Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Рухтар ҡасандыр ерҙә йәшәгән һәм үлгән кешеләр түгел

Рухтар ҡасандыр ерҙә йәшәгән һәм үлгән кешеләр түгел

Рухтар ысынлап та бар! Күҙгә күренмәгән рухи сферала яҡшы рухтар ҙа, яуыз рухтар ҙа бар. Әммә улар кемдәр? Ысынлап та ҡасандыр ерҙә йәшәгән һәм үлгән кешеләрме?

Юҡ! Күптәр нисек кенә уйламаһын, үлгәс, кеше теге донъяға күсмәй. Быны ҡайҙан беләбеҙ? Изге Яҙмала шулай тип яҙылған. Изге Яҙма — ул хәҡиҡәт китабы. Уны беҙгә берҙән-бер хаҡ Алла биргән. Уның исеме Йәһүә. Йәһүә кешеләрҙе үҙе барлыҡҡа килтергән, шуға ла үлгәс улар менән ни булғанын яҡшы белә (Зәбур 83:18; 2 Тимофейға 3:16).

Әҙәм тупраҡтан яратылған һәм тупраҡҡа кире ҡайтҡан

Изге Яҙмала, Алла беренсе кеше Әҙәмде «ерҙәге тупраҡтан әүәләне», тип әйтелә (Башланмыш 2:7). Алла уны ожмахҡа — Эден баҡсаһына урынлаштырған. Әгәр Әҙәм Аллаға тыңлаусан булһа, ул үлмәҫ, ә бөгөнгө көнгә тиклем ерҙә йәшәүен дауам итер ине. Әммә Әҙәм белә тороп Алла ҡанунын боҙғас, Алла уға былай тигән: «Ерҙән яратылғайның һин, ергә кире ҡайтасаҡһың, сөнки саң-туҙан һин һәм яңынан саң буласаҡһың» (Башланмыш 3:19).

Был нимәне аңлата? Уйлап ҡара: Алла тупраҡтан яһағанға тиклем, Әҙәм ҡайҙа булған? Бер ҡайҙа ла булмаған. Ул күктәге рухи зат та булып йәшәмәгән. Әҙәм бығаса бөтөнләй булмаған! Тимәк, Йәһүә, уға «ергә кире ҡайтасаҡһың» тип әйткәндә, уның үләсәген күҙ уңында тотҡан. Әҙәм теге донъяға күсмәгән. Үлгәс, ул йәшәүҙән туҡтаған, юҡҡа сыҡҡан. Үлем — йәшәүгә ҡапма-ҡаршы хәл.

Ә, ғөмүмән, кешеләр үлгәндә, улар менән нимә була? Улар ҙа йәшәүҙән туҡтаймы? Изге Яҙмала былай тип яҙылған:

  • «Барыһы ла [кешеләр ҙә, хайуандар ҙа] тупраҡтан булдырылған, барыһы ла тупраҡҡа ҡайтыр» (Вәғәзсе 3:20).

  • «Үлеләр бер нәмә лә белмәй» (Вәғәзсе 9:5).

  • «Уларҙың инде мөхәббәте лә, нәфрәте лә, көнсөллөгө лә юҡҡа сыҡҡан» (Вәғәзсе 9:6).

  • «Һин барасаҡ Ҡәберҙә эш тә, уй-ниәт тә, белем дә, зирәклек тә юҡ» (Вәғәзсе 9:10).

  • «Рухы сыҡҡас, кеше кире тупраҡҡа ҡайта. Шул уҡ көндө уның уй-фекерҙәре юҡҡа сыға» (Зәбур 146:4).

Был эштәрҙе тереләр генә эшләй ала

Һиңә Изге Яҙмалағы ошо аяттар менән ризалашыу ауырмы? Әгәр шулай икән, уйлап ҡара: күп ғаиләләрҙә атай кеше өйҙәгеләрҙе тәьмин итер өсөн аҡса эшләй. Ул үлһә, ғаилә бик ауыр хәлдә ҡала. Ҡайһы ваҡыт уның ҡатыны һәм балаларына ашарға ла аҡса етмәй. Бәлки, шул кешенең дошмандары улар менән рәхимһеҙ мөғәмәлә итәлер. Үҙеңә һорау бир: әгәр ул кеше теге донъяла йәшәүен дауам итә икән, ни өсөн ул хәҙер ғаиләһе хаҡында ҡайғыртмай? Нишләп ғаиләһен яуыз кешеләрҙән яҡламай? Сөнки Изге Яҙмала яҙылғандар дөрөҫ: ул кеше йәшәүҙән туҡтаған, инде бер нәмәлә эшләй алмай (Зәбур 115:17).

Үлеләр астарға ярҙам итә алмай һәм мәрхәмәтһеҙ кешеләрҙән яҡлай алмай

Былар, үлгәндәр башҡаса бер ваҡытта ла йәшәүгә кире ҡайтмаҫ, тигәнде аңлатамы? Юҡ. Терелтеү хаҡында беҙ һуңғараҡ һөйләшербеҙ. Әммә был миҫал тереләрҙең ниҙәр эшләгәнен үлеләр белмәй икәнен күрһәтә. Улар һине күрә лә, ишетә лә һәм һинең менән һөйләшә лә алмай. Үлгәндәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Улар һиңә ярҙам итергә лә, зыян килтерергә лә һәләтһеҙ (Вәғәзсе 9:4; Ишағыя 26:14).