Шайтанға түгел, ә Йәһүәгә хеҙмәт ит!
Һәр беребеҙҙең ике мөмкинлеге бар: Йәһүәгә хеҙмәт итергә йә Шайтанға һәм уның ендәренә хеҙмәт итергә. Беҙ һайлау яһарға тейеш. Йәһүәгә хеҙмәт итеү — иң аҡыллы ҡарар!
Йәһүә — игелекле Алла
Белгәнебеҙсә, кешеләрҙе язалау һәм алдау ендәргә ләззәт килтерә. Ә Йәһүә ундай түгел. Ул кешеләрҙе атай кеше үҙ балаларын яратҡандай ярата. «Һәр игелекле һәм камил бүләк» — Йәһүәнән (Яҡуб 1:17). Ул кешелекте игелектән мәхрүм итмәй, ә, киреһенсә, хатта үҙенә бик ҡиммәткә төшһә лә, кешеләргә иң яҡшыһын бирә (Ефестарға 2:4—7).
Алла Улы Ғайсаның ерҙә ниҙәр эшләгәне хаҡында уйлап ҡара. Ул телһеҙҙәргә — һөйләү һәләте, һуҡырҙарға күреү һәләте биргән, махаулы һәм аҡһаҡ кешеләрҙе һауыҡтырған, кешеләргә эйәләшкән ендәрҙе ҡыуып сығарған һәм төрлө сирҙән дауалаған (Матфей 9:32—35; 15:30, 31; Лука 7:11—15).
Алла бер ҡасан да ялғанламай һәм беҙҙе яңылыштырмай, ул һәр ваҡыт дөрөҫөн генә һөйләй, бер кемде лә алдамай (Һандар 23:19).
Ерәнгес эштәрҙән ситтә тор
Себен үрмәксе ауына эләккән кеүек, бөгөн миллионлаған кеше хөрәфәттәр һәм ялғанға батҡан. Улар үлгән кешеләрҙән, ендәрҙән ҡурҡа. Ҡарғыштар, юрауҙар, имләүҙәр һәм бетеүҙәр хаҡындағы уйҙар уларға тынғылыҡ бирмәй. Шайтан Иблистең ялғанына ышанып, улар ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар ҡолона әйләнгән. Алла хеҙмәтселәре иһә алданмай һәм ундай эштәрҙә ҡатнашмай.
Йәһүә Шайтандан күпкә ҡөҙрәтлерәк. Әгәр Йәһүәгә хеҙмәт итһәң, ул һине ендәрҙән һаҡлаясаҡ (Яҡуб 4:7). Ҡарғыштар һәм сихыр һиңә зыян килтерә алмаҫ. Мәҫәлән, Нигерияла тәжрибәле өс сихырсы үҙҙәренең ҡалаһынан китергә теләмәгән Йәһүә шаһитын им-том ярҙамында үлтерергә маташҡан. Сихыр тәьҫир итмәгәс, бер сихырсы шул тиклем ҡурҡҡан, хатта Йәһүә шаһитына килеп, уның кисереүен ялбара башлаған.
Әгәр һине ендәр яфалаһа, исемен әйтеп, Йәһүәне саҡыр, ул һине яҡлар (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:10). Әммә, Алла яҡлаһын өсөн, ендәр менән бәйле булған бар нәмәнән дә арынырға кәрәк. Боронғо Ефестағы Алла хеҙмәтселәре тап шулай эшләгән дә. Улар ендәр менән бәйле бөтә китаптарын йыйып, утта яндырған (Ғәмәлдәр 19:19, 20). Бөгөнгө Алла хеҙмәтселәренә лә шулай уҡ эш итергә кәрәк. Бетеүҙәр, тылсымдар, «яман күҙҙән һаҡлаусы» биҙәүестәр, фетиштар, магия хаҡындағы китаптар һәм ендәр менән бәйле башҡа әйберҙәрҙе юҡ итеү мотлаҡ.
Хаҡ табыныуға ҡушыл
Аллаға яраҡлы булыр өсөн, ялған табыныуҙан баш тартыу һәм яуызлыҡ ҡылмау ғына етерлек түгел. Ашҡыныусан рәүештә Йәһүәгә табынырға кәрәк. Быны нисек эшләргә кәрәклеге Изге Яҙмала аңлатыла.
Йәһүә шаһиттары менән аралаш
Шайтан менән ендәрҙең ялғанға өйрәткән һәм дөрөҫ эш итмәгән кешеләре бар. Әммә Йәһүәнең дә үҙ халҡы бар. Был Йәһүә шаһиттары (Ишағыя 43:10). Бөтә ер шары буйынса уларҙың һаны һигеҙ миллиондан артыҡ. Улар барыһы ла кешеләргә игелек ҡылырға тырыша һәм, бынан тыш, уларҙы хәҡиҡәткә өйрәтә. Күпселек илдәрҙә Йәһүә шаһиттарын Батшалыҡ залында осратырға була. Улар һине лә Батшалыҡ залында күреүенә шат булыр.
Йәһүә шаһиттары башҡа кешеләргә Аллаға хеҙмәт итергә ярҙам итә. Улар һинең менән дә шатланып Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрер һәм нисек Йәһүәгә дөрөҫ итеп табынырға кәрәклеген аңлатыр. Өйрәнеү бушлай үткәрелә. Теләгән кешеләрҙе хәҡиҡәтҡә өйрәтеү Йәһүә шаһиттарына шатлыҡ килтерә, сөнки улар кешеләрҙе һәм Йәһүә Алланы ярата.