Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ТАПАНИ ВИИТАЛА | БИОГРАФИЯ

Һаңғырау кешеләргә ярҙам итеү теләгемә ирештем

Һаңғырау кешеләргә ярҙам итеү теләгемә ирештем

 Йәһүә шаһиттарын беренсе тапҡыр осратҡанда, улар миңә Изге Яҙманан «һаңғырауҙарҙың ҡолағы ишетә башлар» тигән вәғәҙәне күрһәтте (Ишағыя 35:5). Тыумыштан һаңғырау булғанға, быны аңлау миңә ауыр ине. Шуға күрә был вәғәҙә миңә бик үк тәьҫир итмәне. Әммә улар Алла Батшалығының бөтә ғәҙелһеҙлекте, һуғыштарҙы, ауырыуҙарҙы һәм хатта үлемде бөтөрәсәк икәнен Изге Яҙманан күрһәткәс, был мине таң ҡалдырҙы. Ваҡыт уҙыу менән мин был вәғәҙәләр тураһында башҡа һаңғырау кешеләргә ашҡынып һөйләй башланым.

 Мин 1941 йылда Финляндияның Виррат ҡалаһында һаңғырауҙар ғаиләһендә тыуҙым. Атай-әсәйем, ҡустым, һеңлем һәм башҡа күп кенә туғандарыбыҙ һаңғырау булды. Беҙ ишаралар телендә аралаша инек.

Изге Яҙмалағы иҫ киткес хәбәр менән танышам

 Өйөбөҙҙән 240 саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан мин уҡыған интернат мәктәбендә ишаралар телендә һөйләшергә яраманы. Ул ваҡытта Финляндияла, һаңғырауҙар өсөн мәктәптәрҙә, уҡытыусылар һәм башҡалар һөйләп кенә аңлата инеләр. Шуға күрә беҙгә ауаздар сығарып аңлатырға һәм кешенең ирендәренә ҡарап әйткәндәрен аңларға кәрәк ине. Уҡытыусылар ишаралар ҡулланғаныбыҙҙы күрһә, линейка йә күрһәткес таяҡ менән бармаҡтарыбыҙға ныҡ итеп һуға торғайны. Һуңынан бармаҡтарыбыҙ бер нисә көн шешеп йөрөй ине.

 Мәктәпте тамамлағас, мин ауыл хужалығы колледжына уҡырға индем. Атай-әсәйемдең фермаһы бар ине һәм миңә фермер һөнәрен үҙләштерергә кәрәк булды. Бер көн өйгә ҡайтҡас, мин өҫтәлдә «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдарын күрҙем. Атайым был журналдарҙа Изге Яҙмалағы иҫ киткес хәҡиҡәттәр аңлатылғаны хаҡында һөйләне. Шулай уҡ ул бер ирле-ҡатынлының үҙҙәре менән Изге Яҙма өйрәнеүе башлағандарын әйтте. Улар атай-әсәйем менән яҙыу ярҙамында аралашҡан.

 Атайым Алла Батшалығы идараһы аҫтында ерҙең ожмахҡа әйләнәсәге һәм үлгәндәрҙең тереләсәге хаҡында һөйләне. Әммә мине үлгәндәр күккә бара тип өйрәткәндәр ине. Шул кешеләр ишаралар телендә һөйләшмәгәнгә, атайым уларҙы аңлап етмәгәндер, тип уйлап ҡуйҙым.

 Теге пар ҡабат килгәс, атайым барыһын да дөрөҫ аңланымы икән, тип уларҙан һорарға булдым. Ул хаҡлы, тинеләр улар һәм Ғайсаның Яхъя 5:28, 29-ҙағы терелтеү тураһындағы һүҙҙәрен күрһәттеләр. Улар Алланың ерҙе яуызлыҡтан таҙартасағы һәм кешеләргә камил сәләмәтлек менән мәңгелек тормош бүләк итәсәге тураһында әйттеләр (Зәбур 37:10, 11; Данил 2:44; Асылыш 21:1—4).

 Минең күберәк белергә теләгем тыуҙы һәм мин Антеро исемле Йәһүә шаһиты менән Изге Яҙма өйрәнә башланым. Ул ишаралар телен белмәй ине, шуға күрә мин өйрәнеү баҫмаһындағы һорауҙарға яуаптарҙы ҡағыҙға яҙа инем. Антеро уларҙы уҡый ҙа, кәрәк булғанда, өҫтәмә һорауҙар йә аңлатмалар яҙа ине. Бының өсөн Антероға ҙур түҙемлек сағылдырырға тура килде. Аҙна һайын икешәр сәғәт шулай өйрәнә торғайныҡ.

 1960 йылда мин Йәһүә шаһиттарының конгресында булдым. Программа ишаралар теленә тәржемә ителде. Йома көнө, төштән һуң, иртәгәһе көндө һыуға сумдырылыу үтәсәге хаҡында белдереү булды. Шуға күрә мин шәмбе көнө иртәнсәк плавки, таҫтамал алдым да — һыуға сумдырылдым! a Күп тә үтмәҫтән атай-әсәйем һәм ҡустым менән һеңлем дә һыуға сумдырылды.

Ваҡыт уҙыу менән бөтә ғаиләбеҙ һыуға сумдырылды

Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте башҡаларға һөйләйем

 Белгәндәремде башҡа һаңғырау кешеләргә лә һөйләгем килде. Уларға ишаралар телендә вәғәзләү яҡшыраҡ булырын аңлай инем. Тәүҙә тыуған ҡаламда әүҙем вәғәзләй башланым.

 Һуңынан мин эре сәнәғәт үҙәге булған Тампере ҡалаһына күсендем. Был ҡалала мин һаңғырау кешеләрҙе эҙләй башланым. Өйҙән-өйгә йөрөп хужаларҙан уларҙың таныштары араһында һаңғырау кешеләр юҡмы икәнен белештем. Шулай мин бер нисә өйрәнеү башланым. Бер нисә йылдан һуң Тампере ҡалаһында 10-дан ашыу һаңғырау кеше Йәһүә шаһиты булып китте.

 1965 йылда мин Майре исемле һөйкөмлө ҡыҙ ҡәрҙәште осраттым һәм киләһе йылда беҙ өйләнештек. Ул тиҙ генә ишаралар телен өйрәнде. Майре минең тоғро дуҫым һәм ярҙамсым булып китте, һәм беҙ киләһе 50 йыл Йәһүәгә бергәләп хеҙмәт иттек.

Туй көнөбөҙ. 1966 йыл

 Өйләнешкәндән һуң ике йыл үткәс, улыбыҙ тыуҙы. Беҙ уға Марко тип исем ҡуштыҡ. Ул бала саҡтан фин һәм фин ишаралар телендә һөйләшә. Марко 13 йәшендә һыуға сумдырылды.

 Йылдар үтеү менән Тамперелағы ишаралар телендәге төркөмөбөҙ бик ҙурайҙы. Шуға күрә беҙ 1974 йылда Турку ҡалаһына күсендек. Был ҡалала һаңғырау Йәһүә шаһиттары юҡ ине. Беҙ үҙебеҙгә таныш булған алымды ҡулланып һаңғырау кешеләрҙе эҙләй башланыҡ. Турку ҡалаһында мин өйрәнеү үткәргән кешеләрҙең 12-һе һыуға сумдырылды.

Балтика илдәрендә хеҙмәт

 1987 йылда Марконы Вефилгә саҡырҙылар. Туркулағы төркөмөбөҙ нығынды, шуға ла беҙ Майре менән икенсе ергә күсенеү хаҡында уйлай башланыҡ.

 Шул ваҡытта Көнсығыш Европа илдәрендә вәғәз эшен иркен үткәрергә рөхсәт бирелде. 1992 йылдың ғинуар айында бер һаңғырау ир ҡәрҙәш менән Таллинға (Эстония) барып ҡайттыҡ.

 Унда беҙ бер ҡыҙ ҡәрҙәш менән осраштыҡ. Уның һаңғырау ағаһы бар ине. Был егет үҙе хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынманы, әммә беҙҙе күп һаңғырау кешеләр менән таныштырҙы. Беҙ ҡайтыр алдынан һуңғы кисте ул беҙҙе Таллиндағы бер осрашыуға алып барҙы. Уны Эстония һаңғырауҙар йәмғиәте ойошторған ине. Беҙ осрашыуға иртәрәк килдек тә эстон һәм урыҫ телендә сығарылған журналдар һәм китаптарҙы өҫтәлгә һалдыҡ. Дөйөм алғанда, беҙ яҡынса 100 китап һәм 200 журнал тараттыҡ. Өҫтәүенә 70-кә яҡын кеше беҙгә үҙҙәренең адрестарын бирҙе. Шул кисте беҙ Эстонияла ишаралар телендә вәғәзләү эшен башлап ебәрҙек!

Балтик илдәренә барған саҡтарыбыҙҙың береһе

 Шул ваҡыттан алып беҙ Майре менән Эстонияға даими рәүештә барып йөрөнөк. Беҙ әҙерәк эшләргә һәм пионер хеҙмәтен башларға ҡарар иттек. 1995 йылда Хельсинкиға яҡыныраҡ бер урынға күсендек, сөнки унан Таллинға паромдар йөрөй ине. Эстониялағы хеҙмәтебеҙ көткәндәгенән дә уңышлыраҡ булды!

 Күпме үткәрә алдыҡ, шунса өйрәнеү үткәрҙек. Өйрәнеүселәребеҙҙең 16-һы һыуға сумдырылды, шул иҫәптән ике һуҡыр һәм һаңғырау апалы-һеңлеләр. Улар менән өйрәнеүҙе мин тактиль ишаралар телендә үткәрҙем. Улар ҡулдарын минең ҡулдарыма һала ине һәм шулай ишараларҙы аңлай ине.

 Ул ваҡытта ишаралар телендә баҫмалар булмағас, һаңғырау кешеләр менән өйрәнеү үткәреүе ауыр ине. Шуға күрә мин беҙҙең китаптар һәм журналдарҙағы һүрәттәрҙе ҡулландым. Мин уларҙы ҡырҡып алып, махсус альбомға йыйып барҙым.

 Бер ваҡыт Финляндия филиалы миңә Латвия менән Литваға барырға йөкләмә бирҙе. Мин был илдәрҙә ишаралар телендә вәғәзләү эшен нисек ойоштороп булғанын асыҡларға тейеш инем. Беҙ унда бер нисә тапҡыр барҙыҡ һәм урындағы Йәһүә шаһиттарына һаңғырау кешеләрҙе табырға ярҙам иттек. Һәр илдә тиерлек үҙенең ишаралар теле бар. Миңә эстон, латыш һәм литва ишара телдәрен өйрәнергә тура килде. Балтика буйында һаңғырау урыҫтар ҙа бар, шуға мин урыҫ ишаралар телен дә әҙерәк өйрәндем.

 Эстонияға һәм башҡа Балтик буйындағы илдәргә 8 йыл барып йөрөнөк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәфәребеҙҙе туҡтатырға тура килде. Майре Паркинсон сире менән ауырып китте.

Ойошма һаңғырау кешеләргә ярҙам итә

 1997 йылда Финляндия филиалында ишаралар теленә тәржемә итеү төркөмө ойошторолдо. Беҙ Майре менән Вефилгә яҡын йәшәнек һәм баҫмаларҙы ишаралар теленә тәржемә итеүҙә ҡатнаша алдыҡ. Ваҡыт-ваҡыт мин һаман да был эш менән шөғөлләнәм. Беҙ хатта Марко улыбыҙ менән дә бергә эшләп өлгөрҙөк. Һуңыраҡ ул ҡатыны Кирси менән төрлө илдәрҙәге ишаралар теленә тәржемә итеүсе төркөмдәрҙе өйрәтә башланы.

Фин ишаралар теленә видеояҙманы яҙҙырыуҙа ҡатнашам

 Бынан тыш филиал ишаралар телен өйрәнеү курстарын ойошторҙо. Шул курстар ярҙамында ишаралар телендәге төркөмдәргә һәм йыйылыштарға күп яңы вәғәзселәр күсте. Йыйылыштар ҙурайҙы һәм уларҙа өҫтәмә йөкләмәләр башҡарырға һәләтле булған ир ҡәрҙәштәр күбәйҙе.

Ярҙам итергә теләгем әле лә һүнмәне

 2004 йылда Хельсинки ҡалаһында фин ишаралар телендә беренсе йыйылыш ойошторолоуға беҙ Майре менән үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек. Өс йыл эсендә ул көслө һәм ашҡыныусан йыйылыш булып китте. Унда күп пионерҙар хеҙмәт итә.

 Беҙ тағы ла вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсенергә пландар ҡора башланыҡ. Һәм 2008 йылда Тампереға яҡыныраҡ булған ергә күсендек һәм 34 йыл элек хеҙмәт иткән төркөмгә кире ҡайттыҡ. Бер йыл үтеүгә бында Финляндиялағы фин ишаралар телендәге икенсе йыйылыш ойошторолдо.

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Майреның һаулығы насарая барҙы. Мин уның хаҡында хәлемдән килгәнсә ҡайғырттым. 2016 йылда ул үлеп китте. Әлбиттә, мин уны бик юҡһынам. Әммә тиҙҙән мин уның менән бүтән ауырыу булмаған яңы донъяла күрешәсәкмен (Ишағыя 33:24; Асылыш 21:4).

 Ә әлегә мин һаңғырау кешеләргә вәғәзләүемде дауам итәм. Мин был эшкә ғүмеремдең 60 йылын бағышланым. Һәм һаман да ярҙам итеү теләгем һүнмәне!

a Ул ваҡытта йыйылыш өлкәндәре һыуға сумдырылырға теләүселәр менән әле әңгәмә үткәрмәйҙәр ине.