Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Thomas Jackson/Stone via Getty Images

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

2024 йылда нимәгә өмөтләнергә? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

2024 йылда нимәгә өмөтләнергә? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

 Күптәр, донъялағы проблемалар 2024 йылда сиселмәйәсәк, тип уйлай. Шулай ҙа киләсәккә өмөт бар. Ниндәй?

Изге Яҙма өмөт бирә

 Тормошобоҙ өмөтһөҙ булып тойолһа ла, Изге Яҙма, Аллаһы Тәғәлә ауырлыҡтарыбыҙҙы хәл итәсәк, тип вәғәҙә итә. Оҙаҡламай ул «[күҙҙәребеҙҙәге] һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (Асылыш 21:4).

Изге Яҙма һеҙгә инде хәҙер ярҙам итә ала

 Изге Яҙма вәғәҙә иткән яҡшы киләсәккә өмөт тиҫкәре хистәр менән көрәшергә һәм ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә (Римдарға 15:13). Бынан тыш, Изге Яҙмала ярлылыҡ, ауырыуҙар һәм ғәҙелһеҙлек кеүек ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән ғәмәли кәңәштәр бар.

 Донъяға ябырылған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һеҙ үҙегеҙ ҙә, яҡындарығыҙ ҙа бәхетле була ала. Был йәһәттән һеҙгә Изге Яҙма ярҙам итә ала. Беҙҙең бушлай үткәрелгән Изге Яҙманы өйрәнеү курсын шәхси инструктор ярҙамында үтеп ҡарағыҙ. Һеҙ Алланың һеҙгә нисек тыныслыҡ, киләсәк һәм өмөт бирә алғанын белерһегеҙ (Иремия 29:11).