Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Инеш һүҙ

Инеш һүҙ

«Мин төньяҡ провинциялағы бәләкәй генә бер ауылда тыуғанмын, — тип һөйләй Сьерра-Леонела йәшәүсе Дауда. — Бер ваҡыт, мин малай ғына булған саҡта, башҡа бер ғаилә менән беҙҙең арала ер биләмәһе арҡаһында бәхәс сыҡты. Ул биләмәне ике ғаилә лә үҙенеке тип иҫәпләй ине. Ысынында кемдеке икәнен белер өсөн, беҙ сихырсы саҡырттыҡ. Сихырсы таныш булмаған бер ирҙе килтереп, уның ҡулына көҙгө тотторҙо һәм өҫтөнә аҡ туҡыма ҡапланы. Тиҙҙән был ир ҡалтырана башланы һәм тирләп сыҡты. Ул көҙгөгә ҡарап, былай тип ҡысҡырҙы: „Мин аҡ кейемле бер ҡарт килгәнен күрәм! Ул оҙон буйлы һәм бик оло. Уның сәсе ап-аҡ һәм ул бер аҙ бөкрәйеберәк атлай“.

Ул олатайымды һүрәтләп бирҙе! Шунан был кеше өйәнәк тотҡандағы кеүек бәргеләнә башланы һәм: „Бына, ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ килеп ҡарағыҙ!“ — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Әлбиттә, уның янына килеп көҙгөгә ҡарарға берәү ҙә ҡыйманы. Сихырсы, ҡулындағы шешәнән үләндәр һәм һыу һалып яһалған шыйыҡсаны һирпеп, уны тынысландырҙы.

Көҙгөгә ҡараған кеше аша „олатайым“ ер биләмәһенең беҙҙеке булыуы һәм өләсәйемдең уны эшкәртә һәм ҡуллана алыуы тураһында әйтте. Теге ғаилә был ҡарар менән ризалашты, һәм бәхәс шулай хәл ителде».

Көнбайыш Африкала бындай осраҡтар — ғәҙәти күренеш. Унда, ер шарының башҡа өлөштәрендәге кеүек үк, миллионлаған кеше, үлгәндәр теге донъяға күсә, тип ышана һәм, тереләрҙе күҙәтеп, уларҙың тормошона тәьҫир итә ала, тип уйлай. Әммә был шулаймы? Үлгәндәр ысынлап та йәшәүен дауам итәме? Әгәр юҡ икән, кемдәр үҙен үлгәндәрҙең рухы итеп күрһәтә? Ошо һорауҙарға дөрөҫ яуап табыу үтә мөһим. Быға беҙҙең ғүмеребеҙ бәйле.