ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА
Афәттәрҙән зыян күргәндәргә ярҙам
2021 ЙЫЛДЫҢ 1 ФЕВРАЛЕ
2020 йыл күп бәлә-ҡазалар килтерҙе: COVID-19 пандемияһы һәм күп һанлы афәттәр. Йәһүә шаһиттары зыян күргән кешеләргә нисек ярҙам итте?
2020 хеҙмәт йылында a Етәксе кәңәшмәнең Координаторҙар комитеты афәттәр ваҡытында ярҙам күрһәтер өсөн 28 миллион доллар b аҡса бүлде. Был аҡсалар 200-ҙән ашыу афәттәрҙә, шул иҫәптән COVID-19 пандемияһы, күп һанлы тропик циклондар, Африкалағы һыу баҫыуҙар, Венесуэлалағы аҙыҡ-түлек етешмәүе һәм Зимбабвелағы ҡоролоҡтан зыян күреүселәрҙең ихтыяждарына йүнәлтелде. Был ирекле иғәнәләргә иң кәрәкле нәмәләр: аҙыҡ-түлек, һыу, палаткалар, дарыуҙар, йыуыу саралары, шулай уҡ ремонт һәм төҙөлөш материалдары һатып алынды. Бына бер нисә миҫал.
COVID-19. Бөтә донъя буйынса йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ пандемия арҡаһында физик, эмоциональ һәм матди зыян күрҙеләр. Уларға ярҙам итер өсөн 800-ҙән ашыу афәт ваҡытында ярҙам итеү комитеттары ойошторолдо. Был комитеттар хәл барышын күҙәтеп торҙо һәм Координаторҙар комитетына һуңғы мәғлүмәтте еткерҙе.
Йыл дауамында был комитеттар күптәрҙе һыу, ризыҡ, гигиена саралары һәм төп дарыуҙар менән тәьмин итеп торҙо. Ҡайһы бер урындарҙа был комитеттар урындағы өлкәндәр менән бергә ҡәрҙәштәргә хөкүмәттән гуманитар ярҙам алырға булышлыҡ итте.
Һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы башҡа кешеләр ҙә күрмәй ҡалманы. Мәҫәлән, Наконденың (Замбия) тулы хоҡуҡлы вәкиле Филд Симвинья беҙҙең ҡәрҙәштәргә былай тип әйткән: «Мохтаж булған ғаиләләргә тиҙ арала ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ».
Анголала аҙыҡ-түлектең етешмәүе. COVID-19 пандемияһы арҡаһында Анголала аҙыҡ-түлек етешмәне, хаҡтар ҡапыл артты. Күп кенә ир һәм ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙгә аҙыҡ-түлек һатып алыу ауырлашты.
Бразилия филиалына Анголалағы ҡәрҙәштәребеҙгә аҙыҡ-түлек йыйылмалары һатып алырға һәм ебәрергә йөкмәтелде. Бының өсөн Бразилиялағы ҡәрҙәштәребеҙ иң аҙ сығымлы һатып алыу һәм ебәреү варианттарын тикшерҙеләр һәм аҙыҡ-түлекте күмәртәләп һатып алдылар. Һөҙөмтәлә һәр йыйылманың хаҡы (ебәреү хаҡын да иҫәпкә алып) 22 доллар ғына торҙо. Һәм һәр набор яҡынса 20 килограмм тартты. Башҡа ризыҡ менән бер рәттән йыйылмала дөгө, фасоль һәм үҫемлек майы бар ине. Әлеге ваҡытҡа 33 544 йыйылма (барыһы 654 тонна) ебәрелде. Бразилия һәм Ангола филиалдары бергә эш итеп, 50 000-дән ашыу кешене аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте!
Шундай ярҙам алған ҡәрҙәштәр ниндәй хистәр кисергән? Анголаның изоляцияла булған өлөшөндә йәшәгән Александр шулай тип бүлешә: «Был Йәһүәнең мине яратыуына һәм минең яңғыҙ булмауыма дәлил булып тора. Йәһүәнең ойошмаһы мине ҡәҙерләй». Балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе Мариса былай ти: «Йәһүә минең ялбарыуҙарымды ишетте. Мин уға һәм уның ойошмаһына шул тиклем рәхмәтлемен!»
Зимбабвелағы ҡоролоҡ. 2020 хеҙмәт йылында был ил ҡот осҡос ҡоролоҡ арҡаһында зыян күрҙе һәм миллионлаған кеше аслыҡ сигендә булды. Был бәлә Йәһүә шаһиттарын да урап үтмәне. Зимбабвелағы меңдәрсә ҡәрҙәшебеҙ аҙыҡ-түлеккә мохтажлыҡ кисерҙе.
Был илдә биш ярҙам итеү комитеты ойошторолдо. Йөҙәрләгән ирекле хеҙмәтсе аҙыҡ-түлекте йыйып тейәргә ярҙам итте, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең шәхси автомобилдәрен дә ҡулланырға биргән c. 2020 хеҙмәт йылы дауамында гуманитар ярҙамға 691 561 доллар аҡса тотонолдо һәм 22 700-ҙән ашыу кешегә ярҙам күрһәтелде!
Аҙыҡ-түлек алып килеүгә ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең ризыҡ һаҡламы бөткән ине. Улар ярҙам алыуға шул тиклем шат булды! Ҡәрҙәштәр шунда уҡ Йәһүәгә рәхмәттәрен белдерә башланы. Ҡайһы берәүҙәр хатта Батшалыҡ йырҙарын йырларға тотондо.
Бер урында ике ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ хөкүмәткә ҡарамаған ойошманың гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн үткәргән осрашыуына барған. Тик осрашыу сәйәси төҫ ала башлағас, улар, был ярҙамды ҡабул итергә выжданыбыҙ ҡушмаҫ, тип ҡарар иткәндәр. Ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ осрашыуҙан китергә йөрөгәндә кешеләр уларҙың артынан былай тип ҡысҡырғандар: «Һуңынан килерһегеҙ әле, тик беҙҙән бер икмәк валсығы ла ала алмаҫһығыҙ!» Әммә ике аҙнанан һуң, был ойошманан ярҙам килгәндән күпкә алдараҡ, ҡәрҙәштәребеҙ ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙгә аҙыҡ-түлек алып килгәндәр!
Бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙҙең ярҙам күрһәтеүе һөҙөмтәһендә тағы ла яҡшы шаһитлыҡ бирелгән. Бына Присканың миҫалы. Ул бәләкәй генә ауылда йәшәй. Ҡоролоҡҡа һәм уға бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Приска һәр шаршамбы һәм йома көндәрендә, хатта һөрөү ваҡытында ла, вәғәзгә йөрөгән. Ауылдаштары унан көлгәндәр һәм былай тигәндәр: «Яланда эшләү урынына һаман да вәғәзләп йөрөйһөң. Тиҙҙән ғаиләң астан үләсәк!» Приска былай тип яуаплаған: «Йәһүә бер ваҡытта ла үҙенең хеҙмәтселәрен ҡалдырмай». Тиҙҙән ул ойошмабыҙҙан аҙыҡ-түлек менән ярҙам алған. Был уның күршеләрен таң ҡалдырған. Улар Прискаға былай тигән: «Һинең Аллаң ысынлап та һине ҡалдырманы! Беҙҙең был Алла тураһында күберәк белгебеҙ килә». Хәҙер Присканың ете күршеһе йыйылыш осрашыуының программаһын даими рәүештә радио аша тыңлай.
Был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын тәбиғәт афәттәре йышыраҡ буласаҡ (Матфай 24:3, 7). Беҙ һеҙҙең donate.pr418.com сайты аша биргән йомарт иғәнәләрегеҙ өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Улар ярҙамында беҙ ҡәрҙәштәребеҙгә үҙ ваҡытында һәм һөҙөмтәле ярҙам күрһәтә алабыҙ.
a 2020 хеҙмәт йылы 2019 йылдың сентябрь айынан алып 2020 йылдың август айын үҙ эсенә ала.
b Был мәҡәләлә АҠШ доллары хаҡында һүҙ бара.
c COVID-19 менән бәйле сикләүҙәр арҡаһында ҡәрҙәштәребеҙгә аҙыҡ-түлекте алып барыу өсөн махсус рөхсәт алырға тура килгән. Үҙҙәрен вирустан һаҡлар өсөн, улар кәрәкле һаҡлыҡ саралары күргән.