Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

39-СЫ ДӘРЕС

Алланың ҡанға ҡарашы

Алланың ҡанға ҡарашы

Кеше ҡанһыҙ йәшәй алмай. Барлыҡҡа килтереүсе булғанға күрә, тик Алланың ғына ҡанды ҡулланыуға ҡарата ҡағиҙәләр урынлаштырырға хаҡы бар. Изге Яҙмала ҡан тураһында нимә әйтелә? Уны ашарға йә тәнгә ебәрергә яраймы? Ҡан ҡулланыуға бәйле һорауҙар тураһында әйткәндә, нисек Йәһүә хуплаған ҡарарҙар ҡабул итергә?

1. Йәһүә ҡанға нисек ҡарай?

Боронғо заманда Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә былай тип әйткән: «Һәр тере заттың ғүмере уның ҡанында» (Левиттар 17:14). Йәһүә ҡарашынан ҡан ғүмерҙе символлаштыра. Ғүмер изге һәм ул — Алла бүләге. Тимәк, ҡан да изге.

2. Алла ҡанды ҡулланыуға ҡарата ниндәй тыйыу һалған?

Йәһүә боронғо заманда йәшәгән хеҙмәтселәренә ҡан ашауҙы тыйған. (Башланмыш 9:4 һәм Левиттар 17:10-ды уҡы.) Быуаттар үткәс тә, ул был ҡанунды үҙгәртмәгән. Был беренсе быуаттағы етәксе кәңәшмәнең күрһәтмәһенән күренә. Уға ярашлы, бар мәсихселәр ҙә «ҡандан... тыйыл[ырға]» тейеш булған. (Ғәмәлдәр 15:28, 29-ҙы уҡы.)

Ҡандан тыйылыу нимәне аңлата? Әйтәйек, табип һеҙгә иҫерткес эсемлектәрҙе эсмәҫкә ҡушты, ти. Тимәк, һеҙгә эсергә ярамай. Был иһә алкоголде ҡан тамырына ебәрергә, йә булмаһа, алкоголь ҡушылған ризыҡты ашарға ярай тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ! Шуның кеүек үк, Алланың ҡандан тыйылырға тигән әмере ҡанды эсергә лә, ҡаны сығарылмаған хайуандың итен ашарға ла ярамай тигәнде аңлата. Шулай уҡ ҡан ҡушылған бер ниндәй ризыҡты ла беҙ ашарға тейеш түгел.

Ә ҡандың медицинала ҡулланылыуы тураһында нимә әйтеп була? Ҡайһы бер медицина процедуралары Алла ҡанунын туранан-тура боҙоу булып тора. Ундай процедураларға ҡандың үҙен йә уның компоненттары булған эритроциттар, лейкоциттар, тромбоциттар һәм плазманы тәнгә ебәреү инә. Башҡа медицина процедуралары тураһында әйткәндә, улар Алла ҡанунын туранан-тура боҙмаҫҡа ла мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта дауалау маҡсатында ҡандың төп компоненттарының фракциялары ҡулланыла. Башҡа осраҡтарҙа кешенең үҙ ҡанын ҡулланалар. Ундай процедураларға ҡарата, һәр кем үҙе төптән уйланып, шәхси ҡарар ҡабул итергә тейеш (Галаттарға 6:5) a.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Ҡан ҡулланыу менән бәйле дауалау ысулдары тураһында әйткәндә, нисек дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә икәнен бел.

3. Йәһүә хуплаған дауалау ысулдарын һайла

Йәһүә ҡарашынан дөрөҫ булған дауалау ысулдарын нисек һайларға? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм был аҙымдарҙың ни өсөн мөһим икәнен аңлат.

  • Зирәклек һорап доға ҡыл (Яҡуб 1:5).

  • Изге Яҙманан үҙ осрағыңа тура килгән принциптарҙы ҡарап сыҡ һәм уларҙы нисек ҡулланып булғаны тураһында уйла (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:16).

  • Үҙең йәшәгән ерҙә ниндәй дауалау ысулдары бар икәнен белеш.

  • Шул ысулдарҙың ҡайһыһын һин һис тә ҡуллана алмайһың икәнен билдәлә.

  • Алдан уйла: ҡабул иткән ҡарарың выждан ғазабына килтермәҫме? (Ғәмәлдәр 24:16) b.

  • Иҫендә тот, бер кем дә — хатта тормош иптәшең дә, өлкән йә һинең менән өйрәнеү үткәргән кеше лә — выжданға бәйле һорауҙарҙа һиңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтергә тейеш түгел (Римдарға 14:12).

  • Ҡабул иткән ҡарарҙарыңды яҙып ҡуй.

4. Йәһүә шаһиттары иң яҡшы дауалау ысулдарын һайлай

Алланың ҡан тураһындағы ҡанунын боҙмайынса сифатлы дауалау алыу мөмкин. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

Титҡа 3:2-не уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн беҙгә табиптар менән ихтирамлы һәм йомшаҡ итеп һөйләшергә кәрәк?

Ҡабул итеү тыйыла

Мәсихсе үҙе хәл итә

А. Ҡан плазмаһы

Плазманың фракциялары

Б. Лейкоциттар

Лейкоциттарҙың фракциялары

В. Тромбоциттар

Тромбоциттарҙың фракциялары

Г. Эритроциттар

Эритроциттарҙың фракциялары

 5. Ҡан фракциялары менән бәйле ҡарарҙар

Ҡан дүрт төп компоненттан — эритроциттар, лейкоциттар, тромбоциттар һәм плазманан тора. Ошо дүрт компоненттың һәр береһе ҡандың тағы ла вағыраҡ өлөштәрен — фракцияларҙы үҙ эсенә ала c. Ҡайһы бер фракциялар ауырыуҙар менән көрәшеү һәм ҡанды туҡтатыу өсөн дарыуҙар яһауҙа ҡулланыла.

Ҡандың фракциялары тураһында әйткәндә, һәр мәсихсе, Изге Яҙма буйынса өйрәтелгән выжданын иҫәпкә алып, шәхси ҡарар ҡабул итергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр ҡан фракциялары ҡулланылған дауалауҙан һәм процедураларҙан баш тарта. Башҡаларға иһә выжданы фракциялар ҡулланыуҙы рөхсәт итә.

Ҡарар ҡабул итер алдынан ошо һорауға яуап бир:

  • Ҡандың ҡайһы бер фракцияларын ҡулланыуға риза булыуымды йә уларҙан баш тартыуымды табипҡа нисек аңлатырмын?

КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Тәнгә ҡан ебәреүҙең ни насарлығы бар?»

  • Һин нисек яуап бирер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә ҡарашынан ҡан изге һәм ул беҙҙең дә ҡанды изге тип һанауыбыҙҙы теләй.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн Йәһүә ҡанды изге тип һанай?

  • Алланың «ҡандан тыйылығыҙ» тигән ҡануны ҡанды тәнгә ебәреүгә лә ҡағыла икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

  • Ҡан ҡулланыу менән бәйле дауалау ысулдары тураһында әйткәндә, нисек дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Үҙ ҡаныңды медицина процедураларында ҡулланыу хаҡында ҡарар ҡабул итер алдынан нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

«Уҡыусыларҙың һорауҙары» («Күҙәтеү манараһы», 2000 йыл, 15 октябрь)

Ҡандың кескенә фракцияларын ҡулланырғамы, юҡмы икәнен хәл итерҙән алда нимә хаҡында уйланырға кәрәк?

«Уҡыусыларҙың һорауҙары» («Күҙәтеү манараһы», 2004 йыл, 15 июнь)

Бер табипты Йәһүәнең ҡанға бәйле ҡарашы дөрөҫ икәненә нимә ышандырған?

«Мин ҡанға ҡарата Алла ҡарашын ҡабул иттем» («Уянығыҙ!», 2003 йыл, 8 декабрь)

Дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитеттарында хеҙмәт иткән өлкәндәр ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә?

«Йәһүә ауырығандарҙы нығыта» (10:23)

a «Нисек яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә?» тип аталған 35-се дәресте ҡара.

b «Ҡан фракциялары менән бәйле ҡарарҙар» тип аталған  5-се пунктты, «Ҡан ҡулланыу менән бәйле медицина процедуралары» тигән 3-сө ҡушымтаны ҡара.

c Ҡайһы бер табиптар ҡандың төп дүрт компонентын фракциялар тип иҫәпләй. Шуға күрә табипҡа ҡандан ғына түгел, ә эритроциттар, лейкоциттар, тромбоциттар һәм плазманан да баш тартыуынды асыҡ итеп аңлат.