14; Лука 23:43).
Йәһүә ошондай вәғәҙәләр бирә:
РИЗЫҠ МУЛ БУЛАСАҠ: «Ер үҙ емешен бирер, Алла — беҙҙең Аллабыҙ беҙҙе фатихалар». «Ер йөҙөндә ашлыҡ мул булыр, тау баштарында ул артығы менән булыр» (Зәбур 67:6; 72:16).
ҺУҒЫШТАР БУЛМАЯСАҠ: «Килегеҙ һәм Йәһүәнең эштәренә, уның ерҙә ҡылған ғәжәп эштәренә шаһит булығыҙ. Ул бөтөн ерҙә һуғыштарҙы туҡтата, йәйәне һәм һөңгөнө һындыра, хәрби арбаларҙы утта яндыра» (Зәбур 46:8, 9).
ЯУЫЗ КЕШЕЛӘР БУЛМАЯСАҠ: «Яуыз кешеләр юҡ ителәсәк... Тағы бер аҙҙан яуыздар инде юҡ буласаҡ, торған урындарына ҡарарһың, ә улар унда булмаҫ» (Зәбур 37:9, 10).
АУЫРЫУҘАР, ҒАЗАПТАР ҺӘМ ҮЛЕМ БУЛМАЯСАҠ: «Ул ваҡытта һуҡырҙарҙың күҙе асылыр, һаңғырауҙарҙың ҡолағы ишетә башлар. Ул саҡта аҡһаҡ боландай һикерер, телһеҙҙең теле шатланып ҡысҡырыр» (Ишағыя 35:5, 6).
«Алла Үҙе улар менән буласаҡ. Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде» (Асылыш 21:3, 4).
Шайтан һәм уның ендәренән айырмалы булараҡ, Йәһүә бер ваҡытта ла алдамай. Уның бөтә вәғәҙәләре лә, һис шикһеҙ, үтәләсәк (Лука 1:36, 37). Йәһүә һине ярата, ул һинең ерҙә үҙе булдырасаҡ ожмахта йәшәүеңде теләй. Алла Һүҙендәге иҫ киткес хәҡиҡәтте яҡшыраҡ белер өсөн, Йәһүә шаһиттарына мөрәжәғәт ит. Әгәр шул хәҡиҡәткә ярашлы йәшәһәң, һин ялғандан, хөрәфәттәр һәм наҙанлыҡ ҡоллоғонан ҡотолорһоң. Үҙ ваҡытында хатта гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан да азат булырһың. Ғайса былай тигән: «Хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер» (Яхъя 8:32).