Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Иҫ киткес киләсәк

Иҫ киткес киләсәк

Тиҙҙән Шайтан һәм уның ендәре бығауланасаҡ

Шайтан һәм уның ендәре кешелекте башҡаса алдамаясаҡ. Йәһүә инде уларҙы күктән ергә бәреп төшөргән (Асылыш 12:9). Тиҙҙән Алла Шайтанға һәм уның ендәренә тағы бер тапҡыр ҡаршы сығасаҡ. Алла биргән күренеш хаҡында илсе Яхъя бына нимә яҙған: «Шунан һуң мин күктән төшөп килгән фәрештәне күрҙем. Уның ҡулында упҡын асҡысы менән ҙур сылбыр бар ине. Ул — аждаһаны — Иблис-Шайтан тигән ул боронғо йыланды — тотоп алды ла, мең йылға сылбырлап ҡуйҙы. Мең йыл үткәнгә тиклем, халыҡтарҙы алдамаһын өсөн, уны упҡынға ташланы, упҡынды бикләп ҡуйҙы һәм өҫтөнә мисәт һалды. Мең йылдан һуң ул аҙ ғына ваҡытҡа азат ителергә тейеш» (Асылыш 20:1—3). Һуңыраҡ Шайтан һәм уның ендәре мәңгегә юҡ ителәсәк (Асылыш 20:10).

Яуыз кешеләр ҙә ер йөҙөнән юҡ ителәсәк (Зәбур 37:9, 10; Лука 13:5).

Үлгәндәр тереләсәк!

Үлгәндәр ерҙә йәшәүгә яңынан ҡайтасаҡ

Шайтан һәм уның ендәре юҡ ителгәс, Йәһүә кешелеккә мул фатихалар яуҙырасаҡ. Хәтергә төшөрәйек: кеше үлгәс, йәшәүҙән туҡтай, ул юҡҡа сыға. Ғайса үлемде йоҡо менән, төш тә күрмәйенсә, тәрән йоҡоға талыу менән сағыштырған (Яхъя 11:11—14). Ул ни өсөн шундай сағыштырыу килтергән? Сөнки ул үлем йоҡоһонда булғандарҙың киләсәктә йәшәүгә яңынан ҡайтасағын белгән. Ул былай тигән: «Ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ». (Яхъя 5:28, 29; Ғәмәлдәр 24:15 менән сағыштыр.)

Үлгән кешеләр бында, ерҙә йәшәүгә яңынан ҡайтасаҡ. Үлем тураһындағы хәбәрҙәр урынына терелтеү хаҡындағы шатлыҡлы иғландар яңғыраясаҡ! Үлем йоҡоһонан уянған яҡындарыбыҙҙы ҡаршы алыу ниндәй күңелле буласаҡ!