ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА?
Миссионерҙар «һәр ерҙә» вәғәзләй
2021 йылдың 1 июне
Ғайса Мәсих шәкерттәренә: «Һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ», — тигән. Бөгөн Йәһүә шаһиттары шул йөкләмәне тырышып үтәй. Ләкин ерҙең ҡайһы бер өлөштәрендә, шул иҫәптән күп халыҡлы ҙур райондарҙа, күптәр Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе ишетмәгән. Ә ҡайһы бер илдәрҙә шаһиттар күп түгел (Матфай 9:37, 38). Һөйөнөслө хәбәрҙе күберәк кешеләргә еткерер өсөн, беҙ нимә эшләйбеҙ?
Ғайсаның йөкләмәһен үтәр өсөн, Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһенең Хеҙмәт комитеты миссионерҙарҙы ҡуллана. Уларҙы вәғәзселәр кәрәк булған ерҙәргә ебәрәләр. Хәҙерге ваҡытта бөтә донъя буйынса 3090 миссионер хеҙмәт итә a. Уларҙың күбеһе теократик мәктәптәрҙә, мәҫәлән, Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә, белем алған. Миссионерҙар, әҙерлек менән үҙ йорттарын ҡалдырып, башҡа илгә күскән. Алған белемдәре ярҙамында был рухи яҡтан етлеккән, тәжрибәле ҡәрҙәштәр йыйылыштарға Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе вәғәзләргә ярҙам итә һәм яңы шәкерттәргә үрнәк күрһәтә.
Миссионерҙарға ярҙам — бөтәһенә лә ярҙам
Һәр филиалдың хеҙмәт бүлегендә баҫыуҙа хеҙмәт итеүселәр өҫтәле бар. Ул филиал комитеты етәкселегендә миссионерҙарҙың ихтыяждары тураһында ҡайғырта: уларҙың торлаҡ, медицина ярҙамы менән бәйле сығымдарын ҡаплай һәм шәхси ихтыяждары өсөн бер аҙ аҡса бирә. 2020 хеҙмәт йылында Йәһүә шаһиттары миссионерҙарға ярҙам итер өсөн 27 миллион доллар сарыф итте. Шундай ярҙам күрһәтелгәнгә, миссионерҙар үҙҙәрен тулыһынса вәғәз эшенә һәм йыйылышты нығытыуға бағышлай ала.
Миссионерҙарҙың вәғәз эшенә индергән өлөшө ни тиклем ҙур? Малавиҙағы филиал комитетынан булған Фрэнк Мэдсен былай ти: «Миссионерҙарҙың ҡыйыулығы һәм тәжрибәһе ярҙамында йыйылыш элек хеҙмәт итеп булмаған урындарҙа, мәҫәлән, ябыҡ общиналарҙа йә сит телдә һөйләшеүсе кешеләр йәшәгән райондарҙа, вәғәзләй башланы. Уларҙың урындағы телде һәм мәҙәниәтте өйрәнер өсөн ҡуйған тырышлыҡтары башҡаларҙы рухландыра. Уларҙың үрнәге йәштәрҙе тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға дәртләндерә. Ошо тырыш хеҙмәтселәр өсөн Йәһүәгә рәхмәт!»
Башҡа бер илдең филиал комитеты ағзаһы бына нимә һөйләй: «Миссионерҙар — Йәһүә халҡының берҙәмлеген күрһәтеүсе тере миҫал. Хатта Йәһүә шаһиты булмаған кешеләр ҙә мәҙәниәттең төрлө булыуы беҙҙә бүленеш тыуҙырмай икәнен күрә. Изге Яҙма өйрәнеүе ярҙамында беҙ бөтә донъя ҡәрҙәшлеге булып киттек».
Миссионерҙар урындағы ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә? Көнсығыш Тиморҙан булған Пауло үҙенең йыйылышында хеҙмәт иткән миссионерҙар тураһында бына нимә ти: «Беҙҙә бик ныҡ эҫе. Беҙҙең миссионерҙар климаты һыуыҡ булған илдәрҙән килһә лә, һауа торошо уларға ҡамасауламай. Иртән улар һәр ваҡыт вәғәз өсөн осрашыуҙарға килә. Мин йыш ҡына уларҙың көндөҙ, урамда бик эҫе ваҡытта, һәм шулай уҡ кис ҡабат килеүҙәр яһағанын күрәм. Улар күп кешеләргә, шулай уҡ миңә лә, хәҡиҡәт менән танышырға ярҙам итте. Миссионерҙар бик әүҙем, уларҙың дәрте ташып тора! Улар бөтә тормоштарын Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бағышлай, һәм был бөтә йыйылышты дәртләндерә. Уларға ҡарап, барыһы ла күберәк хеҙмәт итергә теләй».
Кэтти, Малавиҙан булған даими пионер, ирле-ҡатынлы бер миссионер парҙың ғаиләһенә нисек ярҙам итеүе тураһында һөйләй: «Был пар беҙҙең йыйылышҡа күсеп килгән саҡта, ғаиләбеҙҙә мин генә Йәһүә шаһиты инем. Улар миңә таяныс булды, ғаиләбеҙҙең яҡын дуҫтары булып китте. Уларҙың иҫ киткес үрнәге ярҙамында балаларым Йәһүәгә хеҙмәт итеү тормошто бәхетле һәм ҡыҙыҡлы иткәнен күрҙе. Мин был миссионерҙарға сикһеҙ рәхмәтлемен! Хәҙер минең өс ҡыҙым даими пионер булып хеҙмәт итә, ә ирем йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй».
Миссионерҙар хеҙмәте менән бәйле сығымдар нисек ҡаплана? Бөтөн донъя вәғәз эшенә бирелгән ирекле иғәнәләр ярҙамында. Уларҙың күбеһе donate.pr418.com сайты аша килә. Беҙ һеҙҙең йомарт иғәнәләрегеҙ өсөн бик рәхмәтле!
a Был миссионерҙар ихтыяж күберәк булған йыйылыштарға билдәләнә. Ә тағы 1001 миссионер район хеҙмәтендә ҡатнаша.