40-СЫ ЙЫР
Кемгә бағышландың?
(Римдарға 14:8)
-
1. Кемгә бағышландың?
Кемде тыңларға булдың?
Кемгә табынһаң, шул — илаһың,
Ә һин — хеҙмәтсеһе уның.
Хеҙмәт итеп булмай
Ике хужаға берҙәй,
Кемгә йөрәген бирер икәнен
Һәр кем бөгөн үк һайлай.
-
2. Кемгә бағышландың?
Кемде үҙ хужаң иттең?
Ялған илаһты йә Хоҙайҙы?
Әйҙә, үҙең хәл ит быны.
Ә, бәлки, ҡайсарҙы
Һин үҙ илаһың иттең?
Фәҡәт Йәһүә — Хоҙай Тәғәлә,
Үтә уның ниәтен.
-
3. Кемгә бағышландым?
Аллам, һинеке булдым.
Данлармын изге исемеңде,
Тоғро үтәрмен антымды.
Мине йолоп алдың,
Ғәйәт ҙур хаҡ түләнең.
Бары тик һиңә, Раббым Йәһүә,
Хеҙмәт итермен һәр көн.
(Еш. 24:15; Зәб. 116:14, 18; 2 Тим. 2:19-ҙы ла ҡара.)