43-СӨ ЙЫР
Рәхмәт доғаһы
(Зәбур 95:2)
-
1. Мең рәхмәттәр беҙ һиңә белдерәбеҙ,
Доғабыҙға ҡолаҡ һал, Йәһүә.
Наҙ күрһәтеп, һин беҙҙе ҡайғыртаһың,
Шундай рәхәт ҡанатың аҫтында!
Беҙ гонаһлыбыҙ, һәр көн абынабыҙ,
Бик үтенәбеҙ, кисерсе, Алла.
Һин түләгән йоломдо ҡәҙерләйбеҙ,
Күңелдәрҙән рәхмәттәр ағыла.
-
2. Һөйөүеңде беҙ көндән-көн тоябыҙ,
Игелегең һәр эштә сағыла.
Юлдарыңда йөрөргә ярҙам итсе,
Һәр саҡ теләйбеҙ тоғро булырға.
Рух биргәнең өсөн бик рәхмәтлебеҙ,
Ул ҡыйыулыҡ та, ҡеүәт тә өҫтәй.
Беҙ баҫалҡы булырға тырышырбыҙ,
Мәңге данларбыҙ һине, эй Хоҙай.
(Зәб. 65:2, 4, 11; Флп. 4:6-ны ла ҡара.)