Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

52-СЕ ДӘРЕС

Ни өсөн беҙҙең кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ мөһим?

Ни өсөн беҙҙең кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ мөһим?

Кейем һәм тышҡы ҡиәфәт тураһында әйткәндә, һәр кемдең үҙенә оҡшаған стиле бар. Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланһаҡ, тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән үҙебеҙ ҙә ҡәнәғәт булырбыҙ, Йәһүәне лә ҡыуандырырбыҙ. Әйҙә, шул принциптарҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.

1. Ниндәй принциптар дөрөҫ һайлау яһарға ярҙам итер?

Беҙгә әҙәплелек, тыйнаҡлыҡ һәм айыҡ аҡыл сағылдырған кейем һайларға кәрәк, шулай уҡ тышҡы ҡиәфәтебеҙҙән Аллаға тоғро булғаныбыҙ күренеп торорға тейеш (1 Тимофейға 2:9, 10). Ошо дүрт принципты ентекләберәк ҡарап сығайыҡ: 1) Беҙгә әҙәпле итеп кейенергә кәрәк. Моғайын, йыйылыш осрашыуҙарында күргәнһеңдер, ҡәрҙәштәр төрлөсә кейенә, әммә уларҙың кейемендә һәм прическаһында Аллабыҙға ҡарата хөрмәт сағыла. 2) Тыйнаҡ итеп кейенеү тышҡы ҡиәфәтебеҙҙең енси теләктәр уятмауын һәм сиктән тыш күп иғтибар йәлеп итмәүен аңлата. 3) Айыҡ аҡыллы булырға теләһәк, беҙ моданың һәр йүнәлеше артынан ҡыумаҫбыҙ. 4) Тышҡы ҡиәфәтебеҙҙә һәр ваҡыт Аллаға тоғролоҡ сағылырға тейеш. Беҙ башҡаларҙың, кейемебеҙгә ҡарап, хаҡ Аллаға табынғаныбыҙҙы күреүен теләйбеҙ (1 Коринфтарға 10:31).

2. Тышҡы ҡиәфәтебеҙ имандаштарыбыҙға нисек тәьҫир итә?

Нисек кейенергә икәнен үҙебеҙ һайлаһаҡ та, беҙгә һәр ваҡыт өҫ-башыбыҙҙың башҡаларға нисек тәьҫир итеүе тураһында уйларға кәрәк. Беҙ бер кемдең дә тойғоларын рәнйетергә теләмәйбеҙ, ә «башҡаларҙың иманын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғырт[ырға]» тырышабыҙ. (Римдарға 15:1, 2-не уҡы.)

3. Тышҡы ҡиәфәтебеҙ нисек кешеләрҙе хәҡиҡәткә йәлеп итә ала?

Беҙ, осрағына ҡарап, тейешле итеп кейенергә тырышабыҙ. Әммә йыйылыш осрашыуына йә вәғәзгә йыйынғанда, кейемебеҙгә айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ. Беҙ тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән кешеләрҙең иғтибарын һөйөнөслө хәбәрҙән ситкә йүнәлтергә теләмәйбеҙ, ә, киреһенсә, уларҙы хәҡиҡәткә йәлеп итергә һәм Алла тәғлимәтен биҙәргә теләйбеҙ (Титҡа 2:10).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ Мәсихтең шәкерттәре икәнебеҙҙе күрһәтеп торһон өсөн нимә эшләргә кәрәклеген бел.

Тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән беҙ хакимлыҡҡа эйә булған кешеләргә ҡарата хөрмәт күрһәтәбеҙ. Шуның шикелле, Йәһүә эске донъябыҙҙы күрһә лә, тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән беҙ уға хөрмәт күрһәтергә тейеш

4. Яҡшы тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән беҙ Йәһүәгә хөрмәт күрһәтәбеҙ

Тышҡы ҡиәфәтебеҙгә иғтибарлы булыр өсөн иң мөһим сәбәп ниндәй? Зәбур 47:2-не уҡы һәм яуап бир:

  • Йәһүәнең хеҙмәтселәре булыуыбыҙ тышҡы ҡиәфәтебеҙгә нисек тәьҫир итергә тейеш?

  • Һинеңсә, йыйылыш осрашыуҙарына йә вәғәзгә барғанда тышҡы ҡиәфәтебеҙгә иғтибарлы булыу мөһимме? Ни өсөн шулай уйлайһың?

5. Нисек яҡшы һайлау яһарға?

ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

Кейемебеҙҙең ҡиммәт йә арзан булыуы мөһим түгел, ул таҙа, бөхтә һәм осраҡҡа тура килергә тейеш. 1 Коринфтарға 10:24 һәм 1 Тимофейға 2:9, 10-ды уҡы. Шунан яуап бир: ни өсөн кейемебеҙ...

  • бысраҡ йә әрһеҙ булырға тейеш түгел?

  • башҡаларҙа енси теләктәр уятырға, мәҫәлән, бик тар йә сиктән тыш асыҡ булырға тейеш түгел?

Мәсихселәр Муса ҡануны буйынса йәшәмәһә лә, улар унан Йәһүәнең фекер йөрөтөүе тураһында күп нәмә белә ала. Ҡанун 22:5-те уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Ни өсөн беҙ ирҙе — ҡатынға, ә ҡатынды иргә оҡшаш иткән кейем кейергә һәм прическа яһарға тейеш түгел?

1 Коринфтарға 10:32, 33 һәм 1 Яхъя 2:15, 16-ны уҡы ла яуап бир:

  • Ни өсөн тышҡы ҡиәфәтем имандаштарымды йә башҡа кешеләрҙе рәнйетмәһен өсөн иғтибарлы булырға кәрәк?

  • Һин йәшәгән ерҙә кешеләр ниндәй кейем кейә һәм ниндәй прическалар йөрөтә?

  • Һинеңсә, был кейемдәрҙең һәм прическаларҙың ҡайһылары мәсихселәргә тура килмәй? Ни өсөн шулай уйлайһың?

Йәһүәне ҡыуандырған кейем төрҙәре бик күп

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Нимә теләйем, шуны кейәм. Был минең эшем».

  • Һин бының менән ризамы? Аңлат.

ТӨП ФЕКЕР

Тышҡы ҡиәфәтебеҙгә ҡағылышлы дөрөҫ һайлау яһап, беҙ Йәһүәгә һәм кешеләргә хөрмәт күрһәтәбеҙ.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ Йәһүә өсөн мөһим?

  • Тышҡы ҡиәфәтебеҙгә килгәндә, ниндәй принциптар дөрөҫ һайлау яһарға ярҙам итер?

  • Беҙҙең тышҡы ҡиәфәтебеҙ кешеләрҙең Йәһүәгә ҡарата мөнәсәбәтенә нисек тәьҫир итә ала?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Кейемең һинең турала нимә һөйләй?

«Минең кейемем нисек, матурмы?» (интернет-мәҡәлә)

Ни өсөн татуировка эшләр алдынан яҡшылап уйларға кәрәк?

«Изге Яҙмала татуировка тураһында нимә әйтелә?» (интернет-мәҡәлә)

Кейем һәм прическа һайлағанда, тағы ниндәй принциптар ярҙам итә алғанын ҡарап сыҡ.

«Тышҡы ҡиәфәтегеҙ Алланы данлаймы?» («Күҙәтеү манараһы», 2016 йыл, сентябрь)

Бер ҡатын башҡаларҙың кейемгә ҡарата ҡарарҙарын хөрмәт итергә нисек өйрәнгән?

«Кейем һәм тышҡы ҡиәфәт минең өсөн абыныу ташы булды» («Уянығыҙ!», 2003 йыл, 22 декабрь)