Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

22-СЕ ДӘРЕС

Һөйөнөслө хәбәрҙе башҡаларға нисек һөйләргә?

Һөйөнөслө хәбәрҙе башҡаларға нисек һөйләргә?

Изге Яҙманы өйрәнгәндә һин, моғайын: «Был хәҡиҡәттәрҙе бөтә кеше белергә тейеш!» — тип уйлайһыңдыр. Һин дөрөҫ уйлайһың! Шулай ҙа һин, бәлки, башҡаларға Изге Яҙма тураһында һөйләргә ҡурҡаһыңдыр. Был ҡурҡыуҙы нисек еңергә? Һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләүҙән нисек шатлыҡ табырға? Әйҙә, быны беләйек.

1. Изге Яҙманан белгәндәреңде таныштарыңа нисек һөйләргә?

Ғайсаның шәкерттәре: «Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ», — тигән (Ғәмәлдәр 4:20). Улар хәҡиҡәтте шул тиклем ныҡ ҡәҙерләгән, хатта уны бөтә кешегә һөйләргә теләгән. Һинең дә шундай теләгең бармы? Әгәр бар икән, туғандарыңа һәм дуҫтарыңа белгәндәреңде ихтирам менән һөйләр өсөн мөмкинлектәр эҙлә. (Колосстарға 4:6-ны уҡы.)

Әңгәмәне нисек башларға?

  • Туғандарың менән аралашҡанда, ошолай әйтеп була: «Был аҙнала мин бер ҡыҙыҡ нәмә белдем».

  • Әгәр дуҫың ауырып китһә йә нимәгәлер борсолһа, уның күңелен күтәрер өсөн, Изге Яҙманан берәй аят күрһәт.

  • Хеҙмәттәштәрең хәлеңде һорашһа, уларға Изге Яҙма өйрәнеүендә йә йыйылыш осрашыуында белгәндәреңде һөйлә.

  • Дуҫтарыңа jw.org сайтын күрһәт.

  • Башҡаларҙы үҙеңдең өйрәнеүеңә саҡыр йә уларға jw.org сайтындағы Изге Яҙма өйрәнеү тураһындағы онлайн-заявканы нисек тултырып булғанын күрһәт.

2. Ни өсөн йыйылыш менән вәғәзләргә маҡсат ҡуйырға кәрәк?

Ғайсаның шәкерттәре һөйөнөслө хәбәрҙе таныштарына ғына һөйләп ҡалмаған. Ғайса «һәр ҡала һәм ауылдарға уларҙы Үҙе алдынан икешәрләп ебәргән» (Лука 10:1). Бындай ойошторолған вәғәз эше күберәк кешегә һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә мөмкинлек биргән. Бергә хеҙмәт итеү шәкерттәргә ҙур шатлыҡ килтергән (Лука 10:17). Һин дә йыйылыш менән бергә вәғәзләргә маҡсат ҡуя алаһыңмы?

КҮБЕРӘК БЕЛ

Ҡурҡыуҙы нисек еңергә һәм һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләүҙән нисек шатлыҡ табырға икәнен бел.

3. Йәһүә һиңә ярҙам итер

Вәғәзләргә теләгәндәр, башҡалар минең турала нимә уйлар һәм һөйөнөслө хәбәрҙе нисек ҡабул итер, тип борсолорға мөмкин.

  • Белгәндәреңде башҡаларға һөйләргә ҡурҡаһыңмы? Ни өсөн?

ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

  • Был йәш мәсихселәр ҡурҡыуҙарын нисек еңгән?

Ишағыя 41:10-ды уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Вәғәзләргә ҡурҡһаң, доға һиңә нисек ярҙам итер?

Һин белә инеңме?

Йәһүә шаһиттарының күбеһе, мин бер ҡасан да вәғәзләй алмам, тип уйлаған. Мәҫәлән, Сергей исемле ҡәрҙәш үҙен булдыҡһыҙ итеп хис иткән һәм уға башҡалар менән һөйләшеүе ауыр булған. Әммә һуңынан ул Изге Яҙма өйрәнә башлаған. Ул былай ти: «Ҡурҡһам да, башҡаларға белгәндәремде һөйләй башланым. Ғәжәп, әммә вәғәзләү үҙ-үҙемә ышаныс өҫтәне, шулай уҡ иманымды нығытты».

4. Ихтирамлы булығыҙ

Берәйһенә вәғәзләр алдынан нимә әйтеү тураһында ғына түгел, ә быны нисек әйтеү тураһында ла уйла. 2 Тимофейға 2:24 һәм 1 Петр 3:15-те уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Башҡаларға Изге Яҙма тураһында һөйләгәндә, һин был аяттарҙағы кәңәштәрҙе нисек ҡуллана алаһың?

  • Ҡайһы бер туғандарың йә дуҫтарың һинең менән ризалашмаҫҡа мөмкин. Шул саҡта һин нимә эшләй алаһың? Нимә эшләргә кәрәкмәй?

  • Ни өсөн башҡаларға нимәгә ышанырға икәнен әйтер урынына ипле һорауҙар биреү яҡшыраҡ?

5. Һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләү шатлыҡ килтерә

Йәһүә Ғайсаға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә ҡушҡан. Ғайса был эшкә нисек ҡараған? Яхъя 4:34-те уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Файҙалы, тәмле ризыҡ йәшәргә көс бирә һәм шатлыҡ килтерә. Ни өсөн Ғайса Алла ихтыярын үтәүҙе, шул иҫәптән һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләүҙе ашау менән сағыштырған?

  • Һинеңсә, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүҙең ниндәй ыңғай яҡтары бар?

Кәңәштәр

  • Аҙна уртаһындағы осрашыу ваҡытында әңгәмәне нисек башлап булғанына иғтибар ит.

  • Аҙна уртаһындағы осрашыуҙа йөкләмә менән сығыш яһар өсөн нимә кәрәк икәнен бел. Йөкләмә менән сығыш яһау һиңә белгәндәреңде башҡаларға һөйләргә ярҙам итер.

  • «Ҡайһы берәүҙәр былай ти» һәм «Кемдер былай тип һорарға мөмкин» тигән рамкаларҙы ҡулланып, киң таралған һорауҙарға һәм ҡаршы килеүҙәргә яуап бирергә өйрән.

КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Ниндәй яңылыҡтарың бар?»

  • Ошо мөмкинлектән файҙаланып, кешегә Изге Яҙманан белгәндәреңде нисек һөйләй алаһың?

ТӨП ФЕКЕР

Башҡаларға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләү шатлыҡ килтерә, әңгәмәне башлау иһә һин уйлағандан еңелерәк булырға мөмкин.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн башҡаларға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә кәрәк?

  • Һин быны нисек ихтирам менән эшләй алаһың?

  • Ҡурҡыуҙы нисек еңергә?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

jw.org визит карточкаһы ярҙамында нисек вәғәзләп була? Ошо видеояҙмала дүрт ысул ҡарала.

«jw.org визит карточкаһын нисек тәҡдим итергә?» (1:43)

Изге Яҙмалағы хәбәрҙе һөйләргә ярҙам иткән дүрт сифат тураһында бел.

«Һеҙ „кеше аулаусы“ булырға әҙерһегеҙме?» («Күҙәтеү манараһы», 2020 йыл, сентябрь)

Изге Яҙмалағы миҫал хатта бәләкәй балаларға ла башҡаларға Алла тураһында һөйләргә нисек ҡыйыулыҡ өҫтәй алғанын ҡара.

«Йәһүә һиңә ҡыйыу булырға ярҙам итер» (11:59)

Йәһүәне белмәгән туғандар менән Изге Яҙма тураһында нисек һөйләшеп була?

«Нисек итеп хәҡиҡәттә булмаған туғандарҙың күңелен йомшартырға?» («Күҙәтеү манараһы», 2014 йыл, 15 март)