ИРМА БЕНТИВОЛЬИ | БИОГРАФИЯ
Тормошомда Йәһүәнән бүләктәр күп булды
Сирена яңғыраны. Беҙ әсәйем менән яҡындағы баҡсаға йүгерҙек һәм ағастар аҫтына йәшендек. Бәләкәй ҡустым әсәйемдең ҡулында ине. Ул саҡта ҡустыма — ни бары бер нисә генә ай, ә миңә алты йәш ине.
Бомбалар шартлауы туҡтағас, беҙ әсәйемдең яҡын әхирәтен эҙләргә киттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һәләк булған. Бер нисә көндән һуң авиаһөжүм ҡабатланды. Атайым мине велосипедҡа ултыртты ла шәп итеп ҡаланан алып китте.
Икенсе бөтә донъя һуғышы Италия кешеләренә күп ҡайғы килтерҙе. Ул ваҡиғалар тураһындағы хәтирәләр күңелемдә һаман да йәшәй. Әммә бала сағымда эргәмдә булған кешеләрҙе мин барыһынан да яҡшыраҡ хәтерләйем. Улар Йәһүәне бик яҡшы белә һәм уны бөтә йөрәктән ярата ине. Был кешеләр тормошома ҙур йоғонто яһаны.
Йәһүә ғаиләмә хәҡиҡәтте белергә ярҙам итә
1936 йылдың ҡышында, мин тыуырҙан бер нисә ай алда, атайым тимер юлдарҙа Винченцо Артузи тигән кеше менән бергә эшләгән. Винченцо һыуға сумдырылған Йәһүә шаһиты булмаһа ла, хәҡиҡәткә ҡарата яратыуы инде бик көслө булған. Рельстарҙы ҡарҙан таҙартҡан саҡта, ул атайым менән Изге Яҙманан белгәндәре менән бүлешкән.
Атайым хәҡиҡәтте тапҡанын шунда уҡ аңлаған. Ул үҙе һәм беҙҙең Фаэнца ҡалаһынан тағы бер нисә кеше Изге Яҙманы күберәк белергә теләгән. Ул ваҡыттарҙа Италияла фашизм режимы хөкөм һөргән, һәм Йәһүә шаһиттарына осрашыуҙар үткәреү тыйылған. Берәйһендә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт тапһалар, уны ҡулға ала алғандар. Шунлыҡтан ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ төрмәгә ябылған. Изге Яҙманы уҡыр һәм өйрәнер өсөн, атайым үҙ дуҫтары менән алыҫтағы ауыл йорттарында осрашҡан. Бынан тыш, атайым, ғаиләбеҙҙе бергә йыйып, аҙна һайын кисен ғаилә өйрәнеүен үткәрә торғайны.
Йәһүә миңә өлгө алырлыҡ кешеләрҙе табырға ярҙам итә
1943 йылда төрмәлә ултырған Йәһүә шаһиттарының күбеһе иреккә сыҡты. Уларҙың араһында кейәүҙә булмаған Мария Пиццато исемле ҡыҙ ҡәрҙәш булды. Ул өйөнә, Италияның төньяғына, ҡайтып барышлай беҙҙә ҡунырға туҡтаны. Италиялағы Йәһүә шаһиттары Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт ала алһын өсөн, Мария бик күпте эшләне. Шулай уҡ ул шул ваҡыттарҙа беҙҙең илдәге эшмәкәрлек менән етәкселек иткән Швейцария филиалы менән бәйләнеш тотто. Тышҡы яҡтан нескә булып күренһә лә, Мария көслө һәм ҡыйыу ҡәрҙәш булды. Һуғыштан һуң ул ваҡыт-ваҡыт беҙгә Фаэнцаға ҡунаҡҡа килгеләй ине, беҙ уны күреүгә бик шат була торғайныҡ.
Үҫмер сағымда мин тағы бер ҡәрҙәш менән таныштым, уның тураһында ла минең йылы хәтирәләр ҡалды. Исеме Альбина Куминетти ине. Оло йәштәге был апай осрашыуҙар үтә торған бинала йәшәне. 1920-се йылдарҙың башында ул китап таратыусы (тулы ваҡытлы хеҙмәтсе) булып хеҙмәт иткән. Альбина апай миңә үҙенең шул йылдарҙағы хеҙмәте тураһында мауыҡтырғыс осраҡтар һөйләй торғайны.
Альбина Йәһүә шаһиттарының тарихы менән бәйле булған әйберҙәрҙе һәм ойошмабыҙ сығарған әҙәбиәтте йыйып бара ине. Бер ваҡыт мин шул әйберҙәр араһында Изге Яҙманы тикшереүселәр (элек Йәһүә шаһиттары шулай аталған) тағып йөрөткән значокты күреп ҡалдым. Ул значокта тәре һәм корона күрһәтелгәйне. Тәренең мәжүсиҙәр символы икәнен белгәнгә, мин шаҡ ҡаттым һәм түҙә алмайынса хихылдап ҡуйҙым. Шунда Альбина ҡәрҙәш Зәкәриә 4:10-дағы һүҙҙәргә һылтанып былай тине: «Кескенә башланғыстар көнөнә түбәнһетеп ҡарама». Был һүҙҙәр һаман да иҫемдә.
Альбинаның һүҙҙәренән мин үҙемә ҙур һабаҡ алдым. Изге Яҙманы тикшереүселәр, хәҡиҡәттең ҡайһы бер яҡтарын аңлап бөтмәһә лә, хөрмәткә лайыҡ ине. Бынан тыш, ул ваҡыттарҙа итальян телендә әҙәбиәт әҙ булғанға, ҡәрҙәштәргә яңыртылған аңлау менән танышыр өсөн ваҡыт кәрәк булған. Әммә Йәһүә уларҙың тырышлыҡтарын ҡәҙерләгән, был йәһәттән миңә унан өлгө алырға кәрәк ине.
Йәш арабыҙ ҙур булһа ла, Альбина менән аралашыу миңә ҙур рәхәтлек килтерә ине. Альбина, Мария һәм башҡа ҡыҙ ҡәрҙәштәр, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән. Улар минең өсөн өлгө булып китте. Шундай ҡәрҙәштәр менән аралаша алғаныма бик шатмын.
Йәһүә Вефилдә хеҙмәт итеү мөмкинлеген бүләк итә
1955 йылдың йәйендә мин Римға «Тантана иткән Батшалыҡ» тип исемләнгән конгресҡа барҙым. Мөмкинлектән файҙаланып, мин башҡа илдәрҙән килгән ҡәрҙәштәр менән Вефилгә экскурсияға барҙым. Шунда мин былай тип уйлап ҡуйҙым: «Бында хеҙмәт итһәм, шәп булыр ине!»
1955 йылдың 18 декабрендә мин һыуға сумдырылдым. Ул саҡта мин әле мәктәптә уҡый инем, әммә түҙемһеҙлек менән тулы ваҡытлы хеҙмәтте башлау мәлен көтә инем. 1956 йылда Генуя ҡалаһында үткән конгреста Вефилгә ирекле хеҙмәтселәр кәрәклеге тураһында белдереү ишеттем. Әммә филиалдың вәкиле, ҡыҙ ҡәрҙәштәрҙә ихтыяж юҡ, тине.
Һуңыраҡ мин Пьеро Гатти a исемле район күҙәтеүсебеҙ менән маҡсаттарым тураһында һөйләшеп алдым. Ул үҙе бик ашҡыныусан вәғәзсе ине. Ул миңә: «Мин һине махсус пионер итеп тәҡдим итермен», — тине.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, миңә Вефилдән хат килде. «Мине махсус пионер итеп билдәләйҙәр», — тип уйлап ҡуйҙым мин. Әммә мин уйлағанса булманы: миңә Вефиль хеҙмәтенә ғариза тултырырға тәҡдим иткәндәр ине!
1958 йылдың ғинуар айында мин Вефилгә килдем. Ул ваҡытта унда 12 кеше хеҙмәт итә ине. Миңә ике тәржемәсегә ярҙам итергә ҡуштылар. Эш күп ине, ә минең тәржемә эшендә тәжрибәм бөтөнләй юҡ ине. Шулай ҙа Йәһүәнең ярҙамы менән, мин был эште ярата башланым.
Ике йыл да үтмәҫтән, филиалда тәржемә эшен ойоштороуҙа ҡайһы бер үҙгәрештәр булып үтте. Мине пионер итеп билдәләнеләр. Минең өсөн был көтөлмәгән хәл булды, сөнки Вефиль инде тыуған йортом булып киткәйне. Әммә ваҡыт үтеү менән мин яңы йөкләмәмә Йәһүәнең тағы бер бүләгенә кеүек ҡарай башланым.
Ашҡыныусан хеҙмәттәштәрем — Йәһүәнән тағы бер бүләк
1959 йылдың 1 сентябрендә мин Кремона ҡалаһында махсус пионер булып хеҙмәт итә башланым. Минең хеҙмәттәшем итеп Даниянан килгән Дорис Мейер исемле ҡыҙ ҡәрҙәште билдәләнеләр. Ул, минән бер нисә йылға ғына олораҡ булһа ла, бик тәжрибәле пионер ине. Мин уға ҡарап һоҡлана инем. Дорис ҡыйыу һәм тәүәккәл ҡәрҙәш ине. Был сифаттар икебеҙгә лә кәрәк ине, сөнки беҙ был ҡалала берҙән-бер Йәһүә шаһиттары инек.
Дорис Кремонаға минән алда килгән һәм арендаға алынған квартирала осрашыуҙар ойошторған. Беҙҙең хеҙмәт католик руханиҙарының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Улар асыуҙарынан ярһыны һәм мәхәллә кешеләренә беҙҙең менән һөйләшеүҙе ҡәтғи рәүештә тыйҙы.
Бер тапҡыр беҙҙе полиция участкаһына саҡырҙылар. Полицейҙар беҙҙе оҙаҡ тотманы, әммә Дорисҡа Кремонанан китергә кәрәклеге тураһында әйттеләр, сөнки ул сит ил гражданы ине. Һөҙөмтәлә ул Данияға кире ҡайтты һәм унда Йәһүәгә хеҙмәт итеүен дауам итте.
Шунан һуң икенсе бер кейәүҙә булмаған ҡыҙ кәрҙәш — Брунильде Марки минең хеҙмәттәшем булды. Ул йомшаҡ күңелле, шәфҡәтле кеше ине һәм вәгәзләргә ярата ине. Беҙ күп кешеләр менән Изге Яҙма өйрәнә башланыҡ, һәм уларҙың ҡайһы берҙәре һыуға сумдырылды.
Кремоналағы вәғәз эшенә өлөш индерергә мөмкинлек биргәне өсөн, мин Йәһүәгә рәхмәтле. Башланғысы бәләкәй булһа ла, бөгөн был ҡалала биш йыйылыш бар.
Көтөлмәгән саҡырыу
Кремонала ике йыл тирәһе хеҙмәт иткәндән һуң, миңә көтмәгәндә филиалдан шылтыраттылар. 1961 йылдың июль айында «Алланың берләштерелгән хеҙмәтселәре» тип исемләнгән алты көнлөк конгресс үтергә тейеш икән. Шул конгресҡа күп материалдар тәржемә итергә кәрәк булған. Шуға күрә мине кире Вефилгә саҡырҙылар. Мин шатлығымдан һикереп ҡуйҙым. 1961 йылдың 1 февралендә мин Вефилгә килдем.
Беҙгә бик күп эшләргә тура килде. Әммә мин Изге Яҙмаға нигеҙләнгән материалдарҙы көн һайын тәржемә итеүҙе ҙур хөрмәт тип һананым. Бер нисә ай һиҙелмәй ҙә үтеп китте, һәм конгресс ваҡыты етте.
Был конгреста итальян телендә «Грек Яҙмалары. Яңы донъя тәржемәһе» сығарылыуы тураһында белдереү яңғыраны. «Алда эш күп икән», — тип уйлап ҡуйҙым мин һәм яңылышмағанмын. Ҡәрҙәштәр мине бер ни ҡәҙәр ваҡытҡа Вефилдә ҡалдырҙылар. Мин һаман да бында хеҙмәт итәм — инде 60 йылдан артыҡ!
Йәһүәнең башҡа ҡиммәтле бүләктәре
Кейәүгә сыҡмай йәшәүем — Йәһүәнән тағы бер ҡиммәтле бүләк. Мин, әлбиттә, бер ҙә кейәүгә сыҡҡым килмәне, тип әйтмәҫ инем. Ҡайһы ваҡыт, мин бер ҡасан да кейәүгә сыҡмай, яңғыҙ йәшәрменме икән, тигән уйҙар мине бик борсоно. Әммә мин барыһы тураһында ла Йәһүәгә һөйләнем. Мине уның кеүек яҡшы белгән башҡа бер кем дә юҡ бит. Мин унан минең өсөн нимә эшләү яҡшыраҡ булырын аңларға ярҙам итеүен һораным.
Мин Матфай 19:11, 12-се һәм 1 Коринфтарға 7:8, 38-се аяттарҙа яҙылған һүҙҙәргә яңыса ҡараным. Йәһүә минең ситуацияға дөрөҫ ҡараш һәм күңел тыныслығы бүләк итте, һәм мин бының өсөн уға бик рәхмәтле. Мин ҡарарым өсөн бер ҡасан да үкенмәнем. Яңғыҙ ҡалып, Йәһүәгә бөтә көсөмдө биреп хеҙмәт итә алыуыма мин бик шат.
Тәржемә итеү бүлегендә хеҙмәт иткән ваҡытта мин күп үҙгәрештәр күрҙем. Мәҫәлән, Йәһүә ойошмаһы «халыҡтарҙың һөтөн», шул иҫәптән яңы технологияларҙы, бик әүҙем ҡулланды (Ишағыя 60:16). Был техник яңылыҡтар ярҙамында беҙҙең бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙ тағы ла берҙәмерәк булып китте. Мәҫәлән, 1985 йылда «Күҙәтеү манараһы» бер үк ваҡытта итальян һәм инглиз телендә сыға башланы. Бөгөн jw.org сайтында бик күп телдәрҙә мәҡәләләр һәм видеояҙмалар бар. Башҡа телдәрҙәге материалдарҙың күбеһе сайтта инглиз теле менән бер үк ваҡытта сыға. Шуныһы ап-асыҡ: Йәһүә үҙ халҡының берҙәм булыуы һәм рухи ризыҡты үҙ ваҡытында алыуы тураһында ҡайғырта.
Йәһүә миңә ҡарата һәр ваҡыт йомарт булды. Уның ярҙамында мин махсус пионер булып хеҙмәт итә алдым һәм башҡаларға уны яҡшыраҡ белергә ярҙам иттем. Ул минең Вефилдә хеҙмәт итергә теләгемде тормошҡа ашырҙы. Мин бында төрлө йәштәге кешеләр менән дуҫлаштым. Ә тағын ул миңә үҙәнсәлекле бүләк яһаны: әсәйемдең 68 йәшендә һыуға сумдырылыуын күрҙем. Мин үлгәндәрҙең терелеүен, әсәйем һәм ғаиләмдең башҡа ағзалары менән осрашыу ваҡытын бик көтәм (Яхъя 5:28, 29).
Йәһүәнең киләсәктә үҙ хеҙмәтселәре өсөн башҡарасаҡ эштәрен бик күргем килә. Шул ваҡытта ул «бар нәмәне лә яңы итеп яһа[ясаҡ]» (Асылыш 21:5). Йәһүә бер ҡасан да беҙгә «игелекле һәм камил бүләк[тәр]» биреүҙән туҡтамаясаҡ, мин быға бер ҙә шикләнмәйем (Яҡуб 1:17).
a Пьеро Гаттиҙың биографияһы «Күҙәтеү манараһы» журналында (урыҫ) баҫтырылды (2011 йыл, 15 июль, 20—23 бб.).