Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Мастурбация ғәҙәтен нисек еңергә?

Мастурбация ғәҙәтен нисек еңергә?

25-СЕ ДӘРЕС

Мастурбация ғәҙәтен нисек еңергә?

Мин һигеҙ йәшемдә мастурбация менән шөғөлләнә башланым. Һуңыраҡ мин быға Алланың нисек ҡарағанын белдем. Был ҡотҡоға ҡаршы тора алмағанда, үҙемде күрә алмай инем. Мин йыш ҡына: «Алла минең кеүек кешене ярата аламы ни?» — тип уйлай инем (Луис).

ЕНСИ етлегеү осоронда енси теләктәр көсәйә. Шуға күрә кеше мастурбация менән шөғөлләнә башларға мөмкин a. Күптәр, бының бер ҡурҡынысы ла юҡ, тип һанай. «Бынан бер кем дә үлмәгән!» — тиҙәр улар. Ләкин был ғәҙәттән арыныр өсөн етди сәбәп бар. Илсе Пауыл былай тип яҙған: «Үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты... бөтөрөгөҙ» (Колосстарға 3:5). Мастурбация енси аҙғынлыҡты бөтөрмәй, киреһенсә, уны уята ғына. Бынан тыш...

● Мастурбация — эгоизмдың билдәһе. Мастурбация ваҡытында кеше, бөтә иғтибарын үҙенә генә туплап, тотошлай үҙ тойғоларына сума.

● Мастурбация менән шөғөлләнгән кеше ҡаршы енестәге кешеләрҙе енси теләктәрҙе ҡәнәғәтләндереү сараһы итеп кенә ҡабул итә.

● Мастурбация ғәҙәте арҡаһында тыуған эгоистик фекер йөрөтөү рәүеше никахта енси мөнәсәбәттәрҙән ҡәнәғәтлек табырға ҡамасауларға мөмкин.

Енси теләк уянған һайын, мастурбация менән шөғөлләнер урынына тотанаҡлыҡ үҫтерергә тырыш (1 Тисалуникаларға 4:4, 5). Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе тыңла һәм енси теләк уята алған нәмәләрҙән ҡасырға тырыш (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:8, 9). Әгәр мастурбация ғәҙәтеңә инде кергән булһа, нимә эшләргә? Бәлки, һин инде күп тапҡыр туҡтарға тырышып ҡарағанһыңдыр, әммә булдыра алмағанһыңдыр. Ундай осраҡта, үҙеңә ҡул һелтәп, йәшәй алмайым мин Алла принциптары буйынса, нишләйһең инде, тигән һығымтаға килергә мөмкин. Педроның тап шундай уйҙары булған. Бына нимә ти ул: «Был теләккә бирелгән һайын, мин, кисереүгә лайыҡ түгелмен, тип уйланым. Миңә хатта доға ҡылыуы ла ауыр булды».

Әгәр һиңә ундай хистәр таныш булһа, төшөнкөлөккә бирелмә. Һинең хәлең өмөтһөҙ түгел. Күп кенә йәштәр, шулай уҡ ололар ҙа, мастурбация ғәҙәтен еңә алған. Һин дә еңә алырһың!

Ғәйеп хисен нисек еңергә?

Өҫтә әйтелгәнсә, мастурбация менән шөғөлләнгән кешеләр ғәйеп хисе кисерә. Әммә был насар түгел, сөнки «Алла хуп күргән бойоғоуың» һине был ғәҙәттән арынырға дәртләндерергә мөмкин (2 Кәринттәргә 7:11, ЯДТ). Ләкин ғәйеп хисе сиктән тыш булһа, был инде ҡурҡыныс. Өмөтһөҙлөккә бирелеп, һин был ғәҙәт менән көрәшмәй башларға мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:10).

Аҡыллы ҡараш булдырырға тырыш. Мастурбация — әшәке ғәҙәт. Ул һине «төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло» итә ала, шулай уҡ фекер йөрөтөүеңде боҙа (Титҡа 3:3). Шулай ҙа мастурбация, фәхешлек кеүек, етди гонаһ түгел (Йәһүҙә 7). Шуға күрә, әгәр һинең мастурбация ғәҙәте булһа, кисермәҫлек гонаһ ҡылам, тип уйлама. Иң мөһиме — ҡотҡоға бирешмәҫкә һәм көрәшеүеңде дауам итергә!

Ҡотҡоға ҡаршы тора алмаһаң, өмөтһөҙлөккә бирелеүең бар. Шундай саҡта Ғибрәтле һүҙҙәр 24:16-ла (ЯДТ) яҙылғандар тураһында уйлан: «Тәҡүә кеше, ете тапҡыр йығылһа ла, яңынан торор, ә яуыздар, бәлә килгәндә, абыныр». Ҡайһы саҡта ҡотҡоға бирешкән булһаң да, һин яуыз кеше булып китмәйһең. Шуға күрә ҡулдарыңды төшөрмә. Нимә арҡаһында бирешеүеңде аңларға тырыш һәм башҡа ундай хаталар яһама.

Алланың яратыуы һәм мәрхәмәте тураһында уйланыр өсөн ваҡыт бүлеп ҡуй. Төрлө көсһөҙ яҡтары менән көрәшкән мәҙхиә йырлаусы Дауыт былай тип яҙған: «Ата балаларына нисек рәхимле булһа, Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарға шулай шәфҡәтле. Сөнки Ул нисек яратылғаныбыҙҙы белә, тупраҡ булғаныбыҙ Уның хәтерендә» (Зәбур 102:13, 14 [103:13, 14, ЯДТ]). Эйе, Йәһүә камилһыҙ булыуыбыҙҙы белә һәм, беҙ хаталанһаҡ, «ғәфү итергә әҙер» (Зәбур 85:5 [86:5, ЯДТ]). Икенсе яҡтан ул беҙҙең, күп көс һалып, насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға тырышыуыбыҙҙы теләй. Беҙгә нимә ярҙам итә ала?

Күңел асыуҙар менән һаҡ бул. Һин үҙеңдә енси теләктәр тыуҙыра алырлыҡ фильмдар һәм телетапшырыуҙар ҡарайһыңмы йәки шундай сайттарға керәһеңме? Мәҙхиә йырлаусы Аллаға былай тип доға ҡылған: «Күҙҙәремде боҙоҡ нәмәләрҙән ситкә бор» b (Зәбур 119:37, ЯДТ).

Иғтибарыңды башҡа нәмәгә күсерергә өйрән. Уильям исемле егет ошондай кәңәш бирә: «Йоҡлар алдынан берәй рухи нәмә уҡып ал. Йоҡлап китер алдынан үҙеңде нығыта алырлыҡ нәмә тураһында уйла» (Филипиҙарға 4:8).

Проблемаң тураһында берәйһенә һөйлә. Был турала башҡаларға һөйләү оят, тип уйлайһыңдыр. Әммә һөйләргә кәрәк, шулай эшләү насар ғәҙәтеңде еңергә ярҙам итер. Давид исемле егет бына нимә һөйләй: «Мин был турала атайым менән һөйләштем. Атайымдың миңә асыуланмағанын күргәс, өҫтөмдән ауыр йөк төшкәндәй булды. Ул йомшаҡ итеп: „Мин һинең менән ғорурланам“, — тине. Минең уға был турала һөйләүе еңел булмағанын ул аңлай ине. Атайымдың ошо һүҙҙәре кеүек, башҡа бер нәмә лә, мине нығытып, миңә шундай тәүәккәллек бирә алмаҫ ине.

Атайым Изге Яҙманан бер нисә аят асып күрһәтте һәм хәлемдең өмөтһөҙ түгел икәнен аңларға ярҙам итте. Шунан һуң ул, бындай тәртиптең етдилеген аңлағаныма инаныр өсөн, минең менән тағы бер нисә аят ҡарап сыҡты. Атайым миңә: „Барыһын да өр яңынан башла, был һөйләшеүгә һуңыраҡ ҡабат ҡайтырбыҙ“, — тине. Шунан былай тип өҫтәне: „Әгәр тағы ҡабатланһа, өмөтһөҙлөккә бирелмә. Оҙағыраҡ бирешмәҫкә тырыш“». Давид ниндәй һығымтаға килгән? «Минең проблема тураһында кемдеңдер белеүе һәм ярҙам итеүе миңә көс бирҙе», — ти ул c.

КИЛӘҺЕ БҮЛЕКТӘ

Осраҡлы секс — осраҡлы хәл генә түгел. Ни өсөн икәнен бел.

[Төшөрмәләр]

a Мастурбацияны ҡапыл енси теләк уяныу менән бутарға кәрәкмәй. Мәҫәлән, малайҙарҙың төнөн поллюция була ала, йәиһә улар енси дәрт менән уянып китергә мөмкин. Ҡыҙҙарҙың да айлыҡ алдынан йә унан һуң ҡапыл енси теләк тыуа ала. Ләкин мастурбация — енси ләззәткә ирешер өсөн, енси ағзаларҙы аңлы рәүештә иркәләү.

b Күберәк белер өсөн, 2-се томдың (урыҫ.) 33-сө бүлеген ҡара.

c Күберәк белер өсөн, 2-се томдың (урыҫ.) 239—241-се биттәрен ҡара.

ТӨП АЯТ

«Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф намыҫ менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл» (2 Тимәтигә 2:22).

КӘҢӘШ

Енси теләгең бик көслө булып киткәнгә тиклем доға ҡыл. Ҡотҡоға бирешмәҫ өсөн, Йәһүәнән «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» һора (2 Кәринттәргә 4:7).

ҺИН БЕЛӘҺЕҢМЕ?

Көсһөҙ кеше енси теләктәренә бирелә, ә көслө кеше, хатта уны берәү ҙә күрмәгәндә лә, үҙен ҡулда тота.

ПЛАН ТӨҘӨ!

Аҡылымды саф килеш һаҡлай алырмын, әгәр мин .....

Үҙ теләгем буйынса эш итер урынына, мин .....

Атай-әсәйемә бирергә теләгән һорауҙарым: .....

ҺИН НИСЕК УЙЛАЙҺЫҢ?

● Ни өсөн Йәһүәнең «ғәфү итергә әҙер» икәнен иҫтә тотоу мөһим? (Зәбур 85:5 [86:5, ЯДТ]).

● Алла беҙҙе енси теләктәр менән барлыҡҡа килтергән, әммә шул уҡ ваҡытта ул тотанаҡлыҡ сағылдырыуыбыҙҙы теләй. Шуға күрә уның һинән нимә көтөргә хаҡы бар?

[Өҫтәмә текст]

«Мин был ғәҙәтемде еңдем, һәм хәҙер Йәһүә алдында минең выжданым саф. Быны мин бер нәмәгә лә алмаштырмаясаҡмын!» (Сара)

[Иллюстрация]

Уҙыш ваҡытында йығылыу стартҡа әйләнеп ҡайтырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Әгәр һин мастурбация ғәҙәте менән көрәшкәндә бирешһәң, был алдағы ҡаҙаныштарыңды юҡҡа сығармай