ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА?
Берәүҙәрҙең муллығы икенселәрҙең ихтыяжын ҡаплай
2020 ЙЫЛДЫҢ 1 ОКТЯБРЕ
Йәһүә шаһиттары үҙ эшмәкәрлеген 200-ҙән артыҡ илдә алып бара. Әммә шул илдәрҙең тик 35-е генә үҙ сығымдарын урында йыйылған иғәнәләр иҫәбенә ҡаплай ала. Ә ҡалған илдәрҙә эшмәкәрлек нисек тәьмин ителә?
Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе бөтә донъя буйынса бар ҡәрҙәштәрҙең дә ихтыяждарына бик иғтибарлы. Барыбыҙ ҙа Аллаға табына алһын һәм һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй алһын өсөн кәрәкле бөтә саралар ҙа күрелә. Ағай-ҡәрҙәштәр ентекле бюджет төҙөй, һәм йыйылған аҡса шул бюджетҡа ярашлы тотонола. Әгәр берәй филиалда аҡса үҙ ихтыяждарын ҡаплау өсөн талап ителгән сумманан күберәк йыйылһа, артып ҡалғаны ярлыраҡ илдәрҙең мохтажлығы өсөн файҙаланыла. Бөгөн дә Йәһүә шаһиттары, беренсе быуаттағы мәсихселәр кеүек үк, йыйылған иғәнәне тигеҙ итеп бүлә: берәүҙәрҙең муллығы башҡаларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә (2 Коринфтарға 8:14).
Шундай ярҙамды ҡәрҙәштәребеҙ нисек баһалай һуң? Бына Танзаниянан бер миҫал. Ундағы халыҡтың яртыһынан күберәге көнөнә ике долларҙан да кәмерәк аҡсаға йәшәргә мәжбүр. Бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙҙең иғәнәләре иҫәбенә унда Батшалыҡ залы ремонтланған. Был залда «Мафинга» йыйылышы осрашыуҙар үткәрә. Ошо йыйылыштағы ҡәрҙәштәр бына нимә тип яҙған: «Ремонттан һуң осрашыуҙарға тағы ла күберәк халыҡ йөрөй башланы. Беҙ ойошмаға һәм ҡәрҙәшлегебеҙгә йомартлыҡтары өсөн шул тиклем рәхмәтлебеҙ: хәҙер бит беҙҙең матур һәм йәмле осрашыу урыныбыҙ бар!»
Шри-Ланкала йәшәгән ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙгә COVID-19 арҡаһында ризыҡ табыу ауырлашҡан. Имара Фернандо исемле апай-ҡәрҙәшебеҙ улы Инош менән тап шундай хәлгә эләккән. Әммә бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙ иғәнәләр иҫәбенә был бәләкәй ғаиләне бар кәрәклеһе менән тәьмин иткән. Имара һәм Инош ҡулдан открытка яһап, былай тип яҙып ебәргән: «Беҙ бик ауыр хәлдә инек, тап шул саҡта ҡәрҙәштәр ярҙам ҡулы һуҙҙы. Беҙ сикһеҙ яратыу тойҙоҡ! Иҫ киткес ҙур ғаиләнең бер өлөшө булыу — оло бәхет! Ошо ауыр осорҙа Йәһүә, беҙгә ярҙам иткән кеүек, башҡа ғаиләләргә лә ярҙам итһен тип доға ҡылабыҙ».
Етеш йәшәгәндәр генә түгел, үҙҙәре мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәр ҙә башҡаларға ярҙам итергә теләй. Мәҫәлән, Инош үҙенә бәләкәй генә иғәнәләр йәшниге яһап алған. Ул, ярлы ғаиләләргә ярҙам итер өсөн, шунда аҡса һала. Ә бына икенсе бер миҫал. Гваделупа Альварес Мексиканың даими эш булмаған өлөшөндә йәшәй, эш тапһаң да, хаҡты унда бик аҙ түләйҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, ул барыбер иғәнәләр бирергә тырыша. Гваделупа былай тип яҙа: «Мин үҙем Йәһүәнең яратыуын шул тиклем күп татыным һәм уны башҡалар менән бүлешкем килә! Мин беләм, иғәнәм — бер бөртөк орлоҡ кеүек остоҡ ҡына. Әммә бөртөкләп йыйып, тоҡ тултыралар бит. Ярҙам кәрәккән ҡәрҙәштәр өсөн беҙ күмәкләп бик күпте эшләй алабыҙ».
Филиалдар, ярлыраҡ илдәргә ярҙам итер өсөн, аҡсаны ҙур теләк менән ебәрә. Бразилия филиалының комитетында хеҙмәт иткән Энтони Карвалью былай ти: «Беҙ күп йылдар ярҙамға мохтаж булдыҡ, һәм башҡа илдәрҙәге ҡәрҙәштәр беҙгә ярҙам итеп торҙо. Шул арҡала илебеҙҙә ҙур үҫешкә өлгәштек. Әммә хәҙер иһә хәлдәр үҙгәрҙе, беҙ инде үҙебеҙ башҡаларға ярҙам итә алабыҙ. Шуныһы шатландыра: ҡәрҙәштәр үҙе хаҡында ғына түгел, ә ҡәрҙәшлек хаҡында ла хәстәрләргә тырыша. Ғайса Мәсих бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләргә ҡушҡан, һәм ҡәрҙәштәр ҙур ҡыуаныс менән был эшкә үҙ өлөшөн индерә».
Мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәргә ярҙам итеүҙең иң яҡшы ысулы ниндәй? Аҡсаны туранан-тура ниндәй ҙә булһа филиалға ебәрергә кәрәкмәй. Иғәнәне бөтә донъя эшмәкәрлеге өсөн индереү яҡшыраҡ булыр. Бының өсөн аҡсаны Батшалыҡ залындағы («Бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ өсөн» тип яҙылған) йәшниккә төшөрөргә йәиһә donate.pr418.com сайты аша ебәрергә була. Һеҙҙең бар иғәнәләрегеҙ ҙә беҙҙең өсөн бик тә әһәмиәтле!