Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

17-СЕ ЙЫР

«Теләйем!»

«Теләйем!»

(Лука 5:13)

  1. 1. Хужабыҙ Ғайса шәфҡәтле,

    Йыуаш, баҫалҡы, түҙемле.

    Аллаға буйһонған,

    Өлгө ҡалдырған,

    Һүҙе лә булған фәһемле.

    Өйрәткән, наҙлап йыуатҡан,

    Тәрән яратыу күрһәткән,

    Махаулы кешегә лә әйткән ул:

    «Теләйем, һау-сәләмәт бул!»

  2. 2. Тырышабыҙ бар йөрәктән

    Өлгө алырға Мәсихтән.

    Яратыу этәрә

    Беҙҙе һәр кемгә

    Ярҙам итергә ихластан.

    Сағылһын ысын хәстәрлек,

    Дуҫтар күргәндә мохтажлыҡ.

    Тол ҡатын, етемде ҡыҙғанайыҡ,

    «Теләйем!» — тиеп әйтәйек.

(Яхъя 18:37; Ефес. 3:19; Флп. 2:7-не лә ҡара.)