Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

Бөтә донъяла аномаль эҫе һауа торошо. Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Бөтә донъяла аномаль эҫе һауа торошо. Изге Яҙмала нимә әйтелә?

 2022 йылдың июлендә күп илдәрҙә һауа температураһы үтә юғары булды.

  •   «Ошо ай эсендә Ҡытайҙың яҡынса 70 ҡалаһында сиктән тыш эҫе буласағы тураһында инде икенсе тапҡыр киҫәтеү яһалды» (CNN Wire Service, 25 июль, 2022 йыл).

  •   «Һауа температураһы ныҡ күтәрелгәнгә, бөтә Европала урмандар яна» («The Guardian», 17 июль, 2022 йыл).

  •   Был ял көндәрендә АҠШ-тың көньяҡ штаттарының Көнсығыш яр буйҙарындағы һәм Урта Көнбайышындағы ҡалаларында температураның яңы рекордтары теркәлде («The New York Times», 24 июль, 2022 йыл).

 Быларҙың барыһы нимәгә килтерер? Беҙҙең планетабыҙ кеше йәшәй алмаҫлыҡ хәлгә ҡалырмы? Был турала Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Аномаль юғары температура Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеше менән бәйлеме?

 Эйе. Изге Яҙмала беҙҙең көндәрҙә ниндәй шарттар булыры хаҡында яҙылған һәм аномаль һауа торошо был пәйғәмбәрлектең бер өлөшө булып тора. Мәҫәлән, Ғайса, ҡурҡыныс күренештәр булыр, тип пәйғәмбәрлек иткән (Лука 21:11). Һәм, ысынлап та, һауа температураһының күтәрелеүе арҡаһында күптәр, кешелек ерҙе һәләк итер, тип ҡурҡа.

Беҙҙең планетабыҙ кеше йәшәй алмаҫлыҡ хәлгә ҡалырмы?

 Юҡ. Алла Ерҙе кешеләр унда мәңге йәшәһен өсөн барлыҡҡа килтергән (Зәбур 115:16; Вәғәзсе 1:4). Алла кешеләргә ерҙе юҡ итергә рөхсәт итмәйәсәк. Киреһенсә, ул «ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк» итергә йыйына (Асылыш 11:18).

 Алланың тағы ике вәғәҙәһен ҡарап сығайыҡ.

  •   «Сүл һәм кибеп бөткән ер һөйөнөр, һыуһыҙ дала шатланыр һәм шафран сәскә атыр» (Ишағыя 35:1). Алла беҙҙең планетабыҙҙың янып бөткән сүлгә әйләнеүен рөхсәт итмәйәсәк. Ул хатта зыян күргән урындарҙы тергеҙәсәк.

  •   «Һин ер тураһында ҡайғыртаһың, уны уңдырышлы, ғәйәт бәрәкәтле итәһең» (Зәбур 65:9). Алла ерҙе яңыртасаҡ һәм ожмахҡа әйләндерәсәк.

 Климат проблемалары һәм пәйғәмбәрлектәр араһында бәйләнеш бар. Был турала «Климаттың үҙгәреүе һәм беҙҙең киләсәгебеҙ. Изге Яҙмала нимә әйтелә?» тигән мәҡәләнән (урыҫ) белегеҙ.

 Алла экологияны нисек тергеҙәсәк? Был турала «Ерҙе кем ҡотҡарыр?» тигән мәҡәләнән (тат.) белегеҙ.