Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

137-СЕ ЙЫР

Йәһүәгә тоғро ҡатындар

Йәһүәгә тоғро ҡатындар

(Римдарға 16:2)

  1. 1. Рут, Әсфирә, Сара, Мәрйәм һәм Һанна —

    Изгелекле һәм зирәк ҡатын-ҡыҙҙар.

    Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлағандар,

    Баҫалҡы, тыныс рухлы ла булғандар.

    Күп кенә башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа

    Ныҡ ауыр саҡта ла иман күрһәткәндәр.

  2. 2. Һәр замандың күркәм сифаттары ул —

    Мәрхәмәтлек, батырлыҡ, саф мөхәббәт.

    Шул ҡатындар күрһәткән өлгө ҡиммәт,

    Уларҙан беҙгә өйрәнергә кәрәк.

    Нисәмә ҡатын-ҡыҙға бөгөн дә

    Шундай сифаттар хас, улар беҙгә үрнәк.

  3. 3. Һәр берегеҙ тырыш та, егәрле лә,

    Тол ҡатындар, апайҙар һәм әсәйҙәр.

    Тыңлаусанлыҡ, йыуашлыҡ һеҙҙе биҙәй,

    Йәһүә Алла быны бик ҡәҙерләй.

    Керетеп тормош китабына ул

    Бар эшегеҙҙе лә хәтерендә һаҡлай.

(Флп. 4:3; 1 Тим. 2:9, 10; 1 Пет. 3:4, 5-те лә ҡара.)