Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

123-СӨ ЙЫР

Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ

Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ

(1 Коринфтарға 14:33)

  1. 1. Алланы тыңлайбыҙ, беҙ — уның халҡы,

    Һәр ваҡыт үтәйбеҙ ул ҡушҡандарҙы.

    Буйһоноп йәшәйбеҙ күрһәтмәләргә

    Һәм тоғро ҡалабыҙ ул әйткән һүҙгә.

    ҠУШЫМТА

    Эй Аллабыҙ, һиңә тыңлаусанбыҙ,

    Әмерҙәрең камил,

    Бик яратаһың һәм ҡайғыртаһың,

    Бар эшең быға дәлил.

  2. 2. Йүнәлеш бирәһең рух ярҙамында,

    Кәңәштәр алабыҙ хеҙмәтсең аша.

    Яраҡлы булырбыҙ һәр яҡтан һиңә,

    Һүҙеңде һөйләрбеҙ бөтә кешегә.

    ҠУШЫМТА

    Эй Аллабыҙ, һиңә тыңлаусанбыҙ,

    Әмерҙәрең камил,

    Бик яратаһың һәм ҡайғыртаһың,

    Бар эшең быға дәлил.

(Лука 12:42; Евр. 13:7, 17-не лә ҡара.)