Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Ниҡәми. „Йәһүәнең шатлығы — һеҙҙең ҡәлғә“» тигән видеопостановка өсөн декорациялар COVID-19 пандемияһына тиклем яһалған булған. Ул ваҡытта дистанция һаҡлау талап ителмәгән.

ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА?

«Һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ» тип исемләнгән 2020 йылғы региональ конгресс өсөн видеоматериалдарҙы әҙерләү

«Һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ» тип исемләнгән 2020 йылғы региональ конгресс өсөн видеоматериалдарҙы әҙерләү

2020 ЙЫЛДЫҢ 10 АВГУСЫ

 Региональ конгрестарҙа ҡараған роликтар йөрәктәребеҙгә үтеп инә. Улар Изге Яҙманы йәнләндереп ебәрә. «Һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ» тип исемләнгән 2020 йылғы региональ конгресс өсөн 114 видеояҙма әҙерләнгән булған, шул иҫәптән Етәксе кәңәшмә ағзаларының һәм уларҙың ярҙамсыларының 43 телмәре. Шундай видеоматериалдарҙы әҙерләү күпме көс һәм аҡса талап иткәнен күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ.

 Конгрестың программаһын әҙерләүҙә төрлө ерҙән килгән яҡынса 900 ҡәрҙәш ҡатнашты. Проектҡа ике йылдан ашыу ваҡыт кәрәк булды. Барыһына яҡынса 100 000 сәғәт сарыф ителде. «Ниҡәми. „Йәһүәнең шатлығы — һеҙҙең ҡәлғә“» тигән 76 минутлыҡ видеопостановкаға 70 000 сәғәт китте.

 Сығымдар ҙа талап ителде. Мәҫәлән, ирекле хеҙмәтселәр өсөн йәшәү урыны, кәрәкле ҡорамалдар, видеоларҙы яҙҙырыр өсөн урын һәм декорациялар кәрәк булды.

 «Етәксе ҡәңәшмәнең Уҡытыу комитеты беҙҙең халыҡ-ара берҙәмлектең төрлөлөгө видеороликтарҙа асыҡ күренеүен теләй, — ти аудио һәм видео яҙҙырыу бүлегендә хеҙмәт иткән Джаред Госсманн. — Быны күреп, беҙ төрлө илдәрҙән һәм мәҙәниәттән булған ҡәрҙәштәребеҙҙе яҡшыраҡ аңлай алабыҙ. Был ҙур проектта 11 илдән булған 24 төркөм ярҙам итте. Был проектты планлаштырып ойошторор өсөн күпме ваҡыт, көс һәм аҡса сарыф ителгәнен күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ!»

 Күп кенә видеояҙмалар өсөн махсус ҡорамалдар һәм декорациялар кәрәк булды. Мәҫәлән, «Ниҡәми. „Йәһүәнең шатлығы — һеҙҙең ҡәлғә“» тигән видеопостановканы яҙҙырыр өсөн Паттерсондан йыраҡ түгел (Нью-Йорк штаты, АҠШ) Маунт-Ибо павильонында декорациялар төҙөлдө. Ҡәрҙәштәр, видеопостановка тарих яғынан теүәл булып күренһен өсөн, боронғо Иерусалимдың стеналарына оҡшатып, ауыр булмаған декорациялар яһанылар. Декорацияның һәр өлешө алты метрлы агас каркастан тора. Каркас ташҡа оҡшаһын өсөн, уны махсус күбек менән ҡаплағандар. Был «стеналарҙы» күсереп булған, шуға уларҙы төрлө сценаларҙы яҙҙырыр өсөн ҡулланғандар. Былай эшләү ирекле иғәнәләрҙе һаҡсыл тотонорға ярҙам иткән. Шуға ҡарамаҫтан ошо тарихи видеопостановка өсөн генә лә яҡынса 100 000 доллар киткән. a

 Региональ конгресты әҙерләү менән бәйле нескәлектәрҙе белеү йөрәгебеҙҙе ойошмаға тағы ла күберәк рәхмәт хисе менән тултыра. Бөтә сығымдар һәм тырышлыҡтар юҡҡа булманы, сөнки шулай итеп Йәһүә исеме бөтә ер йөҙө буйынса данланды. Беҙ быға ышанабыҙ. Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, һеҙҙең donate.pr418.com сайты аша йә башҡа юл менән яһалған йөмарт ирекле иғәнәләрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

a Изге Яҙмаға нигеҙләнгән видеопостановканы яҙҙырыр өсөн, Маунт-Иболағы студияға 27 500 килограммдан артыҡ таш валсыҡтары килтерелгән булған