Донъяның ахыры етеп киләме? Донъя юҡ ителерме?
Донъя ахыры. Был һүҙҙәрҙе ишеткәндә, бәлки, һеҙ планетабыҙҙағы бөтә тереклекте юҡ итә алған глобаль катастрофаны күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Ҡайһы берәүҙәр иҫәпләүенсә, донъябыҙҙы тап шундай ахыр көтә. Бигерәк тә ошондай хәбәрҙәрҙе уҡығандан һуң кешеләр, глобаль катастрофа буласаҡ, тигән һығымтаға килә:
«Аңлы рәүештә эшләнгән акция, кешеләрҙең яңылышыуы йәки аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан атом һуғышы — объектив ысынбарлыҡ» («Бюллетень ученых-атомщиков»).
«Һуңғы ун йылда көслө дауыл, урман янғындары, ҡоролоҡ, мәрйендәрҙең төҫһөҙләнеүе, аномаль эҫелек һәм һыу баҫыу кеүек бәлә-ҡазаларҙың һаны ныҡ артты» («National Geographic»).
«Был — һуңғы тиҫтә йылдарҙа Африкала саранчаның иң масштаблы ябырылыуы» («The Associated Press»).
Ер ысынлап та глобаль катастрофа һөҙөмтәһендә һәләк булырмы? Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Беҙҙең планета һәләк булырмы?
Юҡ. Изге Яҙмала ап-асыҡ итеп, Ер мәңге торасаҡ, тип әйтелә (Вәғәзсе 1:4). Алла үҙе булдырған Ерҙе юҡ итмәйәсәк. Бының урынына ул «ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк ит[әсәк]» (Асылыш 11:18).
Донъяның ахыры етеп киләме?
Изге Яҙмала ысынлап та, донъя юҡ буласаҡ, тип әйтелә. «Донъя» тип әйткәндә, Алланы ла, уның ҡиммәттәрен дә ихтирам итмәгән һәм үҙҙәре теләгәнсә йәшәгән кешеләр күҙ уңында тотола. Ләкин Алла, Нух көндәрендәге кеүек, «аллаһыҙҙар[ҙы]» һәләк итәсәк (2 Петр 2:5; 3:7).
1 Яхъя 2:17-лә, «донъя һәм уның теләктәре үтеп китә», тип әйтелә. Был аяттан күренгәнсә, Алла букваль Ер планетаһын түгел, ә үҙҙәренең яуыз, эгоистик теләктәре буйынса йәшәгән кешеләрҙе юҡ итәсәк.
Ахыр ҡасан киләсәк?
Изге Яҙмала ахырҙың ҡасан килере теүәл әйтелмәй (Матфей 24:36). Әммә унан ахырҙың бик яҡын икәне күренә. Изге Яҙмала бына нимә тип алдан әйтелгән:
Һуғыштар, аслыҡ, йоғошло сирҙәр һәм көслө ер тетрәүҙәр булыр (Матфей 24:3, 7, 14; Лука 21:10, 11; Асылыш 6:1—8).
Кешеләрҙең күбеһе сиктән тыш эгоист булыр һәм үҙҙәре тураһында ғына уйлап йәшәр. Бына уларға хас булған ҡайһы бер һыҙаттар: «аҡсаға табынған», «изгелекте баһалай белмәгән», «тотанаҡһыҙ» (2 Тимофейға 3:1—5).
Күптәр шуның менән риза: донъя 1914 йылдан алып бик ныҡ үҙгәрҙе һәм бөгөнгө ваҡиғалар Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүен һәм ахырҙың яҡын икәнен күрһәтә. «Изге Яҙмалағы 1914 йылға ҡағылышлы хронология нимәне күрһәтә?» (тат.) һәм «„Ахырызамандың“ йәки „ахырғы ваҡыттың“ билдәһе нимә ул?» тигән мәҡәләләрҙә күберәк мәғлүмәт бар.
Изге Яҙманың һуңғы китабында донъяның юҡ ителеүе тураһында һүҙ барамы?
Изге Яҙманың Асылыш тип аталған һуңғы китабында «Раббы Ғайса... килгәне» тураһында әйтелә. Ул ваҡытта Ғайса, хакимлыҡҡа эйә Зат булараҡ, ерҙе яуыздарҙан таҙартырға һәм Алланың тоғро хеҙмәтселәрен бүләкләргә киләсәк (2 Фессалоникаларға 1:6, 7; 1 Петр 1:7, 13).
Изге Яҙманың һуңғы китабы Асылыш тип атала, сөнки ул киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙы аса (Асылыш 1:1). Был китапта өмөт тураһында шатлыҡлы хәбәр бар (Асылыш 1:3). Унан күренеүенсә, Алла ғәҙелһеҙлекте бөтөрәсәк һәм беҙҙең планетаны ожмахҡа әйләндерәсәк. Ерҙә башҡа ауыртыу, ҡайғы-хәсрәт һәм хатта үлем дә булмаясаҡ (Асылыш 21:3, 4).
Изге Яҙмалағы был иҫ киткес вәғәҙәләр тураһында күберәк белергә теләр инегеҙме? Йәһүә шаһиттары бушлай Изге Яҙманы өйрәнеү курсы тәҡдим итә, ул һеҙгә бик оҡшар. Бөгөн үк башларға була.