Конфиденциаллек сәйәсәте
Төп конфиденциаллек сәйәсәте
Ошоларҙы ла ҡарағыҙ
ШӘХСИ ТОРМОШОҒОҘҘО ХӨРМӘТ ИТЕҮ
Беҙ һеҙҙең шәхси тормошҡа хоҡуғығыҙҙы хөрмәт итергә һәм яҡларға тырышабыҙ. Был Сәйәсәттә төп положениелар әйтеп кителә. Уларға нигеҙләнеп, беҙ һеҙҙән алған йәки һеҙ Watchtower Bible and Tract Society of New York, Inc. йәмғиәтенән (артабан «Күҙәтеү манараһы йәмғиәте») булған сайтыбыҙ йәки уның менән бәйле булған ҡушымталар аша тапшырған һәр ҡайһы шәхси мәғлүмәтте эшкәртәбеҙ. Һеҙ сайтыбыҙҙы асҡанда, беҙ һеҙҙең хаҡта билдәле бер мәғлүмәтте һаҡлап ҡалдырабыҙ. Беҙ был мәғлүмәттең башҡаларға таратмауҙың мөһимлеген аңлайбыҙ һәм был мәғлүмәтте нисек ҡулланасағыбыҙҙы һеҙгә алдан әйтәбеҙ. Һеҙ беҙгә үҙегеҙ хаҡында шәхси мәғлүмәт булып һаналған мәғлүмәтте тапшырырға хәл итә алаһығыҙ. Был Сәйәсәттә «шәхси мәғлүмәт» тигән төшөнсә, мәҫәлән, исем-фамилияғыҙҙы, электрон почтағыҙҙың адресын, почта адресығыҙҙы, телефон номерығыҙҙы йә һеҙҙе билдәләп булған башҡа төрлө мәғлүмәтте үҙ эсенә ала. «Сайт» тигән термин үҙ эсенә ошо сайтты һәм уның менән бәйле булған башҡа сайттарҙы, мәҫәлән apps.pr418.com, ba.pr418.com, stream.pr418.com һәм wol.pr418.com кеүек сайттарҙы ала.
МӘҒЛҮМӘТТӘР МЕНӘН ИДАРА ИТЕҮ
Был сайт һәм уның менән бәйле булған башҡа ҡушымталар Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлегенә һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән өйрәтеүгә булышлыҡ иткән Күҙәтеү манараһы йәмғиәтенең — коммерцияға бәйле булмаған йәмғиәттең милке булып тора. Әгәр ҙә һеҙ үҙ теләгегеҙ менән учет яҙыуы булдырырға, иғәнә бирергә, үҙегеҙгә Йәһүә шаһиттарының килеп китеүен һорарға йәки ниндәйҙер башҡа юл менән беҙҙең сайт аша үҙегеҙ тураһындағы шәхси мәғлүмәтте бирергә хәл иткәнһегеҙ икән, һеҙ шулай итеп был конфиденциаллек сәйәсәтенең ҡағиҙәләре менән һәм Америка Ҡушма Штаттарында урынлашҡан серверҙарҙа шәхси мәғлүмәтегеҙҙе һаҡлауға, Күҙәтеү манараһы йәмғиәте тарафынан, шулай уҡ төрлө илдәрҙә Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлегенә булышлыҡ иткән һәм запросығыҙҙы эшкәрткән ойошмалар тарафынан һеҙҙең шәхси мәғлүмәтегеҙҙе йыйыу, эшкәртеү, ебәреү һәм һаҡлауға ла ризалашаһығыҙ. Дини ойошма бөтә донъя буйлап эш итә һәм урындағы төрлө берекмәләр менән хеҙмәттәшлек итә. Шәхси мәғлүмәтте һаҡлар өсөн Йәһүә шаһиттарының урындағы йыйылыштары, филиалдары һәм башҡа төрлө хеҙмәттәшлек иткән ойошмалары йәлеп ителергә мөмкин.
Шәхси мәғлүмәтегеҙҙең нисек итеп эшкәртелеүе сайтты ниндәй маҡсат менән ҡулланыуығыҙға бәйле. Мәҫәлән, әгәр һеҙ билдәле бер илдең юридик шәхесенә иғәнә яһайһығыҙ икән, һеҙҙең исем һәм бәйләнешкә инеү өсөн кәрәкле мәғлүмәт иғәнәгеҙ ебәрелгән ошо конкрет юридик шәхескә биреләсәк. Уның исемен һеҙ иғәнәне рәсмиләштергән саҡта күрерһегеҙ. Йәки, әгәр үҙегеҙгә килеп китеү хаҡында һораһағыҙ, исемегеҙ һәм бәйләнешкә инеү өсөн һеҙҙең хаҡтағы кәрәкле мәғлүмәт Йәһүә шаһиттарының урындағы филиалына һәм йыйылышына ебәреләсәк. Улар үтенесегеҙҙе үтәр өсөн саралар күрер.
Илегеҙҙә шәхси мәғлүмәтте яҡлау буйынса закондар бармы-юҡмы икәнен белер өсөн, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса консультанттарҙың бәйләнеш мәғлүмәттәре булған илдәр исемлегенә иғтибар итегеҙ.
МӘҒЛҮМӘТТӘРҘЕҢ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ҺӘМ КОНФИДЕНЦИАЛЛЕК
Беҙ шәхси мәғлүмәтегеҙҙең хәүефһеҙлеге хаҡындағы һорауға бик етди ҡарайбыҙ. Шәхси мәғлүмәтегеҙҙе рөхсәтһеҙ алыуға, уны тейешһеҙ ҡулланыуға, таратыуға, рөхсәтһеҙ үҙгәртеүгә, законһыҙ юҡ итеүгә йәки яңылыш юғалтыуға юл ҡуймаҫ өсөн, беҙ мәғлүмәтте һаҡлау һәм яҡлау буйынса заманса системалар ҡулланабыҙ. Шәхси мәғлүмәтегеҙҙе эшкәртеүселәр һәм уны эшкәртеүгә йәлеп ителгән өсөнсө кешеләр шәхси мәғлүмәтегеҙҙең конфиденциаллеген хөрмәт итергә һүҙ бирҙе. Шәхси мәғлүмәтегеҙҙе үҙебеҙ йыйған маҡсат менән файҙаланыр өсөн йәки ҡуллана алырлыҡ бөтә юридик талаптарҙы үтәү йә документтарҙы һаҡлау буйынса талаптарҙы үтәү маҡсатында ҡулланыр өсөн, уны кәрәкле ваҡыт дауамында ғына һаҡлайбыҙ. Мәғлүмәттәрҙе биргәндә, беҙ һеҙҙең шәхси мәғлүмәтте Transport Layer Security (TLS) кеүек шифрлау протоколдары ярҙамында яҡлайбыҙ. Беҙ инеү мөмкинлеге сикләнгән компьютер системаларын ҡулланабыҙ. Улар һаҡлаулы биналарҙа тора. Был биналарҙа һеҙ тапшырған конфиденциаль мәғлүмәтте электрон яҡтан һәм процедура яғынан яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса саралар күрелгән. Беҙ, шәхси мәғлүмәттең рөхсәтһеҙ алыныуына һәм таратылыуына юл ҡуймаҫ өсөн, мәғлүмәт хәүефһеҙлегенең юғары стандарттары буйынса эш итәбеҙ.
БАЛИҒ БУЛМАҒАН ШӘХЕСТӘР
Әгәр һеҙ беҙҙең сайт менән балиғ булмаған бала булараҡ (үҙегеҙ йәшәгән илдең ҡанундары буйынса) ҡулланаһығыҙ икән һәм үҙегеҙ тураһында ниндәй ҙә булһа шәхси мәғлүмәт ебәрергә теләйһегеҙ икән, һеҙ быны тик атай-әсәйегеҙ йә законлы вәкилдәр рөхсәтенән генә эшләй алаһығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ балиғ булмаған баланың ата-әсәһе йә законлы вәкиле булараҡ уға үҙенең тураһында ниндәй ҙә булһа шәхси мәғлүмәтте ебәрергә рөхсәт итһәгеҙ, һеҙ шулай итеп балиғ булмаған шәхестәрҙең ошо сайтты ҡулланыуға ҡағылышлы Сәйәсәте менән ризалашаһығыҙ.
ӨСӨНСӨ ЯҠ
Был сайтта йә уға бәйле ҡушымталарҙа өсөнсө яҡтың сайттарына һылтанмалар булырға мөмкин. Улар беҙҙең исемдән төрлө эштәр башҡара (мәҫәлән, был онлайн-бланктарҙы тултырыуға ҡағыла). Сайттың тышҡы күренешенән һәм браузерығыҙҙың адрес юлынан һеҙ өсөнсө яҡтың сайтында булыуығыҙҙы аңлай алаһығыҙ. Бынан тыш, һеҙгә өсөнсө яҡтың сайтында яһаған запростарығыҙға ҡағылышлы электрон хаттар йәки смс-хәбәрҙәр килергә мөмкин. Был хаттарға һеҙ үҙегеҙ һораған белдереүҙәр инергә мөмкин. Өсөнсө яҡтың хеҙмәтенән файҙаланыр алдынан беҙ, уларҙың үҙебеҙ тотҡан стандарттарҙы тотоуына инаныр өсөн, уларҙың шәхси мәғлүмәтте яҡлау буйынса хәүефһеҙлек кимәлен ентекләп тикшерәбеҙ. Ваҡыт-ваҡыт ундай тикшереүҙәр ҡабат үткәрелә. Әммә өсөнсө яҡ беҙ контролдә тота алмаған ҡушымталар ҡуллана һәм хеҙмәттәр күрһәтә. Был үҙ эсенә программалау ысулдарын, ҡулланыу шарттарын, конфиденциаллек сәйәсәтен һ. б. алырға мөмкин. Ваҡыт үтеү менән был сайттарҙа яңыртыуҙар булырға мөмкин. Шуға ундай сайттарҙағы ҡушымталарҙы ҡулланғанда һәм уларҙың хеҙмәтенән файҙаланғанда, быны иҫтә тоторға кәрәк. Өсөнсө яҡтың сәйәсәтенә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ тыуһа, зинһар, уларҙың сайтында килтерелгән сәйәсәт менән танышығыҙ.
Был сайтта Google карталарҙы ҡулланыу Google-дың конфиденциаллек сәйәсәтенә ярашлы башҡарыла. Был компания өсөнсө яҡ булып тора, уларҙың ҡушымталары, программалау ысулдары һәм ҡулланыу шарттары беҙҙең ҡарамаҡта түгел. Тулыраҡ мәғлүмәтте һеҙ «Google Карты» һәм «Google Планета Земля» сервистарының өҫтәмә ҡулланыу шарттары тигән документтың һуңғы редакцияһында таба алаһығыҙ. Беҙгә үҙгәрештәр хаҡында хәбәр итмәйҙәр, шуға күрә «Google Карты» тигән сервисты ҡулланыр алдынан өҫтәмә ҡулланыу шарттары менән үҙегеҙ таныша алаһығыҙ. Ундағы шарттар менән риза булмаһағыҙ, был сервисты ҡулланмағыҙ.
БЫЛ СӘЙӘСӘТТЕҢ ҮҘГӘРЕҮЕНӘ ҠАҒЫЛЫШЛЫ БЕЛДЕРЕҮ
Беҙ сайтыбыҙҙың һәм уның менән бәйле ҡушымталарҙың эшен һәр ваҡыт яҡшыртабыҙ һәм инде булған хеҙмәттәргә яңы функциялар өҫтәйбеҙ. Техник үҙгәрештәр булып торғанға һәм закондар үҙгәргәнгә, шәхси мәғлүмәтте эшкәртеү процесы ла ваҡыт-ваҡыт үҙгәреп тора. Сәйәсәтебеҙҙе үҙгәртергә ваҡыт еткәндә, беҙ был үҙгәрештәрҙе ошо биткә индерәбеҙ. Шулай итеп, һеҙ беҙҙең ниндәй мәғлүмәтте йыйғаныбыҙҙы һәм уны нисек ҡулланғаныбыҙҙы гел дә белә алаһығыҙ.
АКТИВ СЦЕНАРИЙҘАР (JAVASCRIPT)
Сценарийҙар сайтта һәм уның менән бәйле ҡушымталарҙа уларҙың эшен яҡшыртыу өсөн ҡулланыла. Был технологияны ҡулланыу ярҙамында сайт ҡулланыусының запростарына тиҙерәк яуап бирә ала. Сайт һәм уның менән бәйле ҡушымталар сценарийҙарҙы ҡулланыусының компьютерына программа тәьминәте ҡуйыу йәки санкцияланмаған рәүештә (йәғни рөхсәт ителмәйенсә) ҡулланыусының мәғлүмәтен йыйыу өсөн ҡулланмай.
Сайттың ҡайһы бер бүлектәре дөрөҫ эшләһен өсөн, браузерҙың настройкаларында актив сценарийҙарҙы (JavaScript) рөхсәт итеү талап ителә. Күпселек браузерҙар конкрет сайттар өсөн был функцияны рөхсәт итергә йә тыйырға мөмкинлек бирә. Һайланған сайттарҙа сценарийҙарҙы нисек рөхсәт итеү тураһында браузерға килтерелгән документациянан уҡығыҙ.