Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-сө өлөш. Ҡабатлау

3-сө өлөш. Ҡабатлау

Был һорауҙарҙы уҡытыусың менән ҡарап сыҡ.

  1. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11-ҙе уҡы.

    • Һине Йәһүәгә тоғро булырға нимә дәртләндерә?

  2. Үҙеңде борсоған һорау тураһында Изге Яҙмала бер ни ҙә әйтелмәһә, һиңә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам итер?

  3. Нисек бар яҡтан да намыҫлы булырға?

  4. Матфей 6:33-тө уҡы.

    • Был принцип һиңә эшкә һәм аҡсаға дөрөҫ ҡарарға нисек ярҙам итер?

  5. Һин йәшәү бүләгенә Йәһүә кеүек ҡарағаныңды нисек күрһәтә алаһың?

  6. Ғәмәлдәр 15:29-ҙы уҡы.

    • Йәһүәнең ҡан тураһындағы әмеренә буйһонғаныңды нисек күрһәтә алаһың?

    • Һинеңсә, был әмер аҡыллымы?

  7. 2 Коринфтарға 7:1-ҙе уҡы.

  8. 1 Коринфтарға 6:9, 10-ды уҡы.

    • Изге Яҙмала енси мөнәсәбәттәр хаҡында нимә әйтелә? Һин бының менән ризамы?

    • Изге Яҙмала иҫерткес эсемлектәргә ҡарата ниндәй күрһәтмәләр бирелә?

      (41-се һәм 43-сө дәресте ҡара.)

  9. Матфей 19:4—6, 9-ҙы уҡы.

    • Алла никахҡа ҡарата ниндәй талаптар урынлаштырған?

    • Ни өсөн никахты ла, айырылышыуҙы ла рәсми рәүештә теркәргә кәрәк?

  10. Йәһүә ниндәй байрамдарҙы хупламай? Ни өсөн?

  11. Яхъя 17:16 һәм Ғәмәлдәр 5:29-ҙы уҡы.

    • Һин нисек нейтралитет һаҡлай алаһың?

    • Хөкүмәттең талаптары Алла ҡанунына ҡаршы килһә, һин нисек эш итерһең?

  12. Марк 12:30-ҙы уҡы.