УЯУ БУЛЫҒЫҘ!
Һуңғы 50 йыл эсендә ҡырағай йәнлектәр һаны 73 процентҡа кәмегән. Изге Яҙмала был хаҡта нимә әйтелә?
2024 йылдың 9 октябрендә Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды кеше эшмәкәрлегенең үҫемлек һәм хайуандар донъяһына тәьҫире хаҡында борсоулы хисап баҫтырып сығарҙы. Унда әйтелгәнсә, «һуңғы 50 йыл эсендә (1970—2020) ҡырағай йәнлектәр һаны 73 процентҡа кәмегән». Отчетта шулай уҡ былай тиелә: «Алдағы биш йылда буласаҡ хәл ерҙәге тормоштоң киләсәген билдәләйәсәк тип әйтеү һис тә арттырыу булмаҫ».
Шундай статистика күптәрҙе хәүефкә һала. Беҙ гүзәл планетабыҙҙы яратабыҙ. Шуға күрә ҡырағай йәнлектәр донъяһының шундай аяныс хәлдә булыуын күреү йөрәгебеҙҙе әрнетә. Бындай хистәр тәбиғи, сөнки Алла ниәте буйынса кешеләр йәнлектәр хаҡында ҡайғыртырға тейеш (Башланмыш 1:27, 28; Ғибрәтле һүҙҙәр 12:10).
Бәлки, һеҙҙе ошондай һорауҙар борсойҙор: «Планетабыҙҙағы ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлап ҡала алырбыҙмы? Изге Яҙмала ошо хаҡта ни ҙә булһа әйтеләме?»
Киләсәккә өмөт
Кешеләр, тәбиғәтте һаҡлар өсөн, күп тырышлыҡ һала. Әммә ысынында планетабыҙҙың киләсәге кеше ҡулында түгел, ә Алла ҡулында. Изге Яҙмала, Асылыш 11:18-ҙә, тиҙҙән Алла «ерҙе һәләк иткәндәрҙең үҙҙәрен һәләк ит[әсәк]», тип әйтелә. Ошо вәғәҙә нигеҙендә мөһим ике һығымта яһап була:
1. Алла планетабыҙға төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерергә рөхсәт итмәйәсәк.
2. Тиҙҙән Алла тәүәккәл рәүештә эш итә башлаясаҡ. Беҙ ни өсөн быға шикләнмәйбеҙ? Ҡырағай йәнлектәр донъяһы кеше ғәйебе арҡаһында бөтөнләй юҡҡа сығырға тора. Тарихта бындай хәлдең бығаса булғаны юҡ ине әле.
Алла был мәсьәләне нисек хәл итәсәк? Ул быны үҙенең күктәге хөкүмәте, йәғни Батшалығы ярҙамында эшләйәсәк. Ул Батшалыҡ иһә оҙаҡламай бөтә ер менән идара итәсәк (Матфай 6:10). Был хөкүмәт Аллаға тыңлаусан кешеләрҙе тәбиғәт хаҡында наҙлы ҡайғыртырға өйрәтәсәк (Ишағыя 11:9).