Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Гилеад мәктәбенең дәрестәрендә (2017 йыл)

ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА?

Гилеад — халыҡ-ара мәктәп

Гилеад — халыҡ-ара мәктәп

2020 ЙЫЛДЫҢ 1 ДЕКАБРЕ

 Йыл һайын ҡайһы бер тулы ваҡытлы махсус хеҙмәтселәрҙе Күҙәтеү манараһының Гилеад мәктәбенә a уҡырға саҡыралар. Ул Паттерсондағы (Нью-Йорк штаты) Уҡыу үҙәгендә үтә. Был мәктәптә студенттар Йәһүә ойошмаһында бирелгән йөкләмәләрен тағы ла яҡшыраҡ үтәргә өйрәнәләр. Был белемдәр ярҙамында улар бөтә донъя буйынса йыйылыштарҙы һәм филиалдарҙы нығытырға әҙер.

 Гилеад мәктәбендә төрлө илдәрҙән булған Йәһүә хеҙмәтселәре уҡый. Мәҫәлән, 2019 йылда 147-се синыфта 29 илдән 56 студент уҡыны. Мәктәптең бөтә студенттары ла тулы ваҡытлы махсус хеҙмәттең ниндәйҙер төрөндә ҡатнаша. Мәҫәлән, улар вефилсе, район күҙәтеүсеһе, миссионер йә махсус пионер булып хеҙмәт итә.

 Уҡыу башланғансы уҡ ҙур әҙерләнеү эше үткәрелә. Мәҫәлән, бөтә донъя баш идаралыҡтың сәйәхәттәр бүлеге билеттар ала. 147-се синыфтың сит илдән килгән студенты өсөн Паттерсонға тиклем һәм кире ҡайтыу юлы уртаса 1 075 доллар (АҠШ) тәшкил итте. Сөләймән утрауҙарынан булған студенттарға Паттерсонға барып етер өсөн дүрт осош, кире ҡайтыр өсөн өс осош яһарға кәрәк ине. Улар 35 400 километрҙан артыҡ юл осҡан! Был осраҡта бер кешегә билет хаҡы 2 300 доллар тәшкил иткән. Аҡсаны экономиялау өсөн, баш идаралыҡтың сәйәхәттәр бүлеге глобаль бронь системаһын ҡуллана. Бронь яһалғас, компьютер программаһы аҙналар һәм хатта айҙар дауамында осһоҙ билеттар эҙләүен дауам итә. Шулай уҡ сәйәхәттәр бүлеге, билеттар алғанда, иғәнә итеп бирелгән бонуслы милдәрҙе һәм ташлама купондарын ҡуллана.

 Гилеад мәктәбенең күп студенттарына АҠШ-ҡа керер өсөн виза кәрәк. Уны алырға баш идаралыҡтың юридик бүлеге ярҙам итә. Бер студентҡа виза һәм башҡа документтар әҙерләү өсөн уртаса 510 доллар сарыф ителә.

 Гилеад мәктәбен тамамлағандар үҙҙәре билдәләнгән йыйылышҡа ниндәй йоғонто яһай? Хендра Гунаван ағай-ҡәрҙәш Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы бер йыйылышта өлкән булып хеҙмәт итә. Гилеад мәктәбендә уҡып сыҡҡандарға ул ошондай баһа бирә: «Элек беҙҙә бер даими пионер ҙа юҡ ине. Ә был ирле-ҡатынлы парҙың дәрте һәм хеҙмәтте яратыуы йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә тәьҫир итте, һәм ҡайһы берәүҙәр пионер хеҙмәте башланы. Ә бер апай-ҡәрҙәш хатта Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡып ҡайтты!»

 Серджио Панджайтан Көньяҡ-Көнсығыш Азияла Гилеад мәктәбен тамамлаған биш ҡәрҙәш менән Вефилдә хеҙмәт итә. Серджио былай тип һөйләй: «Был мәктәптә уҡыу улар өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн дә бүләк булды! Улар шул тиклем күп нәмә белгән! Әммә улар кәпәренмәй һәм әллә кем булып йөрөмәй, ә был белемдәре менән йомарт бүлешә. Тулҡын эффекты барлыҡҡа килә: улар беҙҙе дәртләндерә, ә беҙ — башҡаларҙы».

 Гилеад мәктәбен үткәреү өсөн сығымдар нисек ҡаплана? Бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ өсөн бирелгән ирекле иғәнәләр ярҙамында. Уларҙың күп өлөшө donate.pr418.com сайты аша ебәрелә. Йомарт ирекле иғәнәләрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Улар бөтә донъялағы күп ҡәрҙәштәргә Гилеад мәктәбендә уҡырға мөмкинлек бирә.

a Мәктәп өсөн программаны Етәксе кәңәшмәнең Уҡыу комитеты етәкселегендә эш иткән Теократик өйрәтеү бүлеге әҙерләй. Мәктәптә шул бүлектән ҡәрҙәштәр, шулай уҡ саҡырылған уҡытыусылар, шул иҫәптән Етәксе кәңәшмәнең ағзалары уҡыта.