Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

24-СЕ ДӘРЕС

Фәрештәләр тураһында хәҡиҡәт

Фәрештәләр тураһында хәҡиҡәт

Йәһүә беҙҙе үҙенең күктәге ғаиләһе менән таныштырырға теләй. Был ғаилә фәрештәләрҙән тора. Улар «Алла... улдары» тип атала (Әйүп 38:7). Изге Яҙмала фәрештәләр тураһында нимә әйтелә? Улар кешеләргә ниндәй йоғонто яһай? Бөтә фәрештәләр ҙә Алланың ғаиләһенә инәме?

1. Фәрештәләр кемдәр улар?

Йәһүә фәрештәләрҙе Ерҙе булдырғанға тиклем барлыҡҡа килтергән. Улар, Алла һымаҡ, күктә йәшәй, шуға күрә күҙгә күренмәй (Еврейҙарға 1:14). Күктә миллионлаған фәрештә бар, һәм уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле (Асылыш 5:11). Улар Йәһүәнең «тауышын тыңлап һүҙен үтә[й]» (Зәбур 103:20). Боронғо заманда Алла ҡайһы саҡта кешеләргә үҙ хәбәрҙәрен еткерер өсөн, уларға ярҙам итер йә уларҙы яҡлар өсөн фәрештәләрен ебәргән. Бөгөн дә фәрештәләр мәсихселәрҙе Алла тураһында белергә теләгән кешеләргә йүнәлтә.

2. Шайтан һәм ендәр кемдәр улар?

Ҡайһы бер фәрештәләр Йәһүәгә хыянат иткән. Фетнә күтәргән беренсе фәрештә «Иблис йәки Шайтан тип атал[а]», ул бөтөн донъяны алдай (Асылыш 12:9). Шайтан башҡаларҙың үҙенә буйһоноуын теләгән, шуға күрә ул беренсе кешеләрҙе Аллаға ҡаршы фетнә күтәрергә ҡотортҡан. Һуңыраҡ был фетнәгә хатта башҡа фәрештәләр ҙә ҡушылған. Шул фетнәсел фәрештәләр ендәр тип атала. Йәһүә уларҙы күктән ҡыуған. Тиҙҙән улар юҡ ителәсәк. (Асылыш 12:9, 12-не уҡы.)

3. Шайтан һәм уның ендәре беҙҙе нисек алдарға маташа?

Шайтан һәм уның ендәре, сихырсылыҡ ҡулланып, күп кешене алдай. Сихырсылыҡ — ул ендәр менән бәйләнешкә инеү. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр астрологтарға, күрәҙәселәргә, әүлиәләргә һәм ҡот ҡойоусыларға мөрәжәғәт итә. Башҡалар йондоҙнамә һәм төш юрау китаптарын уҡый, шулай уҡ ендәр менән бәйле дауалау ысулдарын ҡуллана. Ә ҡайһы берәүҙәр үлгән кешеләр менән һөйләшеп булғанына ышана. Әммә был да ендәрҙең тоҙағы. Йәһүә беҙҙе былай тип киҫәтә: «Рухтар саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмә һәм күрәҙәселәр менән кәңәшләшмә» (Левит 19:31). Шулай итеп ул беҙҙе Шайтан һәм ендәрҙән яҡларға теләй. Улар Алланың дошманы һәм беҙгә зыян килтерергә маташа.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Фәрештәләрҙең нисек ярҙам иткәнен, сихырсылыҡтың нимәһе менән ҡурҡыныс булғанын, шулай уҡ Шайтан һәм ендәрҙән нисек һаҡланып булғанын бел.

4. Фәрештәләр Йәһүә тураһында белергә ярҙам итә

Әлбиттә, Алланың фәрештәләре кешеләргә туранан-тура вәғәзләмәй. Бының урынына улар Алла хеҙмәтселәрен уның хаҡында белергә теләгән кешеләргә йүнәлтә. Асылыш 14:6, 7-не уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Ни өсөн вәғәздә беҙ фәрештәләрҙең ярҙамына мохтаж?

  • Фәрештәләрҙең һине Алла тураһында белергә теләгән кешеләргә йүнәлтә алғанын белеү һиндә ниндәй хистәр уята? Ни өсөн?

5. Сихырсылыҡты кире ҡаҡ

Шайтан һәм уның ендәре — Йәһүәнең дошманы. Улар беҙҙең дә дошманыбыҙ. Лука 9:38—42-не уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Ендәр кешеләр менән нимә эшләй ала?

Беҙ ендәрҙең үҙебеҙгә тәьҫир итеүен теләмәйбеҙ. Ҡанун 18:10—12-не уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Ендәр беҙгә нисек тәьҫир итергә һәм беҙҙең менән нисек бәйләнешкә инергә тырыша? Һин йәшәгән ерҙә сихырсылыҡтың ниндәй төрҙәре киң таралған?

  • Һин нисек уйлайһың, Йәһүәнең сихырсылыҡ менән бәйле һәр нәмәне тыйыуы аҡыллымы? Аңлат.

ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Нисек уйлайһың, Палеса үҙ ҡыҙының ҡулына бәйләп ҡуйған бетеү зыян килтерә алғанмы? Аңлат.

  • Ендәрҙән һаҡланыр өсөн, Палесаға нимә эшләргә кәрәк булған?

Мәсихселәр һәр ваҡыт ендәргә ҡаршы тора. Ғәмәлдәр 19:19 һәм 1 Коринфтарға 10:21-ҙе уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Ни өсөн сихырсылыҡ менән бәйле бөтә нәмәне юҡ итеү мөһим?

6. Шайтан менән ендәргә ҡаршы көрәшеүҙә еңеүсе бул

Ендәр менән — Шайтан, ә тоғро фәрештәләр менән баш фәрештә Михаил, йәғни Ғайса етәкселек итә. Асылыш 12:7—9-ҙы уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Кем көслөрәк: Михаил менән уның фәрештәләреме йә Шайтан менән уның ендәреме?

  • Нисек уйлайһың, Ғайсаның шәкерттәренә Шайтан һәм ендәрҙән ҡурҡырға кәрәкме?

Һин Шайтан менән уның ендәренә ҡаршы көрәштә еңә алаһың. Яҡуб 4:7-не уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Һин Шайтан һәм ендәрҙән үҙеңде нисек яҡлай алаһың?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Сихырсылыҡ менән бәйле уйындар уйнауҙың һәм фильмдар ҡарауҙың бер насарлығы ла юҡ. Был тик күңел асыу ғына».

  • Ни өсөн шулай уйлау ҡурҡыныс?

ТӨП ФЕКЕР

Тоғро фәрештәләр беҙгә ярҙам итә. Шайтан менән ендәр — Йәһүәнең дошманы. Сихырсылыҡ ҡулланып, улар кешеләрҙе алдай.

Ҡабатлау

  • Йәһүәнең фәрештәләре нисек кешеләргә уның тураһында белергә ярҙам итә?

  • Шайтан һәм ендәр кемдәр улар?

  • Ни өсөн һин сихырсылыҡ менән бәйле һәр нәмәнән һаҡланырға теләйһең?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Ғайсаның баш фәрештә Михаил булыуына дәлилдәр ҡарап сыҡ.

«Баш фәрештә Михаил кем ул?» (интернет-мәҡәлә)

Иблистең ысынбарлыҡтағы шәхес булыуына дәлилдәр ҡарап сыҡ.

«Шайтан ысынлап та бармы?» (интернет-мәҡәлә)

Ендәрҙең йоғонтоһонан ҡотолған бер ҡатындың осрағын уҡы.

«Ул тормош мәғәнәһен тапҡан» («Күҙәтеү манараһы», 1993 йыл, 1 июль)