Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ысын мөхәббәт

Ысын мөхәббәт

Күсереп алыу:

  1. 1. Ике йөрәк бергә типкәндә,

    Һөйөү-наҙға йәндәр төрөнә.

    Йәһүә биргән был бүләкте,

    Мөхәббәт тирбәтә йөрәкте.

    ҠУШЫМТА

    Ысын мөхәббәт ул үҫә, көсәйә,

    Йәһүә беҙҙе етәкләһә.

    Шул тиклем ҙур бәхет ул булыу гел бергә,

    Ғүмерлек өлөшөм һин генә.

    Һин йән киҫәгем,

    Йән киҫәгем.

  2. 2. Дауылдар ҙа булыр,

    Шул саҡта мөхәббәт тик нығыр.

    Һыуытмаҫ һис кем беҙҙең араны,

    Һүндермәҫ һис кем ысын һөйөүҙе.

    Юҡ, юҡ, һүндермәҫ.

    ҠУШЫМТА

    Ысын мөхәббәт ул үҫә, көсәйә,

    Йәһүә беҙҙе етәкләһә.

    Шул тиклем ҙур бәхет ул булыу гел бергә,

    Ғүмерлек өлөшөм һин генә.

    Һин йән киҫәгем,

    Йән киҫәгем.

    КҮСЕШ

    Ҡәҙерләйбеҙ һөйөүҙе,

    Уны беҙгә Алла үҙе бирҙе.

    Ут ялҡынындай, көслө ул ташҡындай.

    Һин тормош юлдашым, нур һипкән ҡояшым.

    Бар яҡтан да уңғанһың, рәхмәт Аллаға,

    Беҙ икәү бер бөтөн мәңгегә.

  3. 3. Һине шундай ныҡ яратам,

    Тапҡанға үҙ йәремде ҡыуанам.

    Тормошомдоң йәме — һин, йөрәккәйем,

    Берҙән-берем, иң ҙур бүләгем,

    Бүләгем.

    ҠУШЫМТА

    Ысын мөхәббәт ул үҫә, көсәйә,

    Йәһүә беҙҙе етәкләһә.

    Шул тиклем ҙур бәхет ул булыу гел бергә,

    Ғүмерлек өлөшөм һин генә.

    Һин йән киҫәгем,

    Йән киҫәгем.

    Һин генә ғүмерлек өлөшөм,

    Һин йән киҫәгем.