83-СӨ ЙЫР
«Өйҙән-өйгә»
-
1. Өйҙән-өйгә, ишек шаҡып,
Һөйләйбеҙ хәбәрҙе.
Йыуаш кешеләрҙе эҙләп,
Гиҙәбеҙ күп ерҙе.
Алла Батшалығы тыуған,
Күктә урынлашҡан.
Иғлан итәбеҙ шул хаҡта,
Быны Мәсих ҡушҡан.
-
2. Һөйләйбеҙ, һәр йортҡа килеп,
Өмөт тураһында.
Һәр кем ҡотоласаҡ, әгәр
Алла һүҙен тотһа.
Кеше нисек иман итһен,
Ишетмәһә тәүҙә?
Шуға, өйҙән-өйгә йөрөп,
Һөйләйбеҙ һәр кемгә.
-
3. Ҡайһы бер йорттарҙа беҙҙе
Ҡабул да итмәҫтәр.
Тыңлармы, юҡмы хәбәрҙе —
Кеше үҙе һайлар.
Иғлан итербеҙ уларға
Алла ниәттәрен,
Эҙләп табырбыҙ, һис шикһеҙ,
Уның кешеләрен.
(Ғәм. 2:21; Рим. 10:14-те лә ҡара.)